Дуҫтарса шаярыу

Өфөләрҙә бигерәк көндәр
Ҡыҙыу тора был йәйҙе.
Яҙыусылар араһында
Башланып китте бәйге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәй һандығындағы хазина“Өләсәйем вафат булғас, уның һандығы миңә мираҫҡа ҡалды һәм үҙе бер хазина ояһы булып сыҡты. Унда нимә генә юҡ: төрлө төҫтәге яулыҡтар, шәлдәр, семәрле ҡорғандар...Тик шулай ҙа улар араһынан минең өсөн иң изгеһе һәм ҡәҙерлеһе биттәре таушалып бөткән Ҡөрьән китабы ине. Ҡөрьән — беҙҙең быуындан быуынға тапшырыла килгән, шаңлы-данлы йылдарҙың шаһиты булған аманат, шуғалыр ҙа китаптың күп бите юҡ... Шулай ҙа уны ташлап ҡуймайһың бит инде! Был ҡиммәтле мираҫ менән нимә эшләргә икән тип оҙаҡ уйландым. Күпмелер ваҡыт үткәс, башыма бик яҡшы уй килде...”
Республикабыҙҙың Н. Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов — тынғыһыҙ ижадсыларҙың береһе. Быйыл уның “Өләсәйем Ҡөрьәне” (88 әҫәр), “Доғалар” (10), “Апалы-һеңлеле Кусимовалар” (12) художестволы әҫәрҙәр циклы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1269 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс үҫмерҙең ҙур еңеүеКескәйҙәр һәм үҫмерҙәрҙең сығышынан торған тамашаларҙы ҡарағанда, моғайын, һәр кем үҙен бәхетле бала саҡ илендә хис итәлер, илаһы мәл кисерәлер. Самимилыҡ, ихласлыҡ, сафлыҡ балҡыған йөҙҙәр бар донъяңды оноттора, сихрилек булмышыңды яулап ала.
Ә уларҙы мәктәбе йәки йәшәгән төбәгендәге мәҙәниәт һарайҙарында түгел, сит ил сәхнәләрендә күрһәң? Бигерәк тә абруйлы сәнғәт әһелдәре алдында оло һынау тотҡан саҡтарында ниндәй тойғолар тыуа икән?
Ғәҙәттә, һәр бала талантлы, уны ваҡытында күреп, дөрөҫ йүнәлеш бирергә генә кәрәк, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы? Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге 6-сы музыка мәктәбе директоры Айнур Искәндәровҡа еткерҙек.
Махсус уҡыу йортона юл тотоу өсөн етди сәбәп тә бар ине. Ошонда сәнғәт серҙәренә төшөнгән үҫмерҙәрҙең өсәүһе һәм Айнур Әхмәт улы үҙе, Халыҡ-ара “Прагалағы музыка миҙгеле” конкурс-фестивалендә ҡатнашып, оло еңеү яулағайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хикәйә
Яан Круусваллдың исеме Эстонияла ғына түгел, донъя әҙәбиәтендә лә киң танылыу алған. Уның тәрән психологизмға ҡоролған, кешенең эске кисерештәрен һүрәтләгән әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителә. Был хикәйәһе һеҙҙең дә күңел төпкөлөндә ятҡан һағышлы хистәрегеҙҙе уятып ебәрер, моғайын.
Клара менән Зигфрид отпускыла. Ләкин өйҙә ремонт башлау сәбәпле, бер ҡайҙа ла бара алманылар. Әсәләренең бүлмәһе ипкә килтерелгән, иҫән сағында атаһы ремонт эшләп өлгөргәйне. Клара менән Зигфрид башта түбәне буяп сыҡты, унан яңы обой йәбештерҙе, унан иҙәнгә сират етте. Артабан тәҙрә рамдары төҫөн яңырттылар. Төнгөлөккә тәҙрәне асыҡ ҡалдырҙылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуапһыҙлыҡ бәләһеҺауа ҡапҡаларының эше һәр ваҡыт һауа торошона бәйле. Кисә көн ифрат йәмле, ҡояшлы ине – самолеттар бер ҡаршылыҡһыҙ оса алды. Мәгәр, аэропорт етәкселегенә улай тойолмағандыр – уларҙың баш осонда болоттар ҡуйыра: терминалдағы эште тейешенсә ойоштора алмаған өсөн "Өфө" аэропорты директорына эштән бушатыу ихтималлығы янай.
Билдәле булыуынса, күңелһеҙ ваҡиға 18 августа башланғайны. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Мостафина инвалид сабыйы менән Мәскәүҙән ҡайтҡан. Церебраль фалиж менән яфаланыусы балаға илдең баш ҡалаһында ортопедик операция яһағандар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 955 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Геннадий Букаевты республика Президенты советнигы итеп тәғәйенләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү тәмен таба эшенәнУҡытыусы үҙ эшен яратып, бала күңелен аңлап, уның һәр осҡонон ялҡынға әүерелдереп ижади эшләй икән, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу арта. Мәктәп өсөн бындай уҡытыусы — оло табыш.
Был йәһәттән беҙҙең Сосновка мәктәбе уҡыусылары бәхетле, сөнки рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен юғары категориялы белгес, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Зәлифә Хәйривара ҡыҙы Ҡаһарманова алып бара. Юғарыла әйтелгән бөтә сифаттар ҙа уға хас.
Үҙенең хеҙмәт юлын 1979 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, районыбыҙҙың Ниғәмәт мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙән башлай. Йәш уҡытыусы ата-әсәләрҙең, уҡыусыларының ихтирамын тиҙ яулай. Уларҙың ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен хеҙмәтенә оло баһа булараҡ ҡабул итә. Тап ошо ауылда үҙенең тормош иптәше Рәсүл Фәсхетдин улын осрата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 881 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә журналистар өсөн “Һөнәри союзды нығытыу: Рәсәй һәм Европа тәжрибәһе” тигән ике көнлөк семинар үтте. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Журналистар союзы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий һәм Хорватия журналистар профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович килде.
Дүшәмбе “Ирәмәл” ҡунаҡханаһының матбуғат конференциялары залында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә союз вәкилдәре, республикалағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Семинарҙа Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 697 тапҡыр // Тотош уҡырға
30 августа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем Борай районы хакимиәте бинаһында (Борай ауылы, Ленин урамы, 66) Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә
Ком: 0 // Уҡынылар: 664 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ил башлығынан рәхмәт хаттарын Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов, партия рәйесенең төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин, шулай уҡ президентлыҡҡа кандидаттың Башҡортостандағы ышаныслы кешеләре Надежда Крылова менән Рәшиҙә Солтанова алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1045 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү буйынса совет рәйесе Илдар Ғималетдинов граждандарҙы ҡабул итте. Уға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 17 кеше мөрәжәғәт итте.
Мәҫәлән, ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләүсе “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” етәкселәре (союз 14 эшҡыуарҙы берләштерә) ер участкалары алыуҙа ярҙам һорай. Былтыр көҙ булдырылған союз төбәктә ошо йүнәлеш буйынса индустриаль парк булдырыуҙы күҙаллай. Ул үҙ эсенә ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү буйынса сәнәғәт объекттарын аласаҡ. Әле предприятиеларҙа райондың 1,5 мең кешеһе эшләй. Ағас күмере етештереү буйынса завод төҙөлгән, үҫентеләр питомнигы булдырылған. Тик ошо сәнәғәтте артабан да үҫтереү өсөн ер алыу ҙур проблемаға әйләнгән. Илдар Ғималетдинов был мәсьәләне төпләп өйрәнәсәген, яҡын арала үҙе Йылайыр районына сығасағын белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҡтың тәүге көндәренән үк кемуҙарҙан сәмләнеп эшләгән хужалыҡтарҙан килгән “ҡыҙыл ылау”ҙар заманы, үкенескә ҡаршы, онотолоп бара. Элек тулы ҡеүәтенә эшләгән элеваторҙар ярым буш бөгөн. Һуңғы йылдарҙа ашлыҡ тапшырыу күләме бермә-бер кәмегәс, күптәренең кәмәһе ҡомға терәлде.
— Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында колхоздарҙан килгән иген уңышы илле мең тоннаға еткән ине. Былтыр Краснокама, Ҡалтасы районы хужалыҡтарынан 10 мең тонна ашлыҡ тапшырҙылар. Быйылғыһын әйтергә телем әйләнмәй, бик аҙ, — тип борсола “Камский” элеваторы директоры Хәмит Ситдиҡов.
Утыҙ алты мең тонна ашлыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә предприятие үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Үҙ дәүерендә төньяҡ-көнбайыш төбәктә иң ҡеүәтле элеватор бушап ҡалһа ла, ҡорамалдарҙың эшһеҙ тутығыуына, хеҙмәт коллективының тарҡатылыуына юл ҡуймағандар. Предприятиеның елгәреү, киптереү агрегаттары төҙөк эшләй, келәттәрҙә лә тәртип. Әйткәндәй, буш келәттәрҙе тауар һаҡлау өсөн төрлө ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирәләр, етештереүҙә һаҡсыллыҡ күҙәтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 989 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”. Рәсәй балалар фондының Башҡортостандағы бүлексәһе һәр уҡыу йылы алдынан ойошторған акция шулай тип атала.
Сараның маҡсаты — балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, патронат, опекун, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән ярҙам итеү. I класҡа барасаҡ кескәйҙәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 7 сентябрҙә байрам да ойоштормаҡсылар.
— Фонд ҡарамағында балалар әйбере һәм китаптары банкы ла бар, — ти бүлексә рәйесе Нина Федянина. — Изге күңелле кешеләр ҡатнашлығында уны даими тулыландырабыҙ. Фонд балаларға кәрәкле һәр төрлө әйбер, уҡыу кәрәк-ярағы, аҡсалата ярҙам ҡабул итергә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуына күпселектә кеше ғәйепле. Ләкин фараз итеп, күҙаллап булмаған хәлдәр ҙә осрай. Ни тиһәң дә, тормошобоҙ индустрия менән бәйле, ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланабыҙ.
“Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең торба үткәргестәрендәге авария һөҙөмтәһендә дизель яғыулығы ағыуы ла — ошоларға миҫал. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына ҡараған Никольский ҡасабаһы менән Бөрө трактындағы һәләкәт тураһындағы хәбәр Экология министрлығының оператив-диспетчер хеҙмәтенә Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһынан килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 800 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының теүәл бер йыл әүәл үткән генераль ассамблеяһы материалдары хәтерҙә яңырҙы. Мәғлүмдер, унда, коррупцияға ҡаршы көрәш саралары менән бер рәттән, һәммә донъяны дер ҡалтыратып тороусы террорсылыҡ тураһында ла һүҙ барғайны. Әлеге ойошма һәм уның йыйындары ҡабул иткән ҡарарҙарҙы дәүләттәр хәҙер үтәргә бик атлығып тормай. Шул уҡ ваҡытта террорсылыҡтың һис тә кәмемәүе, ә халыҡ-ара ғөмүми именлеккә янаусы төп көскә әүерелеүе — инҡар ителгеһеҙ факт. Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров: "Террорсылыҡты ауыҙлыҡларлыҡ көстө әлегә табып булманы", — тип донъя йәмәғәтселегенең глобаль афәт алдындағы көсһөҙлөгөн таныны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына