Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Республика онкология диспансерының хирургия бүлексәһе мөдире, табип-онколог Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Яинар" стоматология клиникаһынан нисә йыл инде иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Баҡалынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә киләләр бында.
— Беҙ гел ошонда йөрөргә тырышабыҙ. Иң мөһиме — сифатлы итеп эшләйҙәр. Табиптан да, уның эшенән дә ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн улымды ла алып килдем әле, — тип клиниканы һәм уның етәкселеген маҡтарға ла өлгөрҙө Илеш районынан килгән Фәйрүзә Сабирова.
— Бында дауаланырға теләүселәр һәр саҡ күп. Шуға күрә алдан яҙылабыҙ. Кеше юҡҡа ғына тап ошо клиниканы һайламай. Бында шарттар ғына түгел, кешеләргә мөнәсәбәт тә һәйбәт, — тип уға ҡушыла икенсе ханым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә юл-транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡулланылған “Стрелка” фото һәм видеотеркәү комплекстары автомобилдәрҙең тиҙлеген арттырып күрһәтеүе ихтимал тигән шик белдерәләр. Был мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына хат менән мөрәжәғәт итергә йыйына.
“Стрелка” ЮХХДИ идаралығы тарафынан илдең бөтөн төбәктәрендә лә ҡулланыла. Был прибор хәрби авиацияла ҡулланыла торған радарҙан, автомобилде бер километр алыҫлыҡтан төшөрә башлаған камеранан ғибәрәт. Уны етештереүселәр, юлдың төрлө һыҙаттарында барған бер нисә автомобилдең тиҙлеген асыҡлауҙа хата булыуы мөмкин түгел, тип ышандырырға тырыша. Шулай ҙа, депутаттар фекеренсә, уға дәғүәләр күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Күс айырырға әҙерләнеүсе бал ҡорто ғаиләһенән иң яҡшы берәүһенән башҡа ҡорт инәләре ояларын юҡ итеү, был ғаиләне көсһөҙ ғаилә урынына, ә көсһөҙөн уның урынына күсереп ҡуйыу күстең сығыуын иҫкәртеүҙең һәм уның юғалыуына юл ҡуймауҙың иң ябай ысулы булып тора;
...бал ҡорттарының күс айырыуға әҙерләнеүенең беренсе билдәһе — ояла ата ҡорттар үрсеменең барлыҡҡа килеүе. Ләкин был — сәбәп түгел, ә эҙемтә генә;
...шундай осраҡтар ҙа булған: сығып киткән күс, үҙенә һауа ояһы ҡороп, йүкә ботағында, көнбағыш кәрзинендә 35–46 көнгә "туҡтап торған";
...илебеҙҙең айырым төбәктәрендә беҙҙең көндәргә тиклем умартасылар, күс айырым сыҡҡан саҡта, күнәккә, тасҡа, кәритәгә, салғыға һәм башҡа әйберҙәргә һуға. Уларҙың фекеренсә, был күсте "ҡамап ала". Ысынында иһә ҡорттарға был тауыштың бөтөнләй кәрәге юҡ. Саң ҡағыу — борондан килгән ғәҙәт кенә, уның асылы шуға ҡайтып ҡала: умартасы, берәй нәмә шылтыратып, үҙенең күршеһен күс осоп сығыуы тураһында иҫкәртә, әгәр ҙә күс уның ихатаһына барып ҡунһа, күрше күсте ҡайтарып бирергә тейеш була;
... белендермәй генә сығып киткән күсте уның ҡайһы ғаиләнән икәнен еңел белеп була. Бының өсөн кисен күстән ҡорттарҙы бер ҡалаҡ һоҫоп алалар ҙа, уларға шәкәр ҡомо (пудра) йәки он һибеп, ҡалаҡтан бушаталар. Ҡорттар үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгәнен "иҫкә төшөрә" һәм элекке урындарына кире әйләнеп ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 913 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Ул тиҙерәк үҫергә хыяллана. Йәнә лә машинист булып, поезда елдереп, Мәскәүгә барырға, Советтар Союзының төрлө төбәген күрергә теләй. Ошо хыял-өмөтөн иншаларында сағылдыра. Электр поездарының составтарҙы билдәле бер станцияға тиклем генә илтеүен, артабан кире әйләнеүен белмәй ине әле ул. Яҙмыштың уға бөтөнләй башҡа, еңел түгел, әммә йөкмәткеле, лайыҡлы тормош юлы әҙерләгәнен дә тоҫмалламай. Һүҙ — замандашыбыҙ, яҡташыбыҙ, баш ҡалала һәм республикала эшләп килгән ветерандар хәрәкәте етәкселәренең береһе Илдар Иҙрисов хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 669 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Ҡайҙа ғына йәшәһә лә, кеше ата-бабаһы көн иткән ерҙе юҡһына һәм ниндәйҙер мәлдә шул тарафҡа ҡайтырға ҡарар итә. Илдар Иҙрисов менән дә шулай була. Армиянан һуң бер аҙға ғына Маргиланға, шунан ата-әсәһе күсенгән Анапаға барып, туған-тыумасаһы, дуҫ-ише менән хушлаша ла Башҡортостанға, бала сағында бер нисә тапҡыр йәйге каникул көндәрен үткәргән Стәрлебашҡа йүнәлә.
Юл ыңғайы Харьковҡа инеп, автомобиль юлдары институтына уҡырға инә. Стәрлебаштағы туғандары уны ихлас ҡаршылай, әммә ул йылдарҙа ауыл ерендә эшкә урынлашыу ауыр булғанға уға йә Стәрлетамаҡта, йә Өфөлә төпләнергә кәңәш бирәләр. Ваҡытын бушҡа үткәрмәү өсөн китапханаға бара, совет заманында һәр юғары уҡыу йортонда мотлаҡ өйрәнелгән КПСС тарихы дәреслеген алып конспект яҙырға ултыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Радик Вахитовтың "Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә" ("Башҡортостан", №110, 114, 2012) тигән мәҡәләһенә ҡарата
Яҙарманға үтә зарури сифат — әхлаҡ мәсьәләһе килеп тыуа, шикелле, бында. Күрһәтелгән мәҡәләне һәүетемсә уҡып сыҡҡас, авторының баш бирмәүсе арғымаҡҡа атланыуын, теҙген тотаһы урында ҡамсы болғап екеренеүен ишеткәндәй булаһың. Ҡәрҙәштәребеҙ салауаттарға Салауат Юлаевтың хәҙерге Иглин районының Тәкәй ауылында тыуғанлығын танырға ваҡыт, бының менән улар һис ни юғалтмай, ә дөрөҫлөк ҡануны өҫкә сыға. Автор батыр хаҡында фәҡәт уның һүҙе хаҡ, башҡаларҙыҡы ялған тип бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағир бәхетеШағирҙың бәхете нимәлә? Илһамлы, ҡанатлы сәғәттәрҙә яңы әҫәр яҙғанда ижадсы донъяла, бәлки, иң бәхетле кешеләрҙең береһе булалыр. Яҙғаныңдың матбуғат аша уҡыусыларға барып етеүе лә оло бәхет бит. Ә бына һинең шиғырыңды башҡаларҙың яттан һөйләп йөрөүе, һинең һүҙҙәреңә яҙылған йырҙы йырлағандарын ишетеү — шағир өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?
Мин мәктәптәрҙәге әҙәби осрашыуҙарға һәр саҡ шатланып барам. Үҙем балалар өсөн яҙмаһам да, уҡыусыларҙың шиғыр һөйләгәндәрен, йырлағандарын кинәнеп тыңлайым, йәш ҡурайсыларҙың, бейеүселәрҙең һәләттәренә ҡарап, бүлмәләрҙә ҡәләмдәштәремдең рәсемдәрен, шиғырҙарынан алынған ҡанатлы юлдарҙы күреп, киләсәгебеҙгә ышанысым арта.
Осрашыуҙарҙа балаларҙың "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә" тип дәртләнеп, ғорурланып йырлағанын йыш ишетәм. Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов яҙған был йыр ошондай һүҙҙәр менән башлана һәм тамамлана:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күренекле драматург Флорид Бүләковтың "Мәскәү — Васютки" драмаһы буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында һәләтле режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштергән спектакль хаҡлы рәүештә хуплау һәм маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Был спектаклдең Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүе бик тә урынлы. Драмала мөһим тема күтәрелә — ғаилә проблемаһы. Бөйөк Ватан һуғышында яуыз фашизмды еңеп сыҡҡанбыҙ икән, тимәк, быға ғаиләләрҙең ныҡлы, мөхәббәттәрҙең емерелмәҫлек булыуы ла ярҙам итте. Әле, бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлашҡанда, был турала һөйләү көн талабы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Райондағы балалар өсөн йәйге сәләмәтләндереү лагеры үҫмерҙәргә лә, атай-әсәйҙәргә лә бик уңайлы. «Шишмәкәй» Йәрмәкәйҙән алыҫ түгел генә тәбиғәттең матур ҡосағында урынлашҡан. Уны мәңге йәшел ҡарағайҙар, зифа буйлы ҡайындар уратып алған. Һине бында асыҡ йөҙлө, яғымлы хеҙмәткәрҙәр йыраҡтан уҡ ихлас ҡаршы ала.
Утыҙ алты йыл эшләү осоронда лагерь бер нисә мең уҡыусыны сәләмәтләндергән. Бында 35 йылдан ашыу педагогик тәжрибәһе булған Лүзиә Камил ҡыҙы Хафизова етәкселек итә. Шуның 11 йылы туранан-тура ошо сәләмәтләндереү лагерына бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер вагонға һыйған ғүмерКүренекле драматург Флорид Бүләковтың "Мәскәү — Васютки" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншиндың, төп ролдәрҙе башҡарған Башҡортостандың халыҡ артистары Миңниса менән Филарит Бакировтарҙың һәм спектаклдең рәссамы Альберт Нестеровтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүе — ысын сәнғәттең тантанаһы ул.
Сер түгел, һуңғы осорҙа театрҙарыбыҙ сәхнәһендә еңел-елпе әҫәрҙәр хөкөм һөрә. Күп кенә режиссерҙар драматургтар юҡлыҡҡа япһара быны. Эйе, театр сәнғәте драматургтарға ҡытлыҡ кисерәлер ҙә, ләкин был ғына аҡланыу сәбәбе түгел, минеңсә. Йөрәге, йәне-тәне менән театрға бирелгән режиссер әҫәрҙе тейешле кимәлгә еткереп сәхнәләштереү өсөн драматург менән бергә эшләй, кәңәштәрен бирә, сөнки сәхнә әҫәре — ул драматургтың ғына түгел, режиссерҙың, артистарҙың, рәссамдарҙың дөйөм ижад емеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Ҡыҙыл Башҡортостан"дың элекке мөхәррире Ғарифулла Вәли улы Ғәзәйеров менән әңгәмә
Ғарифулла Вәли улы Ғөзәйеров 1911 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Ауырғазы районы) Иҫке Ибрай ауылында тыуған. 1932 йылда Өфө педагогия техникумын тамамлағас, Бүздәк районы ауыл йәштәре мәктәбендә уҡыта. Рәсәй телеграф агентлығының Башҡортостан бүлексәһендә мөхәррир була. 1942 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. "Йәш төҙөүсе", "Ленинсы" гәзиттәрендә, ВЛКСМ Өлкә комитетында эшләй. "Правда" гәзитенең Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе була. 1938 йылда "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзитен мөхәррирләй. 1948 йылда "Кызыл таң" гәзитенең мөхәррире итеп ҡуялар. 1950 йылдан — Башҡортостан дәүләт нәшриәте хеҙмәткәре, 1955 йылдан — БАССР Мәҙәниәт министрлығы бүлеге начальнигы. 1958 — 1965 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитеты рәйесе, 1965 — 1970 йылдарҙа шул уҡ комиттеттың рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1247 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡортоноң телен умартасы белер......Фәйрүзә менән Нәфҡәт Сәрүәровтар, йыраҡ араны яҡын итеп, Өфөгә бал фестиваленә Тәтешленән килгән.
– Йәрминкәлә икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ – беҙҙең балды яратып алалар, – тип ҡыуана ғаилә башлығы.
Бәҙрәш ауылында йәшәгән уңған ғаилә умартасылыҡ менән сирек быуат шөғөлләнә, 120 күс тота икән. Ҡышын, бал ҡорттарын "ялға" оҙатҡас, Сәрүәровтар мал-тыуарға баҫым яһай – ит-һөт етештерә. Ғөмүмән, ауылда эшһөйәрҙәр гөрләтеп эшләй, тос килем ала. Әйткәндәй, ғаилә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары, 25 йәшлек Нәргиз – төп ярҙамсылары, ғаилә эшен дауам итеүсе.
"Балды ҡайһы яҡтарға оҙатаһығыҙ? Өфө йыраҡ бит..." — тип ҡыҙыҡһыныуыма, Нәфҡәт Кәрим улы Екатеринбург ҡалаһына йыш йөрөүен, унда башҡорт балын бик теләп алыуҙарын әйтте. Күрше Пермь өлкәһендә лә республикабыҙҙың визит карточкаһына әүерелгән татлы ризыҡтың ҡәҙерен беләләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Баймаҡ ҡалаһы һәм районында булды.
Унда республика етәксеһе “Башҡортостан деликатестары” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Быйыл ғына асылған предприятие төҙөлөшөнә инвесторҙар 140 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Әле ул 80 төрлө ит ризығы сығара. Рөстәм Хәмитов етештереү технологияһы менән танышты, продукция һатыу менән ҡыҙыҡһынды. Йәмғиәттә әйтеүҙәренсә, ит ризыҡтары Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Учалы, Сибай ҡалаларына, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына ебәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 851 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзит уҡып кинәнәмГәзитебеҙҙең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылып, квитанцияның күсермәһен почта аша ебәреүселәр лотерея уйынында ҡатнаша ала ине. Еңеүселәргә “Серафимовка ҡош мамығы” предприятиеһынан бүләк вәғәҙә ителгәйне. Иҫтәлекле бүләктәребеҙҙең береһе, йәғни йылы юрған, Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында йәшәүсе Әкрәм Әхмәтов ғаиләһенә тәтене.
Әкрәм Сәмиғулла улы әйтеүенсә, квитанцияны редакцияға ҡатыны Рәсимә Сафа ҡыҙы ебәргән. Ҡырҡ йылға яҡын “Башҡортостан”ды алдырып, яратып уҡыған Әхмәтовтар ғаиләһе Төрөкмән ауылындағы ваҡытлы матбуғатҡа иң күп яҙылыусылар рәтендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1042 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына