Бынан бер нисә йыл элек Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында үткән һабантуйҙан туҡ күңел менән ҡайтып ингән туғандарҙың шатлығы эсенә һыйманы:
— Эй, күңелле булды. Рәхмәт инде колхоз рәйесенә, мал һуйҙырып, ҡаҙан аҫтырып, халыҡты һыйланы, алдынғыларға аҡсалата премияһын да, ҡиммәтле бүләктәрен дә тапшырҙы. Уларҙың һөйләгәндәренә иҫем китте.
— Колхоз?! Премиялар?! — Колхоздың нимә икәнен дә онотоп барған, өҫтәүенә, һабантуйҙарҙа, ғәҙәттә, түрәләр һәм үрҙән килгәндәр өсөн генә тирмәләр ҡуйылып, ҡаҙан аҫылыуына күнеккән кешегә ни, быларҙың барыһы ла ят тойолдо. Әйтерһең дә, мин бер сит утрауға, именлек утрауына, килеп эләккәнменме ни!
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төш” тигән шиғырында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев үҙенең үлеменән һуң ихтимал буласаҡ ваҡиғаларҙы шаяртып ҡына фаразлаһа ла, хәҙерге ғәмәли ысынбарлыҡ тураһында уйланған кеше һүрәтләнгәндәрҙең хаҡиҡәткә яҡын булыуына ышаныр. Хәйер, мөнәсәбәттәр ихласлығын белеү өсөн теге донъяға юлланыу ҙа мотлаҡ түгел. Әҙәм балаһының бөйөклөгө артҡан һайын тауҙарҙың бейеклеге кәмегәндәй, гонаһлы ерҙе йондоҙҙар баҫып алғанда, асмандағылар, тоноҡланып, мәңгелек төпкөлдәренә сигенгәндәй. Сәйер, аңлашылмаған, күҙ йәштәренә сәсәп көлгән заман...
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Президенты:


“Эшмәкәрлегебеҙҙең философияһы — кешеләргә үҙҙәрен ҙур процестарҙа ҡатнашыусы итеп тойорға, сәфәр сығыу өсөн аҡсалары булмағанда ла төрлө илдәрҙә һәм ҡалаларҙа ял итеү мөмкинлеге бирергә. Икенсе аҙым балалар туризмын үҫтереү буласаҡ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
5 — шағир, ғалим, филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиевтең тыуыуына — 75 йыл (1937 — 1983)
10 — шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәккә — 60 йәш (1952)
15 — инженер-механик, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, “Почет Билдәһе”, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Әсғәт Ғүмәровҡа — 75 йәш (1937)
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
7 август иртәһе һалҡын булһа, ҡыш та һалҡын булыр.
Имән сәтләүеге күп булһа, уңыш мул булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 788 тапҡыр // Тотош уҡырға
2 — Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө
5 — Тимер юлсылар көнө
6 — Хиросима көнө. Бөтә донъя ядро ҡоралына ҡаршы сығыу көнө
— Тимер юл ғәскәрҙәре көнө
9 — Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 Алға
Бит башына