“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү буйынса совет рәйесе Илдар Ғималетдинов граждандарҙы ҡабул итте. Уға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 17 кеше мөрәжәғәт итте.
Мәҫәлән, ағас эшкәртеү өлкәһендә эшләүсе “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” етәкселәре (союз 14 эшҡыуарҙы берләштерә) ер участкалары алыуҙа ярҙам һорай. Былтыр көҙ булдырылған союз төбәктә ошо йүнәлеш буйынса индустриаль парк булдырыуҙы күҙаллай. Ул үҙ эсенә ағасты ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү буйынса сәнәғәт объекттарын аласаҡ. Әле предприятиеларҙа райондың 1,5 мең кешеһе эшләй. Ағас күмере етештереү буйынса завод төҙөлгән, үҫентеләр питомнигы булдырылған. Тик ошо сәнәғәтте артабан да үҫтереү өсөн ер алыу ҙур проблемаға әйләнгән. Илдар Ғималетдинов был мәсьәләне төпләп өйрәнәсәген, яҡын арала үҙе Йылайыр районына сығасағын белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ураҡтың тәүге көндәренән үк кемуҙарҙан сәмләнеп эшләгән хужалыҡтарҙан килгән “ҡыҙыл ылау”ҙар заманы, үкенескә ҡаршы, онотолоп бара. Элек тулы ҡеүәтенә эшләгән элеваторҙар ярым буш бөгөн. Һуңғы йылдарҙа ашлыҡ тапшырыу күләме бермә-бер кәмегәс, күптәренең кәмәһе ҡомға терәлде.
— Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында колхоздарҙан килгән иген уңышы илле мең тоннаға еткән ине. Былтыр Краснокама, Ҡалтасы районы хужалыҡтарынан 10 мең тонна ашлыҡ тапшырҙылар. Быйылғыһын әйтергә телем әйләнмәй, бик аҙ, — тип борсола “Камский” элеваторы директоры Хәмит Ситдиҡов.
Утыҙ алты мең тонна ашлыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә предприятие үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй. Үҙ дәүерендә төньяҡ-көнбайыш төбәктә иң ҡеүәтле элеватор бушап ҡалһа ла, ҡорамалдарҙың эшһеҙ тутығыуына, хеҙмәт коллективының тарҡатылыуына юл ҡуймағандар. Предприятиеның елгәреү, киптереү агрегаттары төҙөк эшләй, келәттәрҙә лә тәртип. Әйткәндәй, буш келәттәрҙе тауар һаҡлау өсөн төрлө ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирәләр, етештереүҙә һаҡсыллыҡ күҙәтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”. Рәсәй балалар фондының Башҡортостандағы бүлексәһе һәр уҡыу йылы алдынан ойошторған акция шулай тип атала.
Сараның маҡсаты — балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, патронат, опекун, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән ярҙам итеү. I класҡа барасаҡ кескәйҙәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 7 сентябрҙә байрам да ойоштормаҡсылар.
— Фонд ҡарамағында балалар әйбере һәм китаптары банкы ла бар, — ти бүлексә рәйесе Нина Федянина. — Изге күңелле кешеләр ҡатнашлығында уны даими тулыландырабыҙ. Фонд балаларға кәрәкле һәр төрлө әйбер, уҡыу кәрәк-ярағы, аҡсалата ярҙам ҡабул итергә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуына күпселектә кеше ғәйепле. Ләкин фараз итеп, күҙаллап булмаған хәлдәр ҙә осрай. Ни тиһәң дә, тормошобоҙ индустрия менән бәйле, ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланабыҙ.
“Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең торба үткәргестәрендәге авария һөҙөмтәһендә дизель яғыулығы ағыуы ла — ошоларға миҫал. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына ҡараған Никольский ҡасабаһы менән Бөрө трактындағы һәләкәт тураһындағы хәбәр Экология министрлығының оператив-диспетчер хеҙмәтенә Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһынан килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының теүәл бер йыл әүәл үткән генераль ассамблеяһы материалдары хәтерҙә яңырҙы. Мәғлүмдер, унда, коррупцияға ҡаршы көрәш саралары менән бер рәттән, һәммә донъяны дер ҡалтыратып тороусы террорсылыҡ тураһында ла һүҙ барғайны. Әлеге ойошма һәм уның йыйындары ҡабул иткән ҡарарҙарҙы дәүләттәр хәҙер үтәргә бик атлығып тормай. Шул уҡ ваҡытта террорсылыҡтың һис тә кәмемәүе, ә халыҡ-ара ғөмүми именлеккә янаусы төп көскә әүерелеүе — инҡар ителгеһеҙ факт. Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров: "Террорсылыҡты ауыҙлыҡларлыҡ көстө әлегә табып булманы", — тип донъя йәмәғәтселегенең глобаль афәт алдындағы көсһөҙлөгөн таныны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Республика онкология диспансерының хирургия бүлексәһе мөдире, табип-онколог Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 950 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Яинар" стоматология клиникаһынан нисә йыл инде иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Баҡалынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә киләләр бында.
— Беҙ гел ошонда йөрөргә тырышабыҙ. Иң мөһиме — сифатлы итеп эшләйҙәр. Табиптан да, уның эшенән дә ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн улымды ла алып килдем әле, — тип клиниканы һәм уның етәкселеген маҡтарға ла өлгөрҙө Илеш районынан килгән Фәйрүзә Сабирова.
— Бында дауаланырға теләүселәр һәр саҡ күп. Шуға күрә алдан яҙылабыҙ. Кеше юҡҡа ғына тап ошо клиниканы һайламай. Бында шарттар ғына түгел, кешеләргә мөнәсәбәт тә һәйбәт, — тип уға ҡушыла икенсе ханым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә юл-транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡулланылған “Стрелка” фото һәм видеотеркәү комплекстары автомобилдәрҙең тиҙлеген арттырып күрһәтеүе ихтимал тигән шик белдерәләр. Был мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына хат менән мөрәжәғәт итергә йыйына.
“Стрелка” ЮХХДИ идаралығы тарафынан илдең бөтөн төбәктәрендә лә ҡулланыла. Был прибор хәрби авиацияла ҡулланыла торған радарҙан, автомобилде бер километр алыҫлыҡтан төшөрә башлаған камеранан ғибәрәт. Уны етештереүселәр, юлдың төрлө һыҙаттарында барған бер нисә автомобилдең тиҙлеген асыҡлауҙа хата булыуы мөмкин түгел, тип ышандырырға тырыша. Шулай ҙа, депутаттар фекеренсә, уға дәғүәләр күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Күс айырырға әҙерләнеүсе бал ҡорто ғаиләһенән иң яҡшы берәүһенән башҡа ҡорт инәләре ояларын юҡ итеү, был ғаиләне көсһөҙ ғаилә урынына, ә көсһөҙөн уның урынына күсереп ҡуйыу күстең сығыуын иҫкәртеүҙең һәм уның юғалыуына юл ҡуймауҙың иң ябай ысулы булып тора;
...бал ҡорттарының күс айырыуға әҙерләнеүенең беренсе билдәһе — ояла ата ҡорттар үрсеменең барлыҡҡа килеүе. Ләкин был — сәбәп түгел, ә эҙемтә генә;
...шундай осраҡтар ҙа булған: сығып киткән күс, үҙенә һауа ояһы ҡороп, йүкә ботағында, көнбағыш кәрзинендә 35–46 көнгә "туҡтап торған";
...илебеҙҙең айырым төбәктәрендә беҙҙең көндәргә тиклем умартасылар, күс айырым сыҡҡан саҡта, күнәккә, тасҡа, кәритәгә, салғыға һәм башҡа әйберҙәргә һуға. Уларҙың фекеренсә, был күсте "ҡамап ала". Ысынында иһә ҡорттарға был тауыштың бөтөнләй кәрәге юҡ. Саң ҡағыу — борондан килгән ғәҙәт кенә, уның асылы шуға ҡайтып ҡала: умартасы, берәй нәмә шылтыратып, үҙенең күршеһен күс осоп сығыуы тураһында иҫкәртә, әгәр ҙә күс уның ихатаһына барып ҡунһа, күрше күсте ҡайтарып бирергә тейеш була;
... белендермәй генә сығып киткән күсте уның ҡайһы ғаиләнән икәнен еңел белеп була. Бының өсөн кисен күстән ҡорттарҙы бер ҡалаҡ һоҫоп алалар ҙа, уларға шәкәр ҡомо (пудра) йәки он һибеп, ҡалаҡтан бушаталар. Ҡорттар үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгәнен "иҫкә төшөрә" һәм элекке урындарына кире әйләнеп ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Ул тиҙерәк үҫергә хыяллана. Йәнә лә машинист булып, поезда елдереп, Мәскәүгә барырға, Советтар Союзының төрлө төбәген күрергә теләй. Ошо хыял-өмөтөн иншаларында сағылдыра. Электр поездарының составтарҙы билдәле бер станцияға тиклем генә илтеүен, артабан кире әйләнеүен белмәй ине әле ул. Яҙмыштың уға бөтөнләй башҡа, еңел түгел, әммә йөкмәткеле, лайыҡлы тормош юлы әҙерләгәнен дә тоҫмалламай. Һүҙ — замандашыбыҙ, яҡташыбыҙ, баш ҡалала һәм республикала эшләп килгән ветерандар хәрәкәте етәкселәренең береһе Илдар Иҙрисов хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 45 Алға
Бит башына