БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында физик тәрбиәгә иғтибар ҙур
Һаулығы юҡтың — ҡәҙере юҡХәҙер, баҙар шарттарына ярашлы, йәш уҡытыусы, инженер йә булмаһа менеджер төрлө яҡлап үҫешкән, үҙ һөнәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән, ижади фекерләгән белгес булырға тейеш. Әммә бының өсөн һанап үтелгән “күрһәткестәр” генә етәме? Халыҡ әйтмешләй, һаулығың юҡ икән, аҡылың да, уңғанлығың да — һуҡыр бер тин. Шуға ла уҡыу йорттарының төп бурысының береһе — студентҡа белем һәм рухи тәрбиә биреү менән бер рәттән, уны физик яҡтан сыныҡтырыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала быйыл тулайым һауым 1,200 миллион тоннанан ашыуҙы тәшкил иткән. Был тәңгәлдә Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың һәр береһендә 23 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән.
Йыл башынан алып бер һыйырҙан 2670 килограмм һөт һауып алынған (былтырғыға ҡарағанда 265 килограмға күберәк). Ауырғазы, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош райондарында бер һыйырҙан уртаса 3 мең килограмдан ашыу һөт һауып алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Төбәкте һыу менән тәьмин итеү системаһы. Яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү тәжрибәһе” төбәк-ара конференцияһы үткәрелә. Әлеге сара “Таҙа һыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республикабыҙ менән Мәскәү ҡалаһы араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙә сағылыш тапҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сәскәнең — үҙ төҫөШәмбе иртәһендә баш ҡаланың Ленин урамы гөл-сәскәгә, йыр-моңға күмелгәйне. Айырыуса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында халыҡ күп. Бында күренекле артистар, Рөстәм Сөләймәнов етәкселегендәге милли симфоник оркестр сығыш яһай.
Быға тиклем Өфөнөң һәр районы сәскә байрамын айырым-айырым үткәрә ине. Быйыл беренсе тапҡыр күптән матур йолаға әүерелгән сағыу сара Ленин урамында ойошторолдо. Был күптәрҙең күңеленә хуш килде. Әлеге сарала республика етәксеһенең ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе. Рөстәм Хәмитов экспозицияларҙы ҡарап сыҡты, халыҡ менән әңгәмәләште.
Үҙемә ҡалһа, байрамға дүрт йәшлек ҡыҙым Дилә менән килгәйнем. Ҡыҙыҡайҙың сәскәгә сабый саҡтан уҡ иҫе китә, тик быға тиклем бер тапҡыр ҙа сәскәләр байрамында булғаны юҡ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар! Яңы рубрика: Финанс ғилеме
Финанс ғилеме, иҡтисад серҙәре тураһында күпте беләбеҙме? Ошо өлкәлә эшләгәндәрҙе, эшҡыуарҙарҙы иҫәпкә алмағанда, юҡтыр, моғайын. Сер түгел: арабыҙҙа девальвацияны дефолттан айырмағандар, облигация менән фьючерс кеүек финанс инструменттары тураһында ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ишетмәгәндәр ҙә юҡ түгел. Ярай, быларҙы белеүҙең, бәлки, күптәребеҙгә кәрәге лә юҡтыр. Әммә кредит һорап мөрәжәғәт иткәндә, килешеүҙең ниндәй юлдарына күҙ һалырға онотмаҫҡа, эштән бирелгән пластик картаның ниндәй өҫтөнлөктәре бар, аҡсаны банктан башҡа тағы ниндәй ойошмаларҙа һаҡларға була, нимә ул интернет-банкинг – ошо һәм башҡа бик күп һорауға яуап табыу тормошобоҙҙо күпкә еңеләйтер, байтаҡ ҡатмарлыҡтан ҡурсалар ине, эйе бит?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарыу, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы ситкә ебәреү киң таралған закон боҙоу осраҡтарына инә.
— Экология министрлығы белгестәре Өфө һәм Иглин райондарында рөхсәтһеҙ ҡом һәм ҡырсынташ сығарыуҙы асыҡланы. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме иҫәпләнде, — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ғәрәп яҙы”н “Курд яҙы” алмаштырырмы?

Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге “Ғәрәп яҙы” исеме менән нарыҡланған революция еле курдтарға ла килеп етте, ахырыһы. Сүриәлә барған ыҙғышты улар үҙ маҡсатында файҙаланып ҡалырға тырыша. Быуаттар һуҙымында үҙбилдәләнешкә ынтылып та, бойондороҡһоҙлоҡ ала алмаған халыҡ өсөн Сүриәләге боларыш һуңғы мөмкинлек кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1082 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең уҡыу йылы алдынан әһәмиәтле “старты” ине. Былтырғы уңыш-етешһеҙлектәрҙе барларға, һығымталар яһарға ваҡыт булды. Киләһеләре менән сағыштырырға, үҙенә күрә йөкләмәләр алырға форсат етте. Башҡа өлкәләрҙән айырмалы рәүештә, мөғәллимдәргә яуаплы эш — йәш быуынды тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. Ошо тәрбиә нисек — илебеҙҙең киләсәк яҙмышы ла шулай. Уҡый-яҙа белмәгән балаға хәреф өйрәтеү генә түгел, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең патриоттарын тәрбиәләү, сабыйҙар күңеленә күп милләтле халҡының нигеҙе булған дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын һалыу ҙа — улар иңендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 949 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дүрт айҙа төҙөлгән мәктәпӨфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 101-се урта мәктәп уҡыусыларының ҙур шатлығын, ғорурлыҡ тойғоһон уртаҡлашмайынса булмай. Өс йыл “кеше тупһаһы”н тапағандан һуң яңы уҡыу йылын йәш димдәр өр-яңы, әллә ҡайҙан балҡып торған, заманса йыһазландырылған мәктәптә башлаясаҡ. Был бәхеткә өлгәшкәндәре өсөн улар иң тәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, “Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты” муниципаль унитар предприятиеһына һәм “Башкиргражданстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рәхмәтле. Сөнки мәғариф учреждениеһы бинаһы дүрт ай эсендә ҡалҡып сыҡты, һәм бына ул уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән
“Витязь” машина эшләү компанияһы хеҙмәткәрҙәре:
токарь Бушин Алексей Николаевичҡа, фрезеровщик Гаврилов Евгений Валентиновичҡа, баш конструктор Ильин Александр Ивановичҡа, баш конструктор урынбаҫары Микалуцкий Владимир Кузьмичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”,
“Уралмостострой” йәмғиәте филиалының 30-сы күпер төҙөү отряды хеҙмәткәрҙәре:
Ком: 0 // Уҡынылар: 780 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 45 Алға
Бит башына