Бал бирәйем үҙеңә, балҡып сыҡһын йөҙөңәБөгөн “Башҡортостан — Рәсәйҙең баллы төбәге” фестивале асылаГерманияла нәҙекәйбилдәрҙе үрсетеп, уларҙы тотош Европаға таратыу, был илдәрҙе бал менән һыйлау уйы менән янабыҙ
"Көн йылы, күк йөҙө нурланып тора. Тирә-яғынан аралаш урман менән сорналған аҡланда шылт иткән дә тауыш юҡ. Тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола был. Мин бер умарта-йәшник алдында ултырам һәм кескәй генә йән эйәләрен – бал ҡорттарын күҙәтеп, шул мәхлүктәрҙең йәшәү асылы хаҡында уйланам. Миңә уларҙың ғүмере ғәжәп ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес сетерекле лә тойола... Бында башҡорт ҡорттары аҫрала. Был тоҡом үҙенең талымһыҙлығы, егәрлелеге менән бөтә донъяға данлы. Умарталыҡтан бал еҫе, балауыҙ тәме аңҡый..." Күренекле әҙип Азат Абдуллин үҙенең бер яҙмаһын шулай башлаған. Йәнле лә, күңелле лә ошондай күренешкә бөгөн һәммәбеҙ ҙә шаһит булырбыҙ, "Аҡбуҙат" ипподромында "Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге" тигән фестиваль башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 979 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табиптар үҫмерҙәр араһында һау-сәләмәттәренең бик аҙ булыуы, мәктәпте тамамлағанда һаулыҡтары тамам ҡаҡшауы хаҡында борсолоп саң ҡаға торғас, 14 йәшлектәрҙе диспансер тикшереүе үткәреүҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһына индерҙеләр. Былтыр, уҡыуҙар башланғас, был эшкә тотондолар. Ошо сара быйыл да үткәреләсәк. Уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Мотлаҡ медицина страховкаһының төбәк фонды менән бергә атҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Маликов Рәйеф Сәлих улы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡорт ҡараһаң, ул һине ҡарарХозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡаранйылға ауылы. Бында йәшәүселәргә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙе Хоҙай үҙе ҡушҡан. Ауылды төрлө яҡлап бейек-бейек тауҙар, текә тарлауыҡтар, ҡалын урмандар уратып алған. Урмандарында бал биреүсе мең төрлө хуш еҫле сәскәләр үҫә. Төп байлыҡ — йүкә урмандары ла эргәлә генө. Ауылды ҡап уртаға бүлеп аҡҡан Ҡаранйылға шишмәһе, эргәһенән йыландай борғаланған Мәндем йылғаһы ла умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн тик ҡулай ғына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратҡан шөғөл дә, күңел йыуанысы лаҠандалаҡбаш ауылы тәбиғәттең ғәжәп матур мөйөшөндә урынлашҡан. Йүкә урманы, болон, туғайҙар. Әйтерһең дә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн генә яратылған... Был төбәктә йәшәүселәр тәбиғәттең уңайлы шарттарын, мөмкинлектәрен оҫта файҙалана, бында умарта тотмаған кеше һирәктер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар ҡайһы бер бөжәк ашаусы ҡоштар, шулай уҡ умартанан тышта йәшәүсе, бал ҡорттарына һөжүм итеүсе йәки бал ашаусы бөжәктәр. Бал ҡорттарын юҡ итеп, балға һөжүм яһап, ғаиләләрҙе көсһөҙләндерә, йыш ҡына продуктлылығын кәметә. Бөжәк ашаусы ҡоштарҙың күбеһе, умарталыҡтарға барып эләгеп, ҡорттарҙы ла юҡҡа сығара, умартасылыҡҡа ла зыян килтерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылҡы малының тылсымы барЗаман үҙенсәлеге: кеше ғүмерен оҙайтыу, һаулығын һаҡлау, сирҙәрҙе дауалау өсөн ниндәй генә ысулдар тәҡдим ителмәй! Традицион медицина мөмкинлектәре ярҙам итә алмағанда, кешеләрҙе өмөт төрлө юлға әйҙәй, һәммә әмәлдәрҙе һынап ҡарарға мәжүр итә.
"Иппотерапия" һүҙе грек телендәге "hippos"(ат) һәм "therapy" (дауалау) һүҙҙәренән алынған һәм тура тәржемә иткәндә "ат менән дауалау" тигәнде аңлата. Беҙгә, йылҡысылыҡты милли малсылыҡ төрө итеп белгән халыҡҡа, әлбиттә, был ысул яҡшы таныш, мәгәр атамаһы ғына – заман үҙенсәлеге (әммә бөгөн һүҙ милли ризығыбыҙ – файҙалы ҡымыҙ хаҡында түгел). Ғәмәле ябай: дауаланыу өсөн һыбай йөрөйҙәр, был физкультура социаль-психологик һәм дауалау-реабилитация үҙенсәлектәрен берләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 657 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был юлдан миңә көнөнә кәмендә дүрт-биш тапҡыр үтергә тура килә: баланы баҡсаға алып барам, унан кире яҡҡа үтеп, туҡталышҡа сығам. Кисен тағы – ошо уҡ юл, сөнки Өфөнөң төп урамдарының береһе булған Октябрь проспекты киң, уны светофорҙа йә иһә ер аҫты юлы аша ғына үтергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 818 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа...Атлас – тауискүҙ күбәләктәр төркөмөнә ҡарай. Донъялағы иң ҙүр күбәләктәр иҫәбенә инә. Ҡанатын йәйгәндә киңлеге 25 – 29 сантиметрға етеүе ихтимал. Көньяҡ-көнсығыш Азия, Көньяҡ Ҡытай, Таиланд һәм Индонезияның тропик, субтропик урмандарында осрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы өйләнгән ике ир осрашҡан. Береһе икенсеһенән һорай икән:
– Ҡара әле, һин "баллы ай"ҙың ни икәнлеген беләһеңме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 45 Алға
Бит башына