
Алтын ҡуллы ине Илдарҙың олатаһы. Талдан “һә” тигәнсә кәрзинен дә үрә, ҡайын туҙынан тырыз яһай, йүкәнән һауыт-һаба, хужалыҡ кәрәк-ярағы эшләй ине.
Малай кескәй саҡтан уҡ олатаһы янында сыуалды, ярҙамлашырға тырышты. Оҫталығы менән тирә-йүнгә даны таралған ҡартҡа күберәк арба, сана яһау үтенесе менән киләләр ине. Ләкин Илдарҙы иң таң ҡалдырғаны — олатаһының ағас һырлау оҫталығы. Йортона инһәң дә һатып алынған һис бер әйбер күрмәҫһең: шкаф, карауат, һауыт-һаба тиһеңме — барыһы ла үҙ ҡулы менән эшләнгән. Өс йәштә сағында олатаһы бүләк иткән ҡурсаҡты һеңлеһе бөгөн дә һаҡлай...
Бәләкәйҙән үк олатаһы кеүек оҫта булырға хыялланды Илдар. Мәктәпкә уҡырға ингәс, хыялы ысынбарлыҡҡа әүерелде — Максим урта мәктәбендә хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы уларҙы ағас һырлау, семәрләү серенә өйрәтте. Уҡытыусыһы Булат Әхмәтғәлиев ысын мәғәнәһендә теләһә ниндәй ағас киҫәгенә “йән өрөп”, унан береһенән-береһе матурыраҡ төрлө һауыт-һаба, кеше, хайуан һындары яһай белеүсе “тылсымсы” ине.