Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы баш ҡалаБыл байрамды баш ҡалабыҙ күптән һағынғайны. Тирә-яҡты моңға күмеп дәртле көй ағыла. Ә бында йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Шуға ла Өфөләге Салауат Юлаев майҙаны мең төҫтәге күбәләктәр уйынын хәтерләтә ине...
Кисә V Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале ана шулай тантаналы рәүештә асылып китте. Унда “ТӨРКСОЙ” Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. “Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәре өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип ышанам”, — тиелә Президентыбыҙ ҡотлауында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлектең әһәмиәтен онотмаһаҡ ине1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәй армияһының еңеүенә башланғыс һалған Бородино яланындағы алыш бынан теүәл ике быуат элек, тап ошо көндә – 7 сентябрҙә булған. Шанлы ваҡиғалар тураһында уйланғанда ниҙәр күҙ алдығыҙға баҫа? Әлбиттә, күк йөҙөн ҡаплап алған ҡара төтөн, мылтыҡ тауышы, туптар гөрһөлдәүе, мундирлы француз һәм урыҫ һалдаттарының йөҙгә-йөҙ бәрелешкән сафтары, башҡорт һыбайлыларының дошман өҫтөнә уҡ яуҙыра-яуҙыра йән-фарман алға сабыуы...
Күптән түгел Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған байрам сараларының береһендә сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин: "Тыуған илебеҙ тарихында яуҙар бик күп булған, әммә шуларҙың икәүһен генә "Ватан һуғышы" тип беләбеҙ. Беҙҙең милли, тарихи хәтеребеҙҙә улар тап ошо атама менән нығынып ҡалған. Ватан һуғыштарының тәүгеһендә лә, икенсеһендә лә Рәсәйҙең, Европаның ғына түгел, тотош донъяның яҙмышы хәл ителгән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙалдар һаны буйынса икенсе урында. Шуныһы ҡыуандыра: 28 "алтын"дың унауһы — Башҡортостан спортсыларыныҡы!
Яҡташтарыбыҙ араһынан йөҙөүҙә Александр Неволин-Светов — бер алтын, ике көмөш, йүгереүҙә Алексей Лабзин — ике алтын, оҙонлоҡҡа һикереүҙә Андрей Коптев, йүгереүҙә Анастасия Овсянникова, Елена Паутова — берәр алтын, һөңгө ырғытыуҙа Анна Сорокина көмөш миҙал алды. Йөҙөүсе Оксана Савченконың ҡаҙаныштары Паралимпиада өсөн, ғөмүмән, бик һирәк күренеш: ул бер аҙнала дүрт алтын миҙал яулауға өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел ғәмәле изгелектән тораҮҙенең 100 йәшен билдәләгән Заһиҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Вәлитова Красноусол ауылында йәшәй.
Ғафури районының иң матур ауылдарының береһе — Ҡолҡанда ете ҡыҙ, ике малай араһында тыуып үҫә ҡыҙ. Бала сағы ауыр осорға тура килһә лә, әллә ни ҡыйынлыҡ кисермәй ул.
Ун алты йәшкә тиклем балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәһә лә, артабанғы тормошо бик еңелдән булмай. 1928 йылда Әхмәҙулла ҡартты ике ат, өс һыйыр, күпләп умарта тотаһың тип, “кулак” мөһөрө тағып, барлыҡ мөлкәтен тартып алалар. Ярай әле һөргөнгә ебәрмәйҙәр, ауылда ҡалдыралар. Бәлки, туғыҙ балаһын кем ҡарар, тигәндәрҙер. Хәләл көсөн, әсе тирен түгеп тапҡан малдан бер көн эсендә ҡолаҡ ҡағыуына ҡарамаҫтан, Әхмәҙулла яңынан донъя ҡорорға, балаларын аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейек ағас башына түмәр умарта күтәргән ваҡытта, йығылып төшөп, мәрхүм булып ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баһаһын төшөрмәйекҒүмер буйы яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзитенең 95 йыллығы айҡанлы уй-фекерҙәремде еткерергә булдым. Баҫманы мәктәптә уҡыған осорҙан, йәғни үткән быуаттың 50-се йылдарынан алдырам.
Башҡортостан радиоһында эшләгәндә көн дә иртән телеүҙәккә барышлай (ул ваҡытта типография Карл Маркс урамында ине) гәзитте алып, иң элек баш мәҡәләне уҡып, эстәлеге менән танышып, яңылыҡтарҙы республика халҡына еткерә торғайным. Эш көнөм шулай башлана ине. Әле лә гәзит уҡымаһам, күңелем тыныс түгел, нимәлер етмәгән һымаҡ.
Һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөкмәткеһе байыны, тормоштоң төрлө яҡтары яҡтыртыла, ғаилә, тәрбиә темалары, файҙалы кәңәштәр урын ала. “Аҡмулла”, “Сәләмәт булайыҡ!” һәм башҡа махсус биттәр ҙә уҡыусының зауығына тап килерлек. Мәрйәм Бураҡаеваның, Ләлә Бейешеваның фәһемле мәҡәләләрен, Венер Исхаҡовтың юморескаларын, Салауат Әбүзәровтың шиғырҙарын яратып уҡыйым. Танылған шағирә Тамара Ғәниеваның (2012 йыл, 8 август) “Асыҡларға ваҡыт!” тигән мәҡәләһен уҡып кинәндем. Фәһемле, уйландыра торған яҙма.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәтле хужаЮл йөрөүселәрҙең юл аҙабын изге күңелле, алсаҡ кешеләр еңеләйтә. Күгәрсен районының Йомағужа ауылына килеп төшкәс, ҡайһы яҡҡа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй торғанда, олпат ҡына йәштәге ағайҙың беҙҙе үҙенең иғтибарынан да, ярҙамынан да ситтә ҡалдырмауына күңел һөйөндө. Әйтерһең дә, туғандарын осраттымы ни, диҡҡәт менән тыңлап, йылмайып кәңәштәрен биреп, кәрәк урынға оҙатып ҡуйҙы. Урындағы етәкселектең дә ағайҙы ихтирам итеүенә төшөндөк. Һәр мәсьәлә, һорау буйынса уның менән кәңәшләшеп, уртаҡ тел табыуҙары һуҡыр күҙгә лә салыныр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 сентябрҙән 2013 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды.
“Башҡортостан” гәзите киләһе йыл да өйөгөҙгә йәки эшләгән урынығыҙға килеүен дауам итһен тиһәгеҙ, ошо хаҡта әле үк хәстәрлек күрегеҙ. Баҫмаға Рәсәйҙең барлыҡ почта бүлексәләрендә лә яҙылып була, ул “Рәсәй матбуғаты” каталогына индерелгән. Шуға күрә бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ тыумаҫҡа тейеш.
Гәзиткә өс индекс буйынса яҙыла алаһығыҙ. Аҙнаһына биш тапҡыр килә торғанын һайлаһағыҙ, һис кенә лә отолмаҫһығыҙ. Ул сағында донъя, ил, республика яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, тарихы менән даими танышып барасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә яуап табырһығыҙ. Ә “Башҡортостан”- Йома”ға нигеҙҙә аҙ килемле ғаиләләр яҙыла ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Ер аҫты батшалығы»ндағы сәмле алышРеспубликаның металлургия сәнәғәте — Башҡортостан иҡтисадының ныҡлы терәге. Көньяҡ Уралда тау сәнәғәтенең визит карточкаһына әүерелгән «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған Хәйбулла руднигының «Юбилей» ятҡылығында шахта йөгөн тейәү-ташыу машиналары операторҙары араһында I Бөтә Рәсәй беренселегенең үтеүе лә быға асыҡ миҫал.
«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте 2006 йылдың майынан файҙалы ҡаҙылмаларға бай «Юбилей» ятҡылығында эш алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш осоро балалары. Бөгөнгө олпат йәштәге абруйлы, эшһөйәр, кешелекле һәм рухи яҡтан бай быуын... Илебеҙ өсөн үтә лә ауыр һуғыш осоро йылдарында мәхрүмлекте, аслыҡ-яланғаслыҡты, ҡәҙерлеләреңде юғалтыу хәсрәтен, ололар ғына башҡара алырлыҡ эштәрҙе үҙ елкәһендә татыған балалар менән үҫмерҙәр айырыуса аңлай. Бына ошо ауырлыҡтарҙы еңеп, тырышып-тырмашып илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан быуын әле лә йәштәргә, балаларына һәм ейәндәренә сабырлыҡ, эшһөйәрлек өлгөһө булып йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына