Мансылғандай булды донъя аҡҡа...“Әсәй, ҡарале, һөт менән өҫтәл тулған, әйҙә, эсәйек. Анау тирмәгә барайыҡсы, ҡаймағын, кефирын тәмләп ҡарайыҡ, туңдырма әпир...”
Биш-алты йәштәрҙәге ҡыҙыҡай һөйләнә-һөйләнә әсәһен һөт кафелары урынлашҡан яҡҡа һөйрәп тигәндәй алып китте. Мин дә уларҙың артынан эйәрҙем. Ысынлап та, миңә донъя һөткә мансылғандай булып тойолдо: кафеларҙа бушлай һөт тараталар, өҫтәлдәрҙә һөт ризыҡтары тулып ята. Кемдеңдер ҡулынан ысҡынып, аяҙ күккә күтәрелгән аҡ төҫтәге һауа шарҙары ла күңелде иркәләне. Йәнең ни теләй – һайлап ауыҙ ит!
Байрамға республиканың 30-ҙан ашыу һөт етештереү предприятиеһы үҙҙәренең продукцияһын алып килгәйне. Икенсе тапҡыр ойошторолған Бөтә Рәсәй "Һөт иле-2012" фестивале быйыл да өфөләрҙе, ҡала ҡунаҡтарын иртә менән Ленин исемендәге майҙанға ашыҡтырҙы. Мәскәүҙә бынан өс йыл элек һөт йәрминкәһе генә булараҡ башланған байрам бөгөн Башҡортостанда юҡҡа ғына үткәрелмәй, сөнки беҙҙең республика һуңғы йылдарҙа һыйыр малы һаны, һөт етештереү буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урында килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 805 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың блогында торлаҡ хужаһы менән идарасы компания араһындағы килешеү проекты тикшерелә башланы.
Константин Толкачевтың фекеренсә, ошо мөһим документ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге күп кенә бәхәсле мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа булышлыҡ итергә тейеш. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, күптәр уның йөкмәткеһе менән таныш түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 757 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елдәй “осто” йәштәр!Скейт-парк асылыуы баш ҡала йәштәре өсөн көтөп алынған бүләк булды. Уларҙы ҡотларға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килде.
Салауат Юлаев һәйкәле майҙаны – ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны. Бында студенттар ҙа, ҡала йәштәре лә йыш килә. Ошоно күҙ уңында тотоп, скейт-парк та унан йыраҡ түгел урында – Конгресс-холдың вертолет майҙанында урынлашты.
Яңылыҡты ишетеп, скейт-парк асыу тантанаһына байтаҡ халыҡ йыйылып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағас йығыусылар ярыштыУрман эше еңелдән түгел, хатта хәүефле. Шуға күрә урмансы булып һәр кем эшләй алмай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ итеүселәрҙән оҫталыҡ, таһыллыҡ, сослоҡ талап ителә. Ә инде уға өҫтәп тәжрибәне ҡушҡанда...
Ошо көндәрҙә Йылайыр районында Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр вәкилдәре араһында ағас йығыусыларҙың төбәк конкурсы ойошторолдо. Урмансылар байрамы алдынан бишенсе йыл рәттән үткән ярышта мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллин билдәләүенсә, район биләмәһенең 75 процентын урман тәшкил итә. Тармаҡ сәнәғәте урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуға тос өлөш индерә.
Республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Сәйетов үҙ сығышында һуңғы ваҡытта республика Хөкүмәтенең был тармаҡҡа иғтибарҙы арттырыуын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сал Уралда ер тетрәү кеүек тәбиғәт күренеше ихтималмы? Күпселек белгестәр "юҡ" тип белдерә, сөнки ер ҡатламы күптән формалашҡан. Бәғзеләр, Ерҙең тере организм икәнлеген, планетаның эсендә һәр ваҡыт гигант үҙгәрештәр барыуын, ер ҡатламының иң тотороҡло тип иҫәпләнгән урындарының да күсеп йөрөү ихтималлығын дәлилләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғата моң булып ҡайтаҠурайсыға халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт оло ихтирам йәшәгән. Байрамдарҙа ул — көтөп алынған ҡунаҡ, табындарҙа ла урыны гел түрҙә булған. Сихри уйын ҡоралы оҫтаһының исеме телдән төшмәгән, ә даны үҙенән алда йөрөгән...
Билдәле ҡурайсы, актер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәнов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. V Халыҡ-ара төрки телле театрҙарының “Туғанлыҡ” фестиваленең икенсе көнөндә арҙаҡлы ҡурайсыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының залына мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Унда республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, “ТӨРКОЙ” Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Әйткәндәй, “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы 2012 йылда Ғата Сөләймәновты төрки донъяһының арҙаҡлы кешеләре исемлегенә индергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 662 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, сираттағы ултырыш үткәреп, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһына яңы етәксе һайланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике донъя — ике ҡарашТөрки телле театрҙарҙың V Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале хаҡында уйланыуҙар
Конгресс-холда мәшһүр драматургыбыҙ Нәжиб Асанбайҙың “Зәки Вәлиди” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағандан һуң Төрки телле театрҙарҙың V Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале тантаналы асылды һәм шундай тиҙлек алып алға йүгерҙе. Әлбиттә, фестиваль киң масштаблы итеп уйланылған, көн дә бер юлы биш-алты сәхнәлә спектаклдәр күрһәтелә. Ярай, ябай тамашасы уларҙың берәүһен һайлай ҙа барып ҡарай, ә жюри ағзалары, тәнҡитселәр нисек итеп дөйөм фестиваль хаҡында, барлыҡ спектаклдәр тураһында фекер йөрөтөр икән? Ошондай осраҡта республиканың периферия театрҙарын ҡунаҡ рәүешендә спектаклдәр күрһәтергә саҡырыуҙары аңлашылып етмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күренекле телсе, ғалим, әҙип, тәржемәсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев — башҡорт ижтимағи фекере үҫеше тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Уның күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге башҡорт тел ғилеме, әҙәбиәте, публицистикаһы, фольклористикаһы, тәржемә әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилеме тарихында үҙе бер этапты тәшкил итә. Ул башҡорт лингвистикаһын өр-яңы теоретик баҫҡысҡа күтәрҙе, тотош совет иле кимәлендәге киңлеккә алып сыҡты, үҙ осорондағы иң алдынғы теоретик фекер-ҡараштар менән байытты, СССР-ҙың һәм Көнбайыштың иң абруйлы тел белгестәре эштәре юғарылығындағы хеҙмәттәр яҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лондонда уҙған Паралимпиаданың һөҙөмтәһе Рәсәй халҡында ҙур ҡыуаныс уятты: беҙҙең команда алтын миҙалдар һаны буйынса ҡытайҙарҙан ҡала икенсе урынды яуланы. Башҡортостан халҡы иһә икеләтә ғорурлыҡ тойғоһо кисерә: илебеҙ өлөшөнә төшкән 36 алтын миҙалдың 12-һен яҡташтарыбыҙ алды!
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына