Бәхетебеҙ бар беҙҙең!– Аллаға шөкөр, өй туйларға ла күп ҡалманы, әле эстә биҙәкләү эштәре дауам итә. Киләсәктә һәр кемдең үҙ мөйөшө буласаҡ, балалар айырыуса ҡыуана, – тип беҙҙе әле төҙөлөш эштәре барған өйгә әйҙүкләне хужабикә Зөһрә. – Күреп сығығыҙ йортобоҙҙо, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, туғандар, дуҫтар ярҙамында ошондай мөһабәт йортто күтәрҙек.
Ысынлап та, Яңы Күл ауылындағы ике ҡатлы был йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора, заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгәс, хас әкиәттәге батша йортон хәтерләтә. Әйткәндәй, проектты Зөһрә менән Илшат үҙҙәре уйлаған. Улар 1995 йылда ғаилә ҡора, бер-бер артлы балалары донъяға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙә эшләргә теләгән инвесторҙар һаны һуңғы мәлдә йылдам арта. Шуларҙың береһе – “Мәскәү банкы” менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеү төҙөлдө. Уға Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән “Мәскәү банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең президенты – идара рәйесе Михаил Кузовлев ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов Дәүләт Думаһындағы Башҡортостандан һайланған бер төркөм депутаттар менән осрашты.
Унда Мәғариф буйынса комитет рәйесе Александр Дегтярев, Дума рәйесенең иҡтисади сәйәсәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Виктор Климов, Регламент һәм Думаның эшен ойоштороу комитеты ағзаһы Иршат Фәхретдинов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат”, ниһайәт, еңдеКонтиненталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле юлаевсылар өсөн уңышһыҙ башланды. Ярай, ситтә уйнаһалар, тәүге өс осрашыу үҙебеҙҙә – “Өфө-Арена”ла үтте бит. Боҙҙа беҙгә ҡаршы сығыусылар ҙа лиганың ҡеүәтле командаларынан һаналмай. Шуға ла рәттән ике еңелеүҙе көйәрмәндәр өнәп етмәне...
Эйе, тәүге осрашыуҙа беҙгә ҡаршы боҙҙа шайба йүгертеүҙән бигерәк, сәкәләшергә яратҡан “Витязь” сыҡҡайны. Күрәһең, команданың яңы тренеры Юрий Леонов уларҙы хоккей серҙәренә төшөндөрөп өлгөргән, “Салауат Юлаев” уйын дауамында күберәк һаҡланырға мәжбүр булды. Тәүге шайбаны ла “Витязь” индерҙе. Бары өсөнсө осорҙа ғына беҙҙекеләр “йәшел машина”ны хәтерләтә ине. Шулай ҙа буллит индереүҙә Чехов командаһы өфөләрҙән көслөрәк булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәлиә Мырҙабаева:  “Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ өҫтәй”Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында, һәр бер әҙәм балаһы үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Әммә уның йыш ҡына ил, туған-ырыу, яҡындарың тормошо менән бер епкә бәйләнгәндәй үрелеп барыуына шаһитбыҙ.
Ябай ауыл ҡыҙының генетика өлкәһендәге тәүге уңыштарынан һуң республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары яуаплылығын үҙ иңендә татыуы, медицина фәндәре докторы дәрәжәһен яҡлауы, донъя халыҡтары һәм үҫеш буйынса Европа парламент форумының башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланыуы һис тә осраҡлы тойолмай. Республикабыҙҙан Дәүләт Думаһына һайланған халыҡ вәкилдәре араһында ла ул өлгөрлөгө, кеше хәсрәтенә һәм яҙмышына һиҙгерлеге, тынғыһыҙлығы менән айырылып торғандай. Депутаттың йылы һүҙе, төплө кәңәше, ҡайһы саҡта ҡәтғи ҡарары байтаҡ ғаиләнең тормошона йән өрҙө, яҡтылыҡ өҫтәне тиһәк тә урынлы булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1060 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спектакль кем өсөн ҡуйыла?Һуңғы өс көн эсендә Яҡут Республикаһынан Чиллэ Баыылайҙың “Көн Күбэджэ Батыр” пьесаһы буйынса Нюрбин дәүләт драма театры, Ҡаҙағстан Республикаһынан Абай Ҡунанбаевтың “Мин кеше тип аталам” пьесаһы буйынса Жамбыл исемендәге Усть-Каменогорск өлкә драма театры һәм Төрөк Республикаһынан Н. Асьялының “Хоҙай Шайтанға әйтте” пьесаһы буйынса Анкара дәүләт театры ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға насип булды.
Тәүге ике тамашаның фестивалдәр өсөн ҡуйылғаны ярылып ята, өсөнсөһөндә лә был һыҙаттар һиҙелһә лә, уныһында айырма ла бар. Ниндәй айырма? Был хаҡта һүҙ алдараҡ булыр. Әлегә һуңғы ике спектакль тураһында хәбәр алып бармаҡсыбыҙ. Сөнки улар икеһе лә мәңгелек теманы — Алла һәм Аллаһыҙлыҡ темаһын күтәрергә тырыша. Бер үк тема, ә бер-береһенән ныҡ айырылып торған тамашалар!
Ком: 2 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
19 сентябрҙә Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы үткәрелә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының сәйәси системаны яңыртыуҙы тәьмин итеүгә ҡағылышлы күрһәтмәһен тормошҡа ашырыу йәһәтенән Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика парламенты йәйге ялдан һуң эш башланы. Әле яңыраҡ ҡына комитеттарҙың ултырыштары үткәйне, кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының ултырышы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфө тимер юл техникумының I курс студентының үлем сәбәбен асыҡлай. Дөйөм ятаҡта йәшәгән өс егетте “ашығыс ярҙам” машинаһы менән 10-сы ҡала клиник дауаханаһына алып киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар берәүһенең ғүмерен ҡотҡара алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһына (6-сы пункт) ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына