
Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем яҙыуы булмағас, кемгә ҡуйылғанын бик һирәктәр генә белә) майҙанында төҙөкләндереү эше күптән башланғайны, әле булһа осона сыға алмайҙар. Эшләүен эшләйҙәр ҙә ул, тик бик һүлпән ҡыбырлайҙар. Ҡайһы саҡ эшселәр пәйҙә булып ҡала, ләкин күберәк тик ултырғандарын күрәбеҙ. Әллә көҙгө ямғырҙарҙы көттөләрме икән? Бына хәҙер көн дә яуа, аяҡ аҫты бысраҡ, эшләй ҙә алмайҙар.
Бер ҡараһаң, әллә ни ҙур объект та түгел һымаҡ, әммә эш оҙаҡҡа һуҙылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға