Уңыш — баҫыуҙа, йыйып өлгөрөрбөҙмө?Республиканың 20-нән ашыу районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға ныҡлап тотондолар. Әле 15780 гектар майҙанда 250 мең тоннанан ашыу "татлы тамыр" сығарылған. Әлшәй, Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Күгәрсен һәм Стәрлебаш райондары хужалыҡтары 50 проценттан ашыу майҙанда уңышты йыйып алған да инде.
Әлбиттә, йәй ҡатмарлы һәм үтә лә ҡырыҫ килде. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ямғыр бөтөнләй тиерлек булманы. Шуға ла күп кенә хужалыҡтар быйыл сөгөлдөрҙән ҙур уңыш көтмәй. Әммә ауыл эшсәндәре төшөнкөлөккә бирелмәй, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, ярайһы ғына уңыш йыйып алырға өмөт итә. Башҡортостан буйынса быйыл "татлы тамыр" 54,4 мең гектарҙа үҫтерелгән. Уның тулайым йыйымы 863 мең тоннаға етәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заманыңдың булдыҡлы ҡыҙы инең...Наилә Хажи ҡыҙы менән мәңгелеккә айырылышыуыбыҙға теүәл бер йыл үтте. Ул беҙҙең өсөн ҡәҙерле әсәй һәм аҡыллы өләсәй, иғтибарлы тормош иптәше, дуҫ һәм серҙәш тә булды.
Дәһшәтле һуғыш эҙемтәләрен кисергән, әсәһенең апаһы һәм еҙнәһе ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡыҙҙың ныҡышмалылығына, ҡыйыулығына иҫ китерлек. Ете йыллыҡ мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлап, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына ҡыҙыл диплом алған ҡыҙға Ленинград педиатрия институтына йүнәлтмә бирәләр. Әммә дыуамал йәшлек үҙенекен итә: Наилә көтмәгәндә ғашиҡ була, һәм йәш ғаилә тормош иптәшенең эш урынына — Көньяҡ Ҡаҙағстанға килә. Дүрт йылдан һуң улдары менән өсәүләп Өфөгә ҡайталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәресҮҙе бер мәл
Бал күпләп йыйылған осор — ул ҙур майҙандарҙа бал бирә торған ҡиммәтле үҫемлектәрҙең сәскә атҡан мәле. Ошо ваҡытта ҡорттар үҙҙәрен запас аҙыҡ менән тәьмин итә, ә умарталыҡтан рәхәтләнеп бал алырға мөмкин. Төп бал йыйыу осоро килеп етеүен фенологик күҙәтеүҙәр, үлсәүҙәге умарта күрһәткестәре һәм ҡорттарҙың үҙҙәренең тотошо буйынса билдәләйҙәр. Ә үлсәүҙәге умарта — бөтә яҡтан да ап-асыҡ булған япма аҫтындағы үлсәгескә ҡуйыла. Уны көн һайын кис, бөтә бал ҡорттары ла ғаиләгә әйләнеп ҡайтҡас үлсәп, тәүлек артымды билдәләйҙәр. Ҡорттарҙың осоу радиусында (ике-өс саҡрым) ниндәйҙер билдәле үҫемлектәр (мәҫәлән, эспарцет, ҡарабойҙай, йүкә, көнбағыш һәм башҡалар) була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел ярын таҙарттыларСалауат ҡалаһында “Булдырайыҡ!” Бөтә Рәсәй гражданлыҡ экоакцияһында ҡатнашыусылар 350 тоҡ сүп-сар йыйҙы.
Ҡала округы Советы ҡарамағындағы йәштәр советы, “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” ҡала бүлексәһе ярҙамында йәштәр тарафынан уҙғарылған сара Салауатта тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм ике көн дауам итте. Уҡыусылар, студенттар, эшселәр һәм пенсионерҙар Ағиҙел ярын тәртипкә килтерҙе.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла пейнтбол уйнауға һәм ҡалалағы йәмәғәт туҡланыуы пункттарының береһендә ашауға ташлама биргән купондар тапшырылды. Сараны ойоштороусылар экология акцияһын даими үткәрергә ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 913 тапҡыр // Тотош уҡырға
бүләгем” тапшырыуын көтөп алабыҙ. Яғымлы тауышы, ихласлығы, мөләйемлеге менән күңелгә үтеп инә ул. Меңдәрсә тамашасыға матур ял, байрам кәйефе бүләк иткән ҡыҙҙың үҙе хаҡында күберәк белге килә.
Мәүлиҙә ИМАНҒОЛОВА.
Туймазы районы.


Редакцияға ошондай хат килгәс тә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына юл тоттом. Алсаҡ йөҙөнән нур бөркөлөп торған телеэкран “йондоҙо”н сираттағы тапшырыуҙы әҙерләп йөрөгәндә осраттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәҙеллек тантана итерЯҡташыбыҙ, билдәле гимнаст, үҙәк телевидениела тапшырыуҙар алып барған Ләйсән Үтәшева күңелһеҙ ғауғаға дусар булды: үҙәк гәзиттәр яҙыуынса, 34 йәшлек эшҡыуар Валерий Ломадзе уны ике тиҫтә миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙа ғәйепләй. Аҡсаны ҡайтарыуҙы һорап, ул Мытище ҡала судына мөрәжәғәт иткән.
Ләйсән Альберт ҡыҙы Үтәшева 1985 йылдың июнендә Раевка ҡасабаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Өс йылдан һуң улар Волгоградҡа күсеп килә. Ата-әсәһе ҡыҙҙы балет мәктәбенә бирергә уйлай, ләкин осраҡлы хәл һөҙөмтәһендә (магазинда сиратта торғанда дүрт йәшлек ҡыҙыҡайға гимнастика буйынса тренер Надежда Касьянова иғтибар итә һәм әсәһенә сабыйҙың быуындарының бик һығылмалы булыуын әйтә) Ләйсәндең яҙмышы икенсе йүнәлеш ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1023 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булғанды һаҡлай белмәйбеҙ…Баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урман бар. Күптәр, моғайын, бында тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған Непейцов дендропаркы барлығын белеп тә бөтмәйҙер. Хәйер, әлегә тиклем уның алтаҡталарын урман баҫып бөткәйне — күрерлек тә түгел шул. Ҡасандыр күркәм парк булған был урын бөгөн ҡараңғыланған, сүп-сар өйөмөнә тулған. Ҡороған ағасты йыйыусы юҡ. Урман араһында “ҡырын тейәргә” яратыусылар әле бер урында, әле икенсеһендә ут яғып, байрам итергә йыйыла. Нисек быға тиклем янғын сыҡмағандыр?! Аптырарһың. Йылына ике тапҡыр — яҙын һәм көҙөн төрлө йәмәғәт ойошмалары паркты таҙартырға сыға. Тик бөгөнгә тиклем дендропарктың яҙмышы йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ине. Ошо көндәрҙә Өфөлә генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә “Булдырайыҡ!” экологик акцияһы ойошторолмаһа, был мәсьәлә әле лә хәл ителмәгән булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1045 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдарға бай Юлдыбаев“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы Ейәнсура юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығы һәр саҡ алдынғы урындарҙың береһен биләй. Район аша республика әһәмиәтендәге Ира – Магнитогорск, Ырымбур юлы үтә. Унан Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондары халҡы файҙалана. Силәбе өлкәһе, Себер яҡтарынан килгәндәр ҙә ошо юлдан йөрөй.
Идаралыҡ тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Төпкөлдәге Ейәнсура юлдары оҙаҡ йылдар тупраҡтан, күперҙәре ағастан булды.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Был төбәктәге юлдарҙың яңырыуын Вәли Юлдыбаевтың исеме менән бәйләйҙәр: ил эшен иңенә йөкмәп, уңған яҡташтарына таянып, илен-төйәген яҡшы тормошҡа әйҙәгән етәксенең исеме — халыҡ күңелендә. “Юлдыбаев юлдары”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәү, мине һайлаһағыҙ, шуны эшләрмен, быны хәл итермен, тип йөрөп-йөрөп тә, депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Дуҫы осратып, хәл-әхүәлен һорашҡас:
— Ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
— Нисек инде насар? Вазифаң һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
— Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул, иларға етешеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәккә инвестиция йәлеп итеү республика етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Һөҙөмтә ҡыуандыра – һуңғы мәлдә беҙгә килгән инвесторҙар һаны күҙгә күренеп арта. Уларға уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырыла, етди ташламалар ҙа яһала. Бары бер генә талап: республика иҡтисадын үҫтереүгә көстәрен генә йәлләмәһендәр.
Алдынғы халыҡ-ара һәм милли рейтинг агентлыҡтары ла яңы инвестициялар йәлеп итеүгә республикабыҙҙың етди әҙерлеген билдәләй: мәҫәлән, "Форбс" журналының бизнес алып барыу өсөн илдең иң уңайлы 30 төбәге рейтингында беҙ 13-сө урынды биләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына