Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйекБашҡортостан йылына 2 миллион тонна сүп-сар “етештерә”. Был күрһәткес йыл һайын 10 процентҡа арта бара. Сәбәбе билдәле: ҡаптар, ҡағыҙ, шыптыр, шешә кеүек нәмәләрҙең ҡулланылышы көндән-көн киңәйә. Уларҙы йыйыу өсөн полигондар етмәй, сүплектәр тула. Производство кимәленә еткерелгән эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә алып барылмай. Ә сүбен ҡайҙа етте шунда ташлап йөрөргә күнеккән халыҡтың түбән мәҙәниәте тураһында әйтеп тораһы ла түгел...
Ошо темаға Хөкүмәт кимәлендә етди һөйләшеү булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Бер яҡтан, иҡтисадтағы, социаль тармаҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙы иҫәпкә алһаң, аяҡ аҫтында ятҡан сүп-сар артыҡ ҙур мәсьәлә лә түгел кеүек. Өйөңдә көн дауамында йыйылған ҡалдыҡтарҙы биҙрәгә йыйып, ихатала торған контейнерға сығарып һалыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрәКөҙгө көн берсә илап, берсә көлөп тыуа. Ауыл хеҙмәтсәндәре һәр аяҙ минуттың ҡәҙерен белә. Күгәрсен районының Назаркин ауылы эргәһендәге көнбағыш баҫыуын гиҙгән “карап”тың беҙҙең тапҡырға килеп еткәнен көтөп алам.
Эшенә мөкиббән механизатор, ҡул болғамаһам, абайламайынса үтеп китер ине. Баҫыу ситенә туҡтағас, баһадир кәүҙәле “капитан” үҙенең “карабы”нан төшөп, халҡыбыҙға хас алсаҡлыҡ менән килеп күреште. Танышабыҙ. Штурвалда “Килмөхәмәтов” крәҫтиән (фермер) хужалығының етәксеһе Марат Килмөхәмәтов булып сыҡты.
— Минең хужалыҡ 1990 йылдан эшләй. 164 гектар сәсеүлегем, 39 гектар сабынлығым бар. Һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫрайым. Игенселек менән шөғөлләнәм. Көнбағышты 50 гектарҙа сәстем. Ғөмүмән, сәсеү, культивациялау, урып йыйыу эштәрен, мөмкинлеккә ҡарап, үҙем башҡарам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 953 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олоһо ла, кесеһе лә — бер сафтаСибайҙа биш меңдән ашыу кеше, “Милләттәр кросы”нда ҡатнашып, күптәргә өлгө күрһәтте. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән был сара, ҡалала бер нисә йыл рәттән үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, быйыл айырыуса сағыуыраҡ тойолдо.
Көндөң салт аяҙ булыуы, ҡатнашыусыларҙың күплеге бәйгеселәргә сәм, дәрт өҫтәмәй ҡалмағандыр.
Сабыйҙарын етәкләп йүгергән йәш ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бәләкәйҙән балаларында спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Әлфирә менән Йәмил Үтәбаевтар улдары Хәлилде лә алып килгән. Икенсе урынды яулаған ғаиләнең кәйефе көр. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы водителе Юлай Теүәлбаев ҡатыны Зинаида, улы Дмитрий менән чемпион исеменә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кредит юлларғамы, әллә күктән фатир төшкәнен көтөргәме?Берләшкән милләттәр ойошмаһы булдырған Бөтә донъя торлаҡ көнөн “байрам датаһы” тип әйтергә һис тә тел әйләнмәй, сөнки “мөйөш”лө булыу илебеҙҙә күптәр өсөн хәл ителмәҫтәй мәсьәләгә әүерелеп бара. Быға квадрат метрҙарҙың ай һайын ҡиммәтләнеүе, ә хеҙмәт хаҡының күп осраҡта йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы сәбәпсе. Шулай ҙа, өмөтһөҙлөккә бирелге килмәй.

Ринат менән Ританың тәжрибәһе
Башҡорт рок төркөмдәренең береһендә музыкант булып эшләгән Ринат Әхмәтдинов ҡатыны Рита менән быйыл яҙ торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәренсә хәл иткән. Өйләнешкәндән һуң бер йылдай кеше фатирында йәшәгәс, улар ипотекаға бүлмә һатып алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике быуат үткәс тә һоҡланабыҙ!Көнгәк тауы эргә-тирәһендә йәшәгән халыҡтың бай тарихын һаҡлай. Шулай уҡ ул был төбәктә төйәкләнеүселәрҙең яҙмышының тере шаһиты ла. Борон-борондан тирә-яғындағы ауылдар халҡы, уның итәгенә йыйылып, кәңәш ҡорор, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер булған. 1812 йылғы Ватан һуғышына китеүселәрҙе лә тап ошонан фатиха биреп оҙатҡандар, еңеп ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәнә оло хөрмәт күрһәтеп тау итәгендә ҡаршы алғандар.
Халыҡтың хәтерендә тәрән уйылып ҡалған Ватан һуғышына әҙерлек тә тап ошонда башланған. Тарих шуны һөйләй. Батша Александр I 1811 йылдың 7 апрелендә сығарған Указға ярашлы Ырымбур хәрби губернаторы кенәз Волконский тарафынан ике башҡорт полкы ойошторолған. Уның беренсеһенә Түбәнге Таш, Һарғай, Кинйәбай, Аҡназар һәм Ҡотлобулат ауылдарынан яҡташтарыбыҙ ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбуллалар өй туйлайРайонда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға һәм йорт һалырға теләүсе ғаиләләр бихисап. “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы был йәһәттән күптәргә ярҙам итте лә инде.
Тап ошо программаға ярашлы, Хәйбулла районының ете йәш ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға йәки яңы йорт һалыуға сертификат алыу бәхетенә өлгәште. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, уларҙың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашып, йәштәргә сертификат тапшырҙы.
Тимерхан, Ғаяз һәм Нияз исемле баһадирҙар тәрбиәләгән Зилә менән Ғәле Дәүләтҡоловтарҙың шатлығы сикһеҙ. Улар, мөмкинлектәренә ҡарап, үҙҙәре бура ла күтәргән, әммә төҙөп бөтөргә хәлдәре етмәгән. Шуға күрә һөйөнөслө яңылыҡты ишеткәс, бер аҙ ышанмайыраҡ та торғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙҙар яңы йортта йәшәйәсәкУларға “Ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы ярҙам итте
— Лотерея уйынында отҡандай булдыҡ, — тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында йәшәүсе Кәримовтар.
— Бер ҙә лотерея уйыны түгел, бындай бәхет береһенән-береһе матур ҡыҙҙарығыҙ, мәктәптә башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн дәүләттең рәхмәте, — тим.
Һөйләшә-һөйләшә, ҡыуаныша-ҡыуаныша яңы йортҡа инәбеҙ: 100 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы, газ менән йылытылған ҡарағай өйҙөң эске матурлығы ла тышҡыһынан ҡалышмай икән. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала бындай ҙа күркәм фатир күргән юҡ ине. Яҡты, ҙур аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре, иркен зал заманса эшләнгән.
VI һәм IV класс уҡыусылары Нуралиә менән Айгизәнең үҙ бүлмәләре бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төшкән еренә таш булып баттыМари ҡыҙы Рита, һөйгәне Әнүәрҙең тыуған ауылына ерегеп, башҡорт телен өйрәнеп, алты ул һәм ҡыҙға ғүмер бирҙе. Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғро ҡалған Иҫәнғужиндар ғаиләһе Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында үҙенсәлекле биҙәккә әүерелде.
Әнүәр — 30 йәшендә дүрт бала менән тол ҡалған Ғәлимә еңгәнең өлкән улы. Бәләкәйҙән әсәһенә сайыр ағыҙыу эшендә ярҙамлаша. Эшләп тә, уҡып та йөрөй торғас, һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Үҫмер бер йыл әсәһенә һәм өләсәһенә бесән, утын әҙерләп ташый ҙа Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға китә. Ташсы һөнәрен үҙләштергәс, ошо уҡ ҡалала хеҙмәт юлын башлай, ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө моторҙар берекмәһенә урынлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡый-кисеү”. Бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә ошондай исем аҫтында Илдус Тимерхановтың мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны.
Унда йырҙарҙа данланған Баҙы йылғаһы һүрәтләнә, тәбиғәткә янаған хәүефтең сәбәптәре асып бирелә. Автор был материал менән генә туҡтап ҡалманы. Баҙы йылғаһының Илеш һәм Дүртөйлө райондары буйлап аҡҡан өлөшөн өйрәнеүҙе дауам итте. Яңынан-яңы мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Уларҙың күбеһе “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып килде. Бәләкәй йылғалар менән бер рәттән автор Ағиҙелде ентекле өйрәнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы Пермь ҡалаһында “Төньяҡ амурҙары” мәҙәни-мәғлүмәт акцияһы үткәрелде. Программаға ярашлы, унда “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Башҡортостан һәм Пермь крайы ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың данлы яу юлын байҡау менән генә сикләнмәне, бөгөн халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларға ла туҡталды. Тураһын әйтергә кәрәк: Пермь башҡорттарының хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Һеҙҙең иғтибарға ултырыштағы сығыштарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына