“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк сәйәси советы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда партияның республика бүлексәһе алдында торған мөһим бурыстар, шул иҫәптән 14 октябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.
Ултырыш тамамланғас, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов журналистар менән осрашып, “Милли элита” тип аталған яңы технология проекты хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 458 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов егерме биш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәренә, биш ижади коллективҡа гранттар тапшырырға ҡарар итте. Авторлыҡ проекттарының күбеһе тыуған яҡ тарихын, уның күп милләтле әҙәбиәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, Татьяна Петрованың проекты кескәй уҡыусыларҙа “Сережа Аксаковта ҡунаҡта” тигән интерактив музей уйыны аша матурлыҡты күрә белеү тойғоһо тәрбиәләүгә арнала. Ринат Рамазанов “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө эшкәртеүендәге башҡорт фольклорын тикшергәне өсөн грант алды. Зинаида Карюгинаның эше украина мәҙәниәтен тикшереүҙе күҙаллаһа, Таңсулпан Бураҡаева ХVIII быуаттағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән “Гренадер тарихы” ҡурсаҡтар фильмын сығарырға әҙерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер йылда 23 шәл бәйләгәнБәйләм оҫтаһы Гөлнур Ғәлиуллина менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Алтын ҡулдар” күргәҙмәһендә таныштыҡ. Шәлдәренең үҙенсәлекле биҙәктәре, сифаты күптәрҙең күңеленә хуш килде. Оҫтабикә үҙе лә яғымлылығы менән арбаны.
— 67-лә булһам да, үҙемде 45–50 йәштә тип хис итәм. Ҡартлыҡты кисектерер өсөн 15 йыл буйы һәр кис йоҡо алдынан һалҡын һыу менән ҡойонам, аҙна һайын шифалы мунса инәм. Бәйләм бәйләү иһә быуындар өсөн файҙалы, үҙенә күрә массаж,— ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Энә тотмаған көнө юҡ уның. Телефондан һөйләшһә лә, телевизор ҡараһа ла, тилбер бармаҡтары эшһеҙ тормай: йә бәйләй, йә мамыҡ аялай. Илдә тауарға ҡытлыҡ булған осорҙа бар кейем-һалымды үҙе бәйләп кейгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа өлкән йәштәгеләргә социаль сәйәсәттең йөҙ менән боролоуы күңелдә өмөт сатҡыһы уята. Ололарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бихисап республика программаларының барлыҡҡа килеүе, белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу, туризм һәм медицина өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы — шуға асыҡ миҫал.
Бынан бер нисә йыл элек инвалидтар һәм хаҡлы ялдағылар өсөн социаль туризм ойоштороу мөмкинлеге тураһында ишетеп тә белмәй инек. Хәҙер ялдың был төрө ололарҙа ғәжәпләнеү ҙә, икеләнеү ҙә тыуҙырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һеҙҙе Оло йәштәгеләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Республикабыҙҙың социаль-ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни үҫешендә “Башҡортостан” гәзитенең әһәмиәтле урын тотоуында, һис шикһеҙ, һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙә баһалап бөткөһөҙ. Туған телен, халҡын, уның тарихын, күренекле шәхестәрен ихтирам иткән, көслө рухлы быуын тәрбиәләүҙә һәр саҡ беҙгә яҡшы өлгө, маяҡ булдығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлеккә, яуаплылыҡ тойғоһоноң юғарылығына көнләшерлек!
Бөгөн дә матбуғат ветерандарының гәзиттең яҡшы традицияларын һаҡлауҙа һәм йәш ҡәләмдәштәребеҙгә тапшырыуҙа кәңәшсе, фекерҙәш булыуына рәхмәтлебеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле ветерандар!

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Башҡортостанда был көндө тыуған республика һәм ил өсөн бөтә көсөн биргән оло быуынға ҙур ихтирам күрһәтеү яҡшы йолаға әүерелде.
Беҙ совет кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, фашистик Германияны һәм милитаристик Японияны еңеүгә индергән өлөшөн рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был аҙнала Юпитер хәрәкәте яйға һалынып, йәмғиәттең тормошона йоғонто яһар. Һәр кем үҙенең урынын эҙләр. Мәҫәлән, “белем етмәй” тип иҫәпләүселәр уҡырға тотонор, кемдәрҙер сәйәси яҡтан әүҙемләшер. Шулай ҙа ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ.
Дүшәмбе – ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү өсөн уңайлы көн. Эшлекле даирәлә артыҡ әүҙемлек күрһәтмәгеҙ. Шишәмбе — лидерҙар өсөн уңышлы көн. Ошо мәлде файҙаланып ҡалығыҙ. Шаршамбы документтар менән эш итеү, килешеүҙәр төҙөү, һөҙөмтәле осрашыуҙар көтә. Кесе йомала алданыуҙан һаҡ булығыҙ. Айырыуса аҡсаға бәйле осраҡта уяулыҡты юғалтмағыҙ. Йома эшлекле осрашыуҙан һәм вәғәҙә биреүҙән баш тартығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 ОКТЯБРЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК
ПЕРВЫЙ КАНАЛ


05.00 «Доброе утро»
09.00 Новости
09.05 «Контрольная закупка»
09.40 «Женский журнал»
09.50 «Жить здорово!» (12+)
10.55 «Модный приговор»
12.00 Новости (с субтитрами)
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Насар өрәһең!

Юл хәүефһеҙлеге инспекторы рулен саҡ тотоп барған шоферҙы туҡтата.
– Эскәнһең шикелле, өр әле!
Тегеһе яуапҡа 500 һумлыҡ һона.
– Йәнә берҙе өр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
Водителде сәбәпһеҙгә туҡтатыу тыйыласаҡРәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән водителдәрҙе сәбәпһеҙгә туҡтатмауҙы талап иткән. “Йыш ҡына күптәрҙең ошоға зарланғанын ишетергә тура килә. Ҡасан, ниндәй мәлдә уларҙы туҡтатырға рөхсәт ителә – бының аныҡ нигеҙе булырға тейеш”, – тип белдергән министр.
Уныңса, автомобиль эргәһенә ҡабаланмай ғына атлап килгән полиция хеҙмәткәренән водителдәр “ни өсөн туҡтаттығыҙ?” тигән һорауға йыш ҡына “документтарығыҙҙың теүәллеген тикшерергә” тигән яуап ишетә. “Бындай хәлдәргә сик ҡуйырға ваҡыт. Ошондай сәбәпһеҙгә туҡтатыуҙар тотош полицияның абруйына кире йоғонто яһай”, – тигән фекерҙә етәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 47 Алға
Бит башына