Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы водитель танытмаһын яңы ғына алғандарҙың хоҡуғын сикләргә кәңәш иткән. Тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙең аварияға йыш осрауы ошондай тәҡдим индерергә мәжбүр иткән дә инде.
Быны элеккегә ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу тиергә лә була: СССР-ҙа ла водителгә тәүге йылда автомобилдә төндә һәм сәғәтенә 70 километрҙан шәберәк хәрәкәт итеү, бер кешенән күберәк пассажир алыу тыйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Думаһында рулдә телефондан һөйләшкән өсөн водитель танытмаһын тартып алырға тәҡдим иткән закон проекты әҙерләнгән. Әлегә бының өсөн ни бары 300 һум күләмендә штраф ҡына ҡаралған.
Был закон проекты ғәмәлгә инһә, 300 һум түләп кенә ҡотолоп булмаясаҡ. Штраф күләменең 3 мең һумға тиклем артыуы бар. Әгәр ҙә водитель бер нисә тапҡыр рулдә килеш телефондан һөйләшеп тотола икән, уға кеҫәһенән 5 мең һум сығарып һалырға тура киләсәк. Был да һөҙөмтә бирмәһә, ул ике-өс ай тирәһе йәйәү йә автобуста йөрөргә мәжбүр буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЮХХДИ яҡын арала йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бирә башлаясаҡ. Сөнки 2012 йылдың ете айында ғына 31 832 юл фажиғәһендә 3659 йәйәүле һәләк булған һәм 29 891-е төрлө йәрәхәт алған. Йәйәүлеләр үткелдәрендә иһә ошо ваҡыт арауығында 8 176 фажиғә теркәлгән, унда 494 кеше һәләк булған һәм 8 316-һы зыян күргән.
Был ғибрәт алырлыҡ һандар үҙҙәре үк юлдарыбыҙҙағы хәлде асыҡ күҙ алдына баҫтыра. Үкенескә ҡаршы, бөгөн йәйәүлеләрҙе бындай фажиғәләрҙән яҡланған тип әйтеп булмай. Йыл һайын уларҙы төкөтөү һәм тапатыу аварияларҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 746 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйекБашҡортостан йылына 2 миллион тонна сүп-сар “етештерә”. Был күрһәткес йыл һайын 10 процентҡа арта бара. Сәбәбе билдәле: ҡаптар, ҡағыҙ, шыптыр, шешә кеүек нәмәләрҙең ҡулланылышы көндән-көн киңәйә. Уларҙы йыйыу өсөн полигондар етмәй, сүплектәр тула. Производство кимәленә еткерелгән эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә алып барылмай. Ә сүбен ҡайҙа етте шунда ташлап йөрөргә күнеккән халыҡтың түбән мәҙәниәте тураһында әйтеп тораһы ла түгел...
Ошо темаға Хөкүмәт кимәлендә етди һөйләшеү булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Бер яҡтан, иҡтисадтағы, социаль тармаҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙы иҫәпкә алһаң, аяҡ аҫтында ятҡан сүп-сар артыҡ ҙур мәсьәлә лә түгел кеүек. Өйөңдә көн дауамында йыйылған ҡалдыҡтарҙы биҙрәгә йыйып, ихатала торған контейнерға сығарып һалыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрәКөҙгө көн берсә илап, берсә көлөп тыуа. Ауыл хеҙмәтсәндәре һәр аяҙ минуттың ҡәҙерен белә. Күгәрсен районының Назаркин ауылы эргәһендәге көнбағыш баҫыуын гиҙгән “карап”тың беҙҙең тапҡырға килеп еткәнен көтөп алам.
Эшенә мөкиббән механизатор, ҡул болғамаһам, абайламайынса үтеп китер ине. Баҫыу ситенә туҡтағас, баһадир кәүҙәле “капитан” үҙенең “карабы”нан төшөп, халҡыбыҙға хас алсаҡлыҡ менән килеп күреште. Танышабыҙ. Штурвалда “Килмөхәмәтов” крәҫтиән (фермер) хужалығының етәксеһе Марат Килмөхәмәтов булып сыҡты.
— Минең хужалыҡ 1990 йылдан эшләй. 164 гектар сәсеүлегем, 39 гектар сабынлығым бар. Һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫрайым. Игенселек менән шөғөлләнәм. Көнбағышты 50 гектарҙа сәстем. Ғөмүмән, сәсеү, культивациялау, урып йыйыу эштәрен, мөмкинлеккә ҡарап, үҙем башҡарам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 953 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олоһо ла, кесеһе лә — бер сафтаСибайҙа биш меңдән ашыу кеше, “Милләттәр кросы”нда ҡатнашып, күптәргә өлгө күрһәтте. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән был сара, ҡалала бер нисә йыл рәттән үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, быйыл айырыуса сағыуыраҡ тойолдо.
Көндөң салт аяҙ булыуы, ҡатнашыусыларҙың күплеге бәйгеселәргә сәм, дәрт өҫтәмәй ҡалмағандыр.
Сабыйҙарын етәкләп йүгергән йәш ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бәләкәйҙән балаларында спортҡа һөйөү тәрбиәләгән Әлфирә менән Йәмил Үтәбаевтар улдары Хәлилде лә алып килгән. Икенсе урынды яулаған ғаиләнең кәйефе көр. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы водителе Юлай Теүәлбаев ҡатыны Зинаида, улы Дмитрий менән чемпион исеменә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кредит юлларғамы, әллә күктән фатир төшкәнен көтөргәме?Берләшкән милләттәр ойошмаһы булдырған Бөтә донъя торлаҡ көнөн “байрам датаһы” тип әйтергә һис тә тел әйләнмәй, сөнки “мөйөш”лө булыу илебеҙҙә күптәр өсөн хәл ителмәҫтәй мәсьәләгә әүерелеп бара. Быға квадрат метрҙарҙың ай һайын ҡиммәтләнеүе, ә хеҙмәт хаҡының күп осраҡта йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы сәбәпсе. Шулай ҙа, өмөтһөҙлөккә бирелге килмәй.

Ринат менән Ританың тәжрибәһе
Башҡорт рок төркөмдәренең береһендә музыкант булып эшләгән Ринат Әхмәтдинов ҡатыны Рита менән быйыл яҙ торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәренсә хәл иткән. Өйләнешкәндән һуң бер йылдай кеше фатирында йәшәгәс, улар ипотекаға бүлмә һатып алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике быуат үткәс тә һоҡланабыҙ!Көнгәк тауы эргә-тирәһендә йәшәгән халыҡтың бай тарихын һаҡлай. Шулай уҡ ул был төбәктә төйәкләнеүселәрҙең яҙмышының тере шаһиты ла. Борон-борондан тирә-яғындағы ауылдар халҡы, уның итәгенә йыйылып, кәңәш ҡорор, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер булған. 1812 йылғы Ватан һуғышына китеүселәрҙе лә тап ошонан фатиха биреп оҙатҡандар, еңеп ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәнә оло хөрмәт күрһәтеп тау итәгендә ҡаршы алғандар.
Халыҡтың хәтерендә тәрән уйылып ҡалған Ватан һуғышына әҙерлек тә тап ошонда башланған. Тарих шуны һөйләй. Батша Александр I 1811 йылдың 7 апрелендә сығарған Указға ярашлы Ырымбур хәрби губернаторы кенәз Волконский тарафынан ике башҡорт полкы ойошторолған. Уның беренсеһенә Түбәнге Таш, Һарғай, Кинйәбай, Аҡназар һәм Ҡотлобулат ауылдарынан яҡташтарыбыҙ ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбуллалар өй туйлайРайонда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға һәм йорт һалырға теләүсе ғаиләләр бихисап. “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы был йәһәттән күптәргә ярҙам итте лә инде.
Тап ошо программаға ярашлы, Хәйбулла районының ете йәш ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға йәки яңы йорт һалыуға сертификат алыу бәхетенә өлгәште. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, уларҙың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашып, йәштәргә сертификат тапшырҙы.
Тимерхан, Ғаяз һәм Нияз исемле баһадирҙар тәрбиәләгән Зилә менән Ғәле Дәүләтҡоловтарҙың шатлығы сикһеҙ. Улар, мөмкинлектәренә ҡарап, үҙҙәре бура ла күтәргән, әммә төҙөп бөтөргә хәлдәре етмәгән. Шуға күрә һөйөнөслө яңылыҡты ишеткәс, бер аҙ ышанмайыраҡ та торғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙҙар яңы йортта йәшәйәсәкУларға “Ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы ярҙам итте
— Лотерея уйынында отҡандай булдыҡ, — тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында йәшәүсе Кәримовтар.
— Бер ҙә лотерея уйыны түгел, бындай бәхет береһенән-береһе матур ҡыҙҙарығыҙ, мәктәптә башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн дәүләттең рәхмәте, — тим.
Һөйләшә-һөйләшә, ҡыуаныша-ҡыуаныша яңы йортҡа инәбеҙ: 100 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы, газ менән йылытылған ҡарағай өйҙөң эске матурлығы ла тышҡыһынан ҡалышмай икән. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала бындай ҙа күркәм фатир күргән юҡ ине. Яҡты, ҙур аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре, иркен зал заманса эшләнгән.
VI һәм IV класс уҡыусылары Нуралиә менән Айгизәнең үҙ бүлмәләре бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 47 Алға
Бит башына