Тормош шартлылыҡтарҙан тора тигән әйтем менән килешәһегеҙме? Миңә ҡалһа, тап шулай. Иҫбатлап ҡарайыҡ.
Оло ғына түгел, бик оло йәштәге танышым бар. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған күркәм ҡатын – билдәле шәхес, өс бала әсәһе, бәхетле өләсәй, оҫта хужабикә. Тормош иптәше фани донъяны ташлап киткәнгә ике тиҫтә йыл самаһы булыр, мәгәр һәр осрашҡан һайын апайҙың сикһеҙ йылылыҡ, хөрмәт менән ирен иҫкә алыуы, бәхетле минуттарын хәтерләп, ҙур кинәнес кисереүе хайран итә. Бына ҡайҙа ул ысын мөхәббәт! Был тойғоно кисереү өсөн, күрәһең, йәш төшөнсәһе бөтөнләй мөһим түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алданған фатир һатып алыусылар проблемаһы бөтөн республиканы “шаңҡытҡан” мәсьәләгә әйләнде. Беҙҙәге торлаҡтың ни тиклем ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең хәле аңлашыла. Фатирлы булам тип айҙар дауамында көс етмәҫлек ипотека юллап, һуңғы аҡсаңды түләп, аҙаҡ урамда тороп ҡалыу – йоҡонан яҙҙырыр бәлә. Ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға тип зар-интизар булғандың хәлен үҙе ошоно кисергән генә төшөнөр.
Ысынлап та, алданған өлөшсөләр һанын кәметеү – республика етәкселеге алдына баҫҡан иң көнүҙәк һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән бурыстарҙың береһе. Уның социаль әһәмиәткә эйә булыуын да инҡар итеп булмай, сөнки таяҡтың башы йыш ҡына власть вәкилдәренә төшөүсән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя буйлап... велосипедтаБарыһы ла ҡеүәтле ҙур ил тарҡалғандан һуң башлана. Һуғыш-ҡыйралыш осоронда, аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән илдә лә бындай бәлә күҙәтелмәгәндер. Айҙар буйы йыуынмаған, өҫ-башы ҡатҡан, танауҙары өҙлөкһөҙ елем еҫкәүҙән төләп, ярылып бөткән, ҡан тамырҙары бысраҡ энәләр менән тишкеләнгән, үҙҙәре лә, ҡараштары ла ҡырағайлана төшкән балаларҙың проблемаһы тормошобоҙға ташҡын булып килеп инде.
Йөрәктәре тупаҫланған, йәшәүҙән арыған ун өс йәшлек үҫмерҙәрҙе йылмайтыу, тормошҡа ҡайтарыу теләге менән эшкә тотонғандар араһында “Пилигрим республикаһы” ла була. Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы иң йылы диңгеҙ яры буйында ярты миллион халыҡ йәшәгән Мариуполь ҡалаһы бик күп берәҙәктең “хаҡлы ял итеү” урынына әүерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1073 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы биҫтә буласаҡ

Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында 176 ғаилә бушлай ер участкаһы алды.
Ҡалала шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы 513 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Улар араһында һигеҙ йәш ғаилә, бюджет өлкәһендә эшләгән дүрт хеҙмәткәр, өс һәм унан ашыу бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 120 граждан, инвалид балаһы булған 41 ғаилә бар. Тиҙҙән ҡалала яңы биҫтә үҫеп сығасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарамаҡҡа Түлән ярһып ағыр мул һыулы йылға түгел, бейек ярҙарына һыйынып, көс-самаһын белеп, һәүетемсә аға ул. Әммә быйылғы ҡоролоҡта һыуы аҙ ғына ла кәмемәне, Иҫке Аҡҡолайҙы ҡыуандырып, еләҫ, һалҡынса һауаһы менән йәйге селләлә йәнгә шифа, тәнгә сихәт булды. Мал-тыуарына, ҡош-ҡортона үҙе бер йәннәт был һоҡланғыс тәбиғәт бүләге. Ап-аҡ ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуы, һары талдарында һандуғастар сутылдашыуы Түлән буйҡайҙарын тағы ла йәмләй төшә. Йырҙарға тиң ошо хозурлығы менән Иҫке Аҡҡолай сит-ятты үҙенә ылыҡтырып тора. Дим йылғаһын, Түлән буйҡайҙарын, зәңгәр күлдәрҙе бер күргәндәр мәңгелеккә үҙ итә был төбәкте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 799 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдынғылыҡ еңел бирелмәйҺуңғы арала яуған ямғырҙар баҫыу эштәрен теүәлләргә бер аҙ ҡамасаулаһа ла, ауыл халҡының күңеле барыбер күтәренке. Хоҙайҙың шифалы ямғыры киләһе уңышҡа нигеҙ һалған осорҙа бик файҙалы булыр, моғайын.
"Россия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған Боғҙан һәм Тимкә бүлексәләре эшсәндәре 500 гектарҙа арыш, 300 гектарҙа ужым культуралары сәсеп, көҙгө баҫыу эштәрен тамамларға йыйына. Бында бөгөн ерҙе парға һөрәләр, химик эшкәртеү бара. Республиканың күп кенә райондарында тиреҫ сығарыу бөтөнләй алып барылмаған саҡта "Россия" хужалығы үҙ баҫыуҙарына 70 гектарҙа тиреҫ сығарған да инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат Низаметдинов: “Айырмағыҙ йырҙарымдан...” “Ашығамын — кешеләргә
Әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын — алдарымда
Артылаһы үрҙәрем бар”, —
Салауат Низаметдиновтың популяр йырындағы был һүҙҙәре уның тормошона, ижадына тап килә, сөнки, берҙән, композиторҙың һис кемде ҡабатламаҫ үҙ һүҙе, үҙ йөҙө бар, икенсенән, уның артылаһы үрҙәре, ижад көмбәҙенең сиктәре юҡ кеүек.
Салауат Низаметдинов — республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған шәхес. Уны үтә лә емешле ижадсы — ете опера, симфониялар, хор һәм бихисап йыр авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы, Халыҡ-ара конкурстар, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты булараҡ беләләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысынбарлыҡҡа әйләнгән аманатҺуңғы йылдарҙа һәр төбәктә халыҡ үҙ шәжәрәһен өйрәнә, нәҫел-нәсәбен барлай, өҙөлгән туғанлыҡ ептәрен ялғарға тырыша. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта күп яҙыла, радио һәм телевидение тапшырыуҙарында даими телгә алына. Бер ҡараһаң, Интернет киң ҡулланыу алған заманда йәшәгәс, был эш менән шөғөлләнеү әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай кеүек, сөнки кемде эҙләйһең, шуны табырға була тиергә лә мөмкин. Әммә ошо изге эште концепцияға һалып, еренә еткереп башҡарыу – ай-һай еңелдән түгел, минеңсә. Нимә генә тимә, архив документтарын барларға, тәртипкә килтерергә, туған-тыумасаның исемлеген даими тулыландырып торорға кәрәк. Йәнә лә бер көндә, бер айҙа башҡарып сыға торған хеҙмәт түгел был.
Тыуған төйәгем – Дәүләкән районының Мәкәш ауылы хаҡында күптәрҙең мәғлүмәт туплауын ишетеп кенә түгел, күреп беләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтле өйҙә ҡояш көләБәхетле йылмайып, һөйләшә-көлөшә икәү килә. Алдараҡ һикерешеп уйнаған малайҙар уларҙы етәкләп алды. Матур ғаиләгә һоҡланып, туҡтап ҡалдым. Улар яҡынайғас, Эльвираны таныным. Ҡатындың гел йылмайып йөрөүенә күнеккәнмен. Ә ғаиләһе янында ул айырыуса балҡый. Бәхет шишмәһе бына ҡайҙа ул!
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡып йөрөгән Гәрәбаш ауылы ҡыҙы Эльвираны Үрге Тәтешлегә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Сит ерҙә уңышлы эш башлаған йәш белгес бында ғүмерлек йәрен дә таба: Силантий менән яратышып өйләнешәләр. Балаһының яҙмышын икенсе милләт кешеһе менән бәйләүенә йәштәрҙең ата-әсәһе ҡаршы килмәй. “Күңелдең, холоҡ-фиғелдең яҡшы булыуы мөһим”, — тип иҫәпләй улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 24-се дәрес“Умартасылыҡ серҙәре” дәрестәрен уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡып бара. Күбеһе уны ҡырҡып алып, айырым дәфтәргә лә туплай. Ләкин шул уҡ ваҡытта дәрестәрҙең айына, миҙгеленә (бал йыйыу осоро, айырыу ваҡыты һ.б.) тура килмәүе хаҡында ла әйтеүселәр бар. Улар — башлыса әле умарта тотоп, күптән умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр. Хөрмәтле уҡыусылар, дәрестең күпселек тәжрибәһе булмаған, яңы эшкә тотонғандар өсөн үткәрелгәнен дә онотмайыҡ. Нәҡ һуңғыларынан ошондай теләк килде лә инде. Рафиҡ Ноғомановтың хеҙмәтен тулыһынса баҫһағыҙ ине, башҡортса матур, ентекле яҙылған әсбаптар бик аҙ, булһа ла килеп етмәй, райондарҙа китап магазиндары юҡ... Шуға ла, урталыҡты табып, беҙ ауыл хужалығы фәндәре кандидатының хеҙмәтен мөмкин тиклем тулыраҡ баҫырға тырышасаҡбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 47 Алға
Бит башына