"Фрунзе дәүере" һаман һағындыра1979 йыл. Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың отчет-һайлау йыйылышы бара. Бынан алда колхозға өс тиҫтә йылдан ашыу етәкселек иткән Хәбибхәжәр Халиҡов хаҡлы ялға китә. Хужалыҡ дилбегәһен артабан кемгә ышанып тапшырырға? Барыһын да ошо һорау борсой. "Сибай" совхозының үҙәк бүлексәһе идарасыһы Фрунзе Исрафиловтың исеме яңғырағас, бер тауыштан уны һайлайҙар. Шул мәлдән колхозда "Исрафилов дәүере" башлана.
Көслө, дәртле йәш етәксе тәүге көндәрҙән үк эшкә ең һыҙғанып тотондо. Тәжрибәле белгестәр, хеҙмәт ветерандары менән кәңәшләшеүҙән һис тартынманы.
Колхоз иҡтисади яҡтан үҫешһә лә, хеҙмәткә түләү күрше хужалыҡтарға ҡарағанда күпкә түбән ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш һөйгәнгә уңыш юлдашИнйәр участка дауаханаһы мөдире Зариф Миңлебай улы Суфияновтың “Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы осраҡлы түгел. Үҙ эшенә етди, талапсан ҡараған табиптың абруйы Инйәрҙә генә түгел, тотош районда яҡшы билдәле.
Зариф Миңлебай улы Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Ғафури районында башлай. Тиҙҙән медицина университетында уҡыуын дауам итә. Белорет бала табыу йортонда интернатура үткәс, Инйәр участка дауаханаһына акушер-гинеколог булып эшкә килә. 2006 — 2012 йылдарҙа ошо дауахананың баш врачы вазифаһын башҡара. Модернизация елдәре арҡаһында дауалау учреждениеларын берләштереү башланғас, ул үҙе эшләгән дауахананың мөдире итеп тәғәйенләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет осоронда илдәге барлыҡ нефть, газ һәм продукт үткәргестәрен төҙөүҙе көйләгән махсус министрлыҡтың юбилейы, шулай уҡ тармаҡ эшселәре союзының ун йыллығы айҡанлы Башҡортостанға ошо өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар йыйылды.
— 1972 йылдың 20 сентябрендә нефть һәм газ буйынса махсус министрлыҡ ойошторола. Быйыл беҙ был көндө Төмәндә булдыҡ, сөнки унда ойошмаларыбыҙ бик күп. Яғыулыҡ-энергетика комплексы йәһәтенән икенсе төп төбәк — ул Башҡортостан, — тине союз етәксеһе Владимир Чирсков.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡса эштәре тынып ҡалды. Шуға ла сентябрҙә редакция почтаһы һәлмәкләнә төштө: йәмғеһе 200-ҙән ашыу хат алдыҡ. Уларҙың бер өлөшө гәзит биттәрендә донъя күрҙе, ярҙам һорап яҙғандары хәл итеү өсөн тейешле ойошмаларға ебәрелде.
Бынан 95 йыл элек сыға башлаған “Башҡортостан” әле лә үҙ йүнәлешенә тоғро ҡала: уҡыусыларҙың теләгенә, үтенесенә ҡолаҡ һалып эш итеү — беҙҙең күптәнге матур йола. Ғафуриҙан Рәфис Байбулдин: “Ҡорт тотоу элек-электән табышлы шөғөл һаналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтекамала экологик өмә уҙғарҙыҡ, ҡаланың уртаһындағы күлде лә таҙарттыҡ. Һуңынан шундай һығымтаға килдек: сүп-сарҙың күпселек өлөшө – араҡы, һыра менән күңел асыуҙарҙың “емеше”.
Быға ҡаршы нисек көрәшергә? Өмәләр, ҙур штрафтар ярҙамында был мәсьәләне тулыһынса хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Тирә-йүндең таҙалығы өсөн үҙебеҙ яуаплы булғанлыҡты һәр кем аңларға бурыслы. Араҡы менән тәмәкегә кешенең ихтыяжы булмаған, шуға күрә уларҙан бер ниндәй үкенесһеҙ баш тартһаҡ та, бер еребеҙ ҙә кәмемәйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар даими артып тора: ҡануниәттәге яңы үҙгәрештәр 1 июлдән үҙ көсөнә инде, 18 сентябрҙә иһә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм транспорт сараһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язаны тағы ла ҡатыраҡ итеү тураһында сираттағы документ ҡабул итте. Быларҙың барыһы ла водителдәрҙең яуаплылыҡ тойғоһо артыр, юл фажиғәләре һаны кәмер тигән маҡсаттан сығып эшләнә, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә өмөттөң аҡланғаны тойолмай...
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл премияға дәғүә итеүселәр араһында йәштәрҙең байтаҡ булыуына, бигерәк тә “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ете-һигеҙ йыл минең менән бергә эшләгән, “күҙ алдымда үҫкән” Даян Мәжитовтың хеҙмәттәре тәҡдим ителеүенә ихлас һөйөндөм.
Уның беҙгә эшкә килгән мәлен яҡшы хәтерләйем. Тәү ҡарашҡа баҙнатһыҙ, хатта оялсан кеүек күренһә лә, редакция тормошона бик тиҙ инеп китте, төрлө мәсьәләгә арналған ҡыйыу мәҡәләләр менән сығыш яһай башланы. Әле “Башҡортостан” гәзитенең юбилейына бәйле махсус рубрика өсөн материал туплағанда гәзит төпләнмәләрендә уның яҙмаларына йыш тап булам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был турала башҡа берәүҙән ишетһәк, бәлки, ышанып та бөтмәҫ инек. Ә инде төрлө кимәлдәге етәкселәрҙән рәсми яуап килгәс, аптырашта ҡалдыҡ.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йәшендә генә вафат булған. Ҡыҫҡа ғүмерендә ҡыйыу ҡәләм оҫтаһы, шул уҡ ваҡытта тәжрибәле ойоштороусы булараҡ та байтаҡ эш башҡарып өлгөрә. Республикабыҙҙа Совет власын урынлаштырыуҙа күп көс һалыуы ла оло ихтирамға лайыҡ.
Революцияға бәйле бәрелештәрҙә ҡатнашып, ҡаты яралана. Аҙаҡ инде табиптар бөйөр туберкулезы менән сирләүен асыҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрәкәтле Башҡортостан ере Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтенә байтаҡ күренекле шәхес биргән. Шуларҙың береһе — бөйөк урыҫ рәссамы Михаил Васильевич Нестеров. Рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү республикабыҙҙа Аксаков көндәре барған осорға тура килеүе юҡҡа түгелдер, моғайын. Был кешеләр беҙҙең яҡташтарыбыҙ ғына түгел, Рәсәйҙең рухи йәне булып һынлана.
Михаил Нестеров сауҙагәр ғаиләһендә донъяға килгән, атаһы алдынғы ижади ҡарашлы кеше була, китап уҡырға ярата. “Улымдың эштәрен Третьяков алһа ғына уның талантлы булыуына ышанасаҡмын”, — тип юҡҡа ғына уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуймай талапсан атай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, яҙыусылар, нисектер, бер-беребеҙ тураһында ниндәйҙер осраҡҡа бәйле генә иҫкә алырға күнеккәнбеҙ: йә юбилейы булырға тейеш, йә берәй китабы сығып, маҡтау яҙырғамы... Бына әле лә күптәнге дуҫым, дөрөҫөн әйткәндә, рухташ һәм күңелдәш кешем Дамир Шәрәфетдинов тураһында яҙыу өсөн шундай уҡ осраҡ кәрәк булды – уны журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим иттеләр. Уңайһыҙлыҡ та кисереп ҡуйыла: дуҫ һәм шәп кеше тураһында яҙыр өсөн, көн дә кемдер тураһында ҡәләм тирбәтеп ултырған миңә, махсус һылтау кәрәк инеме ни? Тәбиғәтебеҙ шундай беҙҙең, ахыры — эргәлә йөрөгән, көн һайын күрешкән кеше көтөп торһа ла ярай, тип уйлайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1043 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 47 Алға
Бит башына