Оҫта ойоштороусы булдыЙәйҙең бер матур көнө. Өлкә комитетта инструктор булып эшләп йөрөгән мәл. Уйламағанда “Совет Башҡортостаны” гәзитенә баш мөхәррир урынбаҫары итеп күсерҙеләр. Быны мин кемделер ғәйепләгәндән йә булмаһа үкенгәндән әйтмәйем. Ул саҡта шулай ине. Яңы эшкә күнегеп китеүҙә баш мөхәррир Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевтең ярҙамы ҙур булды. Уға бик рәхмәтлемен.
Быға биш йыл буйы “Китап” нәшриәтендә башҡорт журналистикаһының аҡһаҡалдары Әхмәт Ҡотошов, Әхтәм Йомағужин, Ғәли Ишбулатов менән эшләү ҙә ярҙам иткәндер. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында журналистика бүлеге асылғанда беҙгә тәүге һабаҡ биреүселәрҙең береһе Әхмәт Ҡотошов булды.
Гәзит эше еңелдән түгел, ул барлыҡ күңел йылыңды һалыуҙы, бөтә көсөңдө биреүҙе талап итә, сөнки бөгөн мотлаҡ баҫылырға тейешле хәбәрҙе, мәҡәләне иртәгәгә ҡалдырып булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 967 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөгөн шәп сыҡҡан!”Бергә ғүмер кисергән ҡорҙаш, ҡәләмдәштәремде осратҡан һайын көлөп әйтелә торған был лаҡаптың “авторы” Рәшит Солтангәрәев булыр. 1967 йылда Белореттан килеп “Совет Башҡортостаны”ның мәғлүмәт бүлегенә урынлашҡанда редакцияла ижади яҡтан көслө коллектив эшләй ине: Рәми Ғарипов, Рәшит Шәкүр, Динис Бүләков, Мәхмүт Уразаев, Әмир Гәрәев, Ярулла Вәлиев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов...
Мин эшләгән мәғлүмәт бүлегенә әҙәбиәт бүлегенең бүлмәһе аша үтеп йөрөй инек. Рәми ағай киткәс, Шәкүр эргәһенә ауыл хужалығы бүлегенән Солтангәрәев күсте. Улар миңә — ҡорҙаш. Йәш тә бер, студент йылдары ла бергә үтте. Шуҡ-шаянлыҡ та үтескә алынмағандыр инде. Солтангәрәев күңеле көр саҡта рәхәтләнеп һөйләп ала торғайны:
— Иртәнсәк гәзит ҡарап ултырғанда, Тайфур беҙҙең яҡҡа сыға ла үҙенең әйбере баҫылһа (ошо урында минең ҡиәфәткә инеп, тауышымды ла оҡшатып): “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” — ти.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1010 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хан да еңә алмаҫ...Н.С. Хрущевтың сәйәсәте йәмғиәтебеҙҙең барлыҡ юҫыҡтарына үтеп ингәс, үҙгәреш индерелмәгән урын һирәк ҡалғандыр. “Шөкөр, беҙҙең тәңгәлдә, йәғни ваҡытлы матбуғат өлкәһендә, бығаса үҙгәреш-фәлән тойолмай”, — тип үҙебеҙҙе тынысландыра торғайныҡ. Былай ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙә беҙҙең эш йүнәлешенә лә Хрущевтың күләгәһе күптән килеп ингәйне.
Ул сығыш яһарға ярата торғайны. Колхозға барһа ла, завод-фабрикаға инеп сыҡһа ла оло йылғалай телмәр һөйләй ҙә ҡуя. Аҡыллы һүҙҙәрен гәзиттә баҫмай ҡара!.. Тик шуныһы: ул телмәр һөйләгән көндә беҙ ҡуна ятып гәзит сығарырға тейеш булабыҙ. Әҙерләнгән телмәренең тексы беҙгә алдан ебәрелә. Беҙ уны алыу менән тәржемә итәбеҙ. Хатта гәзит битен йыйып та ҡуя торғайныҡ. Бына Хрущев телмәр һөйләй, әммә алдан бирелгән текстан ситләшә. Шунан төҙәтмәләр килә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сочиҙа үткән ХI Халыҡ-ара инвестиция форумында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе республикабыҙҙың стенды менән танышты. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре, шулай уҡ тиҫтәләгән сит ил дәүләте вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан делегацияһына республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкселек итте. Ул Дмитрий Медведевҡа “РусГидро-Альстом” гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү заводын төҙөү һәм энергетика тәңгәлендә һөҙөмтәле технологиялар паркын ойоштороу буйынса “РусГидро” йәмғиәте менән берлектәге проекттар, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ, машиналар эшләү консорциумдары хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған төйәгенең тарихын яҙҙыЯҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың исеме гәзит уҡыусыларға таныштыр, моғайын.
Атайым Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған. Һуғыш алдынан Баҡыр-Үҙәк ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлаған. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа киткән егет Курск эргәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә ауыр контузия ала. Һауыҡҡас, 11-се гвардия армия сафында Балтика буйын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Рамазан Өмөтбаев Сибайҙағы алтын руднигына старателдәр артеленә хисапсы булып урынлаша. Комсомол ойошмаһының секретары вазифаһын да ихлас башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәтәл ауылында яҡты донъяға килә Динә Азат ҡыҙы Талхина. Тик ул 2007 йылдың 27 февралендә арабыҙҙан китте.
Динә апайҙы ерләгән көндә бик ҡаты һыуыҡ булды. Халыҡ телендә ундай көндө “төкөрөк төшкөһөҙ һыуыҡ” йәки “осоп барған ҡош туңып төшөрҙәй һыуыҡ” тип нарыҡлайҙар. Аҡ донъяға һөйөп, яратып баҡҡан яҡты күңелле Динә Талхинаның йылдар буйы ҡаты сирләүе, һыҙланыу-әрнеүҙәре, теш ҡыҫып сабырлыҡ һаҡларға тырышыуы тәбиғәттә шундай сағылыш тапҡандыр...
Сабыр аҡыллы, көслө рухлы, “ҡаратырыш” кеше ине ул. Кешеләргә изгелекле, йылы һүҙле, яҡшы мөнәсәбәттән туҡылғайны ғүмер юлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Үҙәк Азия илдәренә рәсми эш сәфәре АҠШ-та һәм ЕС илдәрендә, шулай уҡ Үҙәк Азияның үҙендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ҡырғыҙҙар Рәсәйгә һыйынмаҡсы
Владимир Путин башта Ҡырғыҙстанда, һуңынан Ҡаҙағстанда булды. Тәүге сәфәргә әллә ни әһәмиәт бирмәнеләр, ә бына Ҡырғыҙстанға сәйәхәте ҙур ғына ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ни өсөн тигәндә, Ҡырғыҙстан был төбәктә айырым бер үҙенсәлеккә эйә. Сөнки ике ҡапма-ҡаршы яҡ – АҠШ менән Рәсәйҙең хәрби базаларын үҙ биләмәһенә һыйындырған бик һирәк илдәрҙең береһе ул. Уның элекке етәкселеге (Асҡар Аҡаев, Ҡорманбәк Баҡыев) бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тоторға маташып килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 764 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең хәтер кисәһе уҙҙы. Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостан йәмәғәтселеге батырҙың тыуыуының 90 йыллығын билдәләне. Хәтер кисәһендә Геройҙың ҡатыны, улы, ейәндәре, туғандары, ветерандар һәм яҡташтары – илештәр ҡатнашты.
Ҡыҙыл Армия сафына алынғас, Энгельс хәрби-авиация мәктәбен тамамлаған Муса Гәрәев 1942 йылдың сентябрендә Сталинград янында һуғышҡа инә. Ул барлығы 250-нән ашыу хәрби осош яһай. Сталинградтан Кенигсбергка тиклем хәрби юл үтеп, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлык өлгөһө күрһәтеп, Илеш егете ябай осоусынан эскадрилья командиры, полк штурманы дәрәжәһенә етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Рәсәйҙең конкурентлыҡ һәләтенә эйә иң ҡеүәтле ун төбәге иҫәбенә инә. Быны хәҙер етди тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай.
Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Воронеж өлкәһенән (һигеҙенсе урын), Татарстан Республикаһынан (туғыҙынсы) һәм ошо унауҙы йомғаҡлаған Белгород өлкәһенән алда бара. Ә тәүге өсәү – Новосибирск, Свердловск өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһы. Дүртенсе урында – Краснодар крайы. Силәбе һәм Һамар өлкәләре бишенсе һәм алтынсы урындарҙы бүлешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күренекле урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың ижады әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның “Ал сәскә” әкиәтен кемдәр генә уҡып, фәһем алмаған икән?! Ә “Багров ейәненең бала сағы” әҫәрендә Өфө ҡалаһын шул тиклем матур итеп тасуирлай! Тыуып үҫкән ерен һөйгән әҙипте Башҡортостанда әле лә хөрмәтләп иҫкә алалар.
ХХII Халыҡ-ара Аксаков көндәре сағыу бер тамашаға әүерелде. Был юлы байрам Өфөлә генә түгел, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла киң ҡолас йәйҙе.
Яҙыусы иҫтәлегенә тантаналар баш ҡалабыҙҙың Аксаков гимназияһында башланып китте. Нәҡ ошо мәғариф усағында танылған рәссам Михаил Нестеров менән штурман Валериан Альбанов белем алған. Өфөнө сит тарафтарҙа ла танытҡан яҡташтарын иҫкә алып, уҡыусылар мәҙәнилек һәм әхлаҡ хаҡында фекер алышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 47 Алға
Бит башына