Аямай Себер ир-атты...Әбейҙәр сыуағы ифрат күңелһеҙ тамамланды. 29 сентябрҙә Башҡортостанға ҡайғылы хәбәр килде – Ханты-Манси автономиялы округындағы заводтарҙың береһендә ҙур янғын сыҡҡан, вахта ысулы менән эшләгән типһә тимер өҙөрлөк ике яҡташыбыҙ һәләк булған, икәүһе – ауыр хәлдә.
"Инвест-Ойл" фирмаһының нефть шламы эшкәртеү заводы Төмән – Ханты-Мансийск юлында урынлашҡан. Янғын ике ҙур ангарҙа сыҡҡан – ут 2,3 мең квадрат метр самаһы майҙанды ялмап алған. Күптәр ялҡындан ҡасып ҡотола алһа ла, һигеҙ кеше ағыулы төтөнгә тонсоғоп йәки янып һәләк булған, тағы ла тиҫтәгә яҡын кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Күңелһеҙ исемлектә – Йылайыр районының Воскресенка ауылынан Венер Ейәнғолов (1987 йылда тыуған), Мәләүездән Хәниф Ишмөхәмәтов (1963).
Ком: 0 // Уҡынылар: 911 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңеүгә ынтылыш көслө"Салауат"тың Риганың "Динамо"һын еңеүе, ысынлап та, ҡыуандырҙы. Сөнки быға тиклем рәттән өс тапҡыр еңелгәйнек. Дөйөм иҫәптең 15:6 булыуы ла күпкә ишара.
Бөтәһе лә "Трактор"ҙан "ҡыйралыу"ҙан башланды. Һуңынан Илья Ковальчук, Владимир Тарасенко кеүек НХЛ "йондоҙ"ҙары менән тулыланған "СКА" командаһы ла 7:2 иҫәбе менән ҡыйратып эсте бошорҙо. Ярай, лиганың чемпионы Мәскәүҙең "Динамо"һына лайыҡлы ҡаршы тора алдыҡ (әйткәндәй, хәҙер был команда өсөн билдәле Александр Овечкин сығыш яһай) һәм бер мәрәй менән булһа ла мөрхәтһендек. Был көндө юлаевсыларҙың ныҡышмалылығына күптәр һоҡланғандыр. Әммә был осрашыуҙа ла "Салауат"тың кәмселектәре асыҡ күҙгә ташланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бик кәрәкле проекттар“Өфө уттары” күңел асыу комплексында Интернет көнөнә арналған байрам тантанаһы булды. Унда “IT-Башҡортостан” республика конкурсына йомғаҡтар яһалды, еңеүселәр бүләкләнде.
Тантанала Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, дәүләт ойошмалары вәкилдәре, программистар һәм журналистар ҡатнашты.
— Барығыҙға ла конкурста ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн мәғлүмәт технологияларына бәйле яңы мөхит барлыҡҡа килә. Беҙ ошо тармаҡта эшләгән кешеләрҙе бергә йыйырға булдыҡ. Сөнки аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурғандарҙа — ҡунаҡтаСал дала ла армыт-армыт тауҙар
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде ниңә ярһыттың?
Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә сәфәргә сыҡҡан һайын шағир Рәмил Ҡолдәүләттең ошо шиғыр юлдары хәтергә төшөп төрлө уйҙарға һала. Ҡайҙа ғына көн итмәй халҡыбыҙ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур биләмәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙы юҡҡа сығарыу, тарҡатыу, тамырынан йолҡоп алыу өсөн батшалар, ил етәкселәре ниндәй генә хәйлә ҡормаған да ниндәй генә мәкергә бармаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1019 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эҙәрмәндәргә рәхмәтЯугир 68 йыл үткәс тыуған ауылында ерләнде
Һуғыш… Был һүҙҙе ишеткәс тә, күңелде әрнеү ҡатыш һағыш биләп ала. Миллиондарса баланы етем иткән, быуыны ла ҡатмаған үҫмерҙәрҙе иртә ир ҡорона индергән, һөйөп-һөйөлөр саҡтарында ғына йәп-йәш ҡатындарҙы тол ҡалдырған, ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләрҙең сәстәренә иртә сал ҡундырған ҡәһәрле афәт ул һуғыш.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 5723 яугир һәләк була. Ташбүкән ауылынан яуға киткән Барый Ибләмин улы Баймырҙин быға тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Ниһайәт, “Иҫтәлек” эҙәрмән төркөмөнөң ныҡышмалы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә уның тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булыуы асыҡланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урал аръяғында бер ҡала — ул ҡала Сибай тип аталаЖурналистарыбыҙ, “Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан” акцияһын ойоштороп, республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарында сәфәрҙә йөрөнө.
Күптән түгел Сибай ҡалаһына ла юл төштө. Ошо айҡанлы һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, фотосәйәхәткә саҡырабыҙ.
Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите сираттағы сәфәренән йән кинәнесе, яҡты тойғолар менән ҡайтты һәм ошо осрашыуҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа, БДУ-ның Сибай институты ректоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры директоры Дамир Мәжит улы Ғәлимовҡа, Сибай ҡала типографияһы директоры Булат Кәшфулла улы Абдрафиҡовҡа, кисәнең бағыусылары:
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаң ситләшмәһен тиһәң...Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең “Ышаныс телефоны” хеҙмәте мөдире Ғәлиә СӘЛИХОВА гәзит уҡыусыларға психолог ярҙамы күрһәтә. Күңелегеҙҙе өйкәгән һорауҙы беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Бер хат та иғтибарһыҙ ҡалмаҫ.

“Улыбыҙ өйләнде лә алыҫ ҡалаға күсергә йыйына башланы. Ҡалырға өгөтләһәк, беҙҙе тыңлағыһы ла килмәй. Күҙ ҡараһылай күргән балабыҙ беҙҙән ситләшмәһен, араларыбыҙ һыуынып ҡуймаһын тип борсолабыҙ. Быны нисек булдырмаҫҡа?
Ком: 0 // Уҡынылар: 669 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткер күҙле, һиҙгер күңеллеӨфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһының ультратауыш ярҙамында диагностикалау (УЗИ) бүлексәһенә инһәң, бер мәлгә балалар баҡсаһына юлыҡҡандай булаһың: тирә-яҡ уйынсыҡ менән тулған, табиптар кескәй пациенттарҙы әүрәтә-әүрәтә сәләмәтлеген тикшерә. Бүлексә етәксеһе Ләйлә Шәйехова менән хеҙмәттәштәре булдырған матур мөхит сиргә һабышҡан баланы ла йылмайтыу, тынысландырыу көсөнә эйә.
22 йыл элек ошо дауаханаға нефролог булып килгән Мәсетле районы ҡыҙы бер заман УЗИ аппаратында эшләрмен тип һис уйламай. Бар белемен һәм көсөн төрлө йәштәге балаларҙың бөйөр сирҙәрен дауалауға һала ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәйсә Шәмсетдинова Ейәнсура районының Юлдыбай (Сураш) ауылында тыуып үҫкән, ошонда белем һәм тәрбиә алған. Ошо ерҙең гүзәл тәбиғәте Рәйсә апайҙа йәштән үк кешегә мәрхәмәтле булырға, изгелек эшләргә өйрәтә, тыуған ауылына һөйөү тәрбиәләй.
Бала сағы һуғыш осорона тура килә. Ул — ғаиләлә өлкән бала. Шуға күрә иң ҙур ауырлыҡ уның иңенә төшә. Дүртенсе класты тамамлағас, Абҙан урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Тырыш, эшсән ҡыҙ Мичурин исемендәге колхозда эшләй. Трактор йөрөтә, иген үлсәй, ылау оҙата. Аҙаҡ ФЗО-ға эләгә, Кузбасс шахтаһында тир түгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ. Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға. Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауыт ҡына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне әсетеп тоҙларға уйлаһағыҙ, уны 15-22 градус йылы урында тотоғоҙ, өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән һыуы сығасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына