Рөстәм ХӘМИТОВ: “Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен”Санкт-Петербург ҡалаһында V Халыҡ-ара инновация форумы сиктәрендә ойошторолған “Рәсәйҙең иң яҡшы инновация төбәге” конкурсында Башҡортостан командаһы өсөнсө урын яулағайны. Кисә еңеүселәр менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты һәм проект, уның киләсәге тураһында ентекле һөйләшеү булды.
Конкурста һәр команда үҙ төбәгенең инновация мөмкинлектәре менән таныштырҙы, беҙҙекеләр “Башҡортостан Республикаһының күп функциялы ғилми-инновация үҙәге” проектын тәҡдим итте. Ул Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Стратегик инициативалар агентлығында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, яҡын арала проект төбәк үҫешенең федераль программаһына ла индерелергә тәҡдим ителәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 676 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Башы Рухи күпер емерелмәҫ!Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Динә Талхина, Уран Кинйәбулатов, Рамаҙан Шәғәлиев... Әҙәбиәт донъяһында үҙҙәренең тос ижады менән ныҡлы урын алған шәхестәрҙе нимә берләштерә һуң? Эйе, уларҙың барыһы ла бәрәкәтле Силәбе ерендә тыуған, шунда ҡанаттары нығынған. Башҡорттарҙың был аҫаба төбәге күпме аҫыл ир-ҡыҙҙарҙы биргән халҡына! Илдә ниндәй генә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, милләттәштәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Ошо арала Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте көндәре үтеүе — рухи күперҙәрҙең нығыуының бер сағылышы ул. 1-се биттә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1019 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәм акцияға күсеү тамамланды“Башнефть” йәмғиәте Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Новоил”, “Өфөнефтехим”, “Башкирнефтепродукт” һәм “Ырымбурнефтепродукт” бүлендек йәмғиәттәрен ҡушыу аша үҙгәртеп ойоштороу программаһын тамамланы. Әле компанияға билдәләп үтелгән йәмғиәттәрҙең үҙаллы юридик шәхес булараҡ эшен туҡтатыуы хаҡында белдереү килде.
— “Башнефть” йәмғиәтенең берҙәм акцияға ҡиммәтле ҡағыҙҙар хужаларының мәнфәғәттәрен һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын үтәп, асыҡтан-асыҡ күсеүенән ҡәнәғәтбеҙ, — тине компанияның Директорҙар советы рәйесе Феликс Евтушенко. — Уңышлы үҙгәртеп ҡороу йәмғиәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, инвестициялар йәлеп итеү һәләтен күтәреүгә, корпоратив идара сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышаныслы аҙымдар менәнТимербулат Рәхмәтовты тирә-йүндә аяғында ныҡлы торған эшҡыуар тип беләләр. Ауыл ерендә йәшәгәнлектән, малсылыҡ буйынса махсуслашыу урынлы булыр тигән уртаҡ фекергә килә Рәхмәтовтар. Күмәкләшеп кәңәшләшкәндән һуң, “Ғаилә фермаһы” программаһына туҡталалар. Ул районда беренселәрҙән булып ағас бысыу цехын аса. Урман янында йәшәп тә, диләнкә алыу мәсьәләһе йылдан-йыл ауырлашҡас, икенсе йүнәлештә лә эш башлап ҡарарға була. Оло улы Арыҫлан да кәләш алып, ауылда төпләнә, атаһына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Башлап ебәреү өсөн үҙҙәренең һыйырҙары ла бар.
Документтар юллағанда бер аҙ ҡаршылыҡтар осраһа ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә “теш сарлаған” Тимербулат Нәби улы юғалып ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был ерҙәргә кендек ҡаным тамған...Уның кеүек кешеләр менән осрашһаң, тормош ҡаҙаны тирәһендә сыуалыуҙан күңелде баҫа барған һөрөм таралып, йәнгә йылылыҡ йүгерә. Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов хаҡында әйтеүебеҙ. Әҙ һүҙле был ағайҙы тәүге тапҡыр күрһәң дә уның менән ғүмер буйы аралашып йәшәгән кеүек тойғо уяна. Юҡҡа түгел был. Халҡы өсөн янып йәшәгән кеше күңеле генә шундай яҡтылыҡты йөрөтә һәм башҡаларға тарата ала.
Уны Нефтекаманан Өфөгә килеп, халыҡ хәстәрен, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән мәлендә, йәғни баш ҡалабыҙҙа Ҡаңлы ырыуының йәмғиәт ойошмаһын булдырыу ниәте менән килгән көндә осратҡайныҡ. “Тамырыбыҙҙы белмәйбеҙ, — ти Фәнил ағай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айһылыуҙар алдында Азия баш эйҙеКөтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде...
Үҙҙәренең гүзәллеге менән ҡытайҙарҙы ах иттергән һылыуҙарҙы тәү күреүҙән үк
Рәми Ғариповтың был шиғри юлдары иҫемә төштө. Икеһенең дә исеме Айһылыу булған ҡыҙҙар гүзәллеге менән күптәрҙе хайран иткән.
19 — 29 сентябрҙә Ҡытайҙа “Азия Супер Моделе-2012” Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыналды, һынатманыБөгөнгө мәғариф өлкәһе, башҡорт теленең яҙмышы хаҡында фекере менән уртаҡлашып, редакцияға даими шылтыратып торған милләттәштәребеҙҙең барлығы һөйөндөрә. Улар — яҡын кәңәшсе, кәрәк сағында тәнҡитсе, ғөмүмән, эшебеҙҙә ҙур терәк. Ошондай остаздарыбыҙ араһында Өфөләге 2-се башҡорт лицейы директоры Нурфәйез Баһауетдинов та бар.
— Һәр иртәне гәзиттәрҙең яңы һаны менән танышыуҙан башлайым. Электән шулай күнегелгән, — ти ул. — Хеҙмәт юлымдың 35 йылы етәкселек эшендә үтте. Ә ундай урында матбуғат — айырыуса ҙур ярҙамсы, таяныс, халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыуҙа ышаныслы иптәш.
Белемгә ынтылған, мәғлүмәтле кешенең заманса фекерле булыуы, һәр саҡ алдан йөрөп, юҡтан бар яһауы сер түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерҙәрҙә тере ҡалыр өсөн...Дамир ШӘРӘФИ

Киләсәк мин

Иртәгәмде әле беләм дә ул,
Ә ары һуң ҡайҙа китергә? —
Бер ҡабынып, берсә юҡҡа сығып,
Йөрөй унда монар-хәтирә:
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Партияларҙың әүҙемләшеүе — илдәге бөгөнгө сәйәси тормоштоң төп һыҙаты, — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында. — Был беҙҙең төбәктәге һайлау кампанияһында ла асыҡ сағыла: депутат мандаттары өсөн ун партия көрәшә.
Республикала муниципаль кимәлдәге һайлауҙа ҡатнашыусы кандидаттарҙың күпселеген — 1799 кешене — тап сәйәси партиялар тәҡдим иткән. Улар араһынан 1113-ө "Берҙәм Рәсәй" ағзаһы булһа, Коммунистар партияһынан — 348, "Ғәҙел Рәсәй"ҙән — 222, Либераль-демократик партиянан 91 кеше мандатҡа дәғүәләшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә юл япмаһының сифатын күҙәтеү буйынса өр-яңы лаборатория сафҡа индереләсәк. Уның эше һөҙөмтәһендә баш ҡалалағы юлдарҙа хәүефһеҙлек артасаҡ.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әле лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алынған, “ГАЗель” автомобиле менән тәьмин итеүгә сауҙалашыу үткәрелгән, ҡалған кәрәк-яраҡтар исемлеге төҙөлгән һәм Конкурс эштәрен ойоштороу үҙәгенә ебәрелгән.
Лаборатория Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында урынлашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына