
Уҙған быуаттың илленсе йылдарында беҙҙең яҡтағы ауылдарға радио нөктәләре ҡуйыла башлағас, халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ ине. Кемдең өйөндә ҡуйылмаған, күршеләренә инеп тыңлар булды. Ул ваҡытта башҡортса тапшырыуҙар ҡыҫҡа ла, һирәк тә яңғырай торғайны. Халыҡ бигерәк тә туған телендәге концерттарҙы йотлоғоп тыңланы.
Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Хәбир Ғәлимов, йәш, әммә моңло йырсы Рамазан Йәнбәковтың тауышын ишетеү менән, барлыҡ эште ташлап, радио янына йыйылыр инек. Әммә ул осорҙа концерттар 20-30 минуттан да ашманы. Күп тә үтмәй, өйҙәрҙә телевизор күренә башланы. Бөгөн ниндәй генә төр телевизор, ноутбук кеүек кеше ымһындырғыс әйберҙәр булыуға ҡарамаҫтан, үрҙә телгә алынған радиоалғыстарҙан кеше айырылмаған әле.