Абруйлы һәм табышлы һөнәрРәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе билдәләнде
Хәҙерге заманда иретеп йәбештереүсе һөнәре иң кәрәкле һәм яуаплыларҙан һанала. Бөгөн бөтә донъя тик тимерҙән генә тора тиерлек. Унһыҙ бейек йорттарҙы, биналарҙы, машиналарҙы, караптарҙы, һыу-газ үткәргестәрҙе осратмаҫһың. Иретеп йәбештереүселәр төҙөлөш майҙандарында, машина, карап төҙөүҙә, энергетика өлкәһендә көс түгә. Был һөнәр һәр ҡайҙа кәрәк, шуға ла хеҙмәт баҙарында иретеп йәбештереүсе ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Өфөлә 1 – 5 октябрҙә үткән Бөтә Рәсәй "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" оҫталыҡ конкурсында Рәсәйҙең 78 төбәгенән 200-гә яҡын оҫта "Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе" номинацияһында көс һынашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тибет табибы аптыраттыӨфөлә "Медицина-2012" күргәҙмәһе тамамланды. 21-се тапҡыр уҙған сарала 150-гә яҡын Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил компанияһы ҡатнашты. Улар төрлө сирҙе иҫкәртеү һәм дауалау буйынса яңы ҡаҙаныштар менән таныштырҙы, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү өсөн гигиена әйберҙәрен тәҡдим итте.
Күргәҙмәгә килеүселәр "Нефтсе" мәҙәниәт һарайының өс ҡатында ла күп ине. Бай тарихлы күргәҙмә икенсе тапҡыр һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу федераль программаһы буйынса уҙғарылды. Уның маҡсаты — һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник нигеҙен нығытыу. Был сара күптән белгестәр өсөн үҙ-ара фекер уртаҡлашыу, алдынғы технологиялар менән танышыу майҙанына әүерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 980 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙҙөң һыйы — кәбеҫтәКәбеҫтәне боронғо замандан уҡ римдар, гректар, мысырҙар яратып үҫтергән. Хатта мәшһүр грек ғалимы Пифагор: “Кәбеҫтә — кешегә рухи күтәренкелек, йән тыныслығы биреүсе йәшелсә”, тип яҙып ҡалдырған. Рим тарихсыһы Марк Катон үҙенең яҙмаларында: “Кәбеҫтә — барлыҡ йәшелсәләр араһында беренсе”, тип һоҡланған. Бөйөк яугир Искәндәр (Александр Македонский) һуғыш алдынан һалдаттарға кәбеҫтәнән бешерелгән ризыҡ ашатырға ҡушҡан. Беҙҙең яҡтарға кәбеҫтә
IX быуатта ғына килеп еткән һәм әле лә йыш ҡулланыла торған йәшелсә һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йырың миңә йәшәү көсө бирҙе”“Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы, популяр йырҙар авторы Зифа Нагаеваның ижад емештәре ябайлығы, тормошсанлығы менән әсир итә. “Аңлайһыңмы?” йыры ла тәүге яңғырауҙан уҡ тиҙ отоп алынды, моңло күңелдәрҙә үҙ урынын тапты.
– Бынан биш йыл элек, йөрәгем әрнеп торған саҡта яҙғайным мин уны, — ти автор. — Бер заман урыҫса “Понимаешь?” тигән йыр популяр ине. Уны тыңлаған һайын, ысынлап та, беҙҙең халыҡ өсөн дә ят түгел бит был кисереш, миңә лә был темаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип уйлап йөрөгәйнем. Донъяла аңлашып, татыу йәшәүгә ни етә? Унан, балаларыбыҙ тәбиғәте, ниндәйҙер сифаттары, холоҡ-фиғеле менән беҙҙе ҡабатлай — балаларыңа ҡара ла үҙеңде таны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1001 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур йәшәйем тиһәң...Әҙәм балаһы тәртипкә лә, болаға ла тиҙ күнегеүсән. Урамыбыҙҙан йома һайын киске сәғәт 6-лар тирәһендә сүп-сар йыйыусы трактор үтеүен хатта биш йәшлек ейәнсәрем дә белеп тора. Көнө һәм ваҡыты етеү менән: “Өләсәй, ҡый йыйыусы трактор тураһында онотманыңмы?” — тип иҫкәртә. Онотоу ҡайҙа ул! Элек аҙналар йәки айҙар буйы өйөлөп киткән көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа сығарып түгергә белмәй аптырай торғайныҡ. Хәҙер ни, ана, райондың “Комстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, аҙна һайын һәр урамдан тәғәйен ваҡытта сүп-сарҙы йыйып, сығарып түгеп тора. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн күп тә түләтмәйҙәр — йән башына 22 һум 50 тин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иген келәттәре ышаныслымы?“Урып йыйыу эштәре башланғас та, “ҡыҙыл ылау” булып элеваторға ашлыҡ ташыған саҡтарҙы һағынып иҫкә алам. Ураҡ осороноң ғына түгел, йылдың сағыу бер мәле ине бит ул”, — тигәйне, үткәндәрен иҫләп, хаҡлы ялдағы бер ағай. Заманында алдынғы шоферҙарҙан иҫәпләнгән, баҫыу — ырҙын табағы — элеватор араһын әллә нисәмә йыл урап таҡырайтҡан ер кешеһенең күңел кисерештәре, һуңғы осорҙа тәбиғәттең игенсене иркәләмәүенә борсолоуы аңлашыла, әлбиттә.
Үкенескә ҡаршы, быйыл да еребеҙ яҙҙан дымға туйына алманы, ҡара тупраҡҡа орлоҡ һалып, мул уңыш алыусыларҙың өмөтө аҡланманы. Шулай ҙа яҙмышын ер менән бәйләүселәр төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, үҫкән ҡәҙәреһен юғалтыуһыҙ йыйып алып һаҡлауға һаҡларға тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хакимлыҡ — өҫтөнлөк түгел, ә йөкБынан ун өс йыл самаһы әүәл, 1999 йылдың 31 декабрендә, төш мәлендә, Борис Ельцин, ниһайәт, власты ҡалдырыуы һәм Президент вазифаһын атҡарыуҙы Владимир Путинға йөкмәтеүе тураһында телевидение аша халыҡҡа еткергәс, сит ил матбуғатында “Who is mister Putin?” тигән сөәл тәбиғи рәүештә хасил булһа, үҙ илебеҙҙә лә “Кем Һеҙ, Путин әфәнде?” тип һораусылар күп булғандыр.
Хакимдар килә тора, сәйәси сәхнәне ҡалдырып китә тора. Кемдәрҙеңдер исеме тарих сәхифәләренә теркәлә, икенселәр, бөгөн властан китһә, шунда уҡ, онотолоп, һыуға төшкән таштай юғала.
Ком: 2 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урамдан балыҡсы 100 килограмлыҡ йәйенде көскә-көскә һөйрәп алып ҡайтып бара икән. Ҡаршыһына ҡулына ваҡ балыҡ менән туп-тулы бәләкәй генә биҙрә тотҡан икенсе балыҡсы осрай һәм мыҫҡыллы йылмайып:
– Нимә, берәүҙе генә тоттоңмо ни? – ти икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
14 томлыҡ китап бушлай таратылаЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең рәсми сайтында (www.kitap-ufa.ru) 14 томлыҡ «Улар еңеү менән ҡайтты» китабының электрон вариантын бушлай күсереп алырға була.
Унда Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән әйләнеп ҡайтҡан 258 мең яугирҙең исем-шәрифе индерелгән. Хәҙер Интернеттан файҙаланыусыларҙың djvu форматында кәрәкле томды күсереп алыу һәм үҙҙәренең еңеү менән ҡайтҡан яҡындары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Исемлектәре һәм биографик белешмәләре Башҡортостандың административ райондары буйынса бирелгән. Быға тиклем 20 томлыҡ «Тыл геройҙары» серияһы бушлай күсереп алыуға тәҡдим ителгән тәүге баҫма булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 862 тапҡыр // Тотош уҡырға
Килен төшөргәндәЮмористик хикәйә
Сәғиҙә әбей сыбар тауығын салдырып алып таҙалай ғына башлағайны, йүгерә-атлай күршеһе Гөлсөм килеп инде.
— Инәй, ҡапыл ғына машина килеп сыҡты ла район үҙәгенә барып ҡайтырға булдыҡ, йорт-тирәһен ҡараштырып ҡына тор әле, — тине лә ҡулындағы асҡысын һондо.
Берәйһенең ниндәй йомош менән йөрөгәнен белмәһә, күңеле булмаҫ ҡарсыҡтың. Был юлы ла булмышына тоғро ҡалды.
— Бәй, ниңә улай ҡапыл-ғара сығып китергә булдың? — тип һорамай булдыра алманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1839 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты
Юйып ҡына булмай таш менән”.
(Халыҡ йырынан)
Йәш саҡта яҙмыш тураһында бик уйланмайһың. Тормош үҙ яйы менән китеп бара. Ололар: “Кеше маңлайына яҙылғанын күрә”, — ти торғайны. Донъяла бар нәмә Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире буйынса була икән. Тәҡдир — ул донъялағы барлыҡ күренеште алдан уҡ тәғәйенләп ҡуйыу, тиелә дини китаптарҙа. Ысынлап та, яҙмыш тураһында фекер йөрөтһәң, бының раҫ булыуына шикләнмәйһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 893 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибай дәүләт балалар театры “Сулпан”дың ябылыу ихтималлығы тураһында хәбәр мәғлүм булды, был беҙҙе оло хәүефкә һалды. Бөгөн илебеҙҙә йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә кире күренештәр бихисап, шуға тағы бер көслө өҫтәмә кеүек яңғыраны был борсоулы яңылыҡ.
Һуңғы 25 йылда, йәғни капитализмға күскәндән һуң, илебеҙҙә меңәрләгән түңәрәк һәм спорт секциялары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, йөҙҙән ашыу балалар театры ябылды. Был миллиондарса баланың яҙмышына ҡара тап булып ятты, үҫмерҙәр араһында берәҙәк, енәйәтсе, алкоголик һәм наркомандар бер нисә йөҙ тапҡырға артты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1004 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был осорҙа үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алып, артыҡ сәбәләнмәй йәшәргә кәңәш итәм. Алданыуығыҙ ихтимал, шуға һаҡ булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙ, финанс хәлегеҙ бик үк яҡшынан булмаҫ. Мөхәббәттә үтә талапсанлығығыҙ ҡамасаулар. Матди өлкәлә килем генә түгел, сығымдар ҙа буласаҡ. Эштә бер ни тиклем уңышһыҙлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килер. Көндәлек мәшәҡәттәр баҫыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәхәсләшмәҫкә тырышығыҙ. Дүшәмбе көсөргәнешле көн һаналһа ла, был аҙнала — киреһенсә. Шулай ҙа ҡайһы бер аҙымдарығыҙ юҡҡа булғанын эш үткәс аңларһығыҙ, был хәл күңелегеҙҙе ҡырыр. Шишәмбе мөһим эштәрегеҙҙе төштән һуңға ҡалдырып тороу хәйерлерәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Армия. Был һүҙҙе ишеткәс, күптәрҙең күңелендә ике төрлө уй тыуа. Береһе уның ил һағында тороусы Ватан ҡалҡаны тураһында булһа, икенсеһе — тәртип-тәртипһеҙлектәрҙән, көс-көсһөҙлөктән хасил булған “серле йомғаҡ” хаҡында. Нисек кенә тимәйек, бөгөнгө тыныс күгебеҙ, тормошобоҙ өсөн беҙ ошо ике төшөнсәне берләштергән армияға бурыслы. Бала ата-әсәһен һайлап алмаған һымаҡ, башҡа Ватаныбыҙ ҙа, ил һаҡсыһы ла юҡ. Рәсәй Ҡораллы Көстәре — беҙҙең армия!
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы контролдә тотоу өсөн республикала махсус комиссия булдырылған. Уның составына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, Башҡортостан буйынса тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Росреестр идаралыҡтары, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына