Бергәләп изгелек ҡылайыҡ“Беҙ мәрхәмәтлек менән шөғөлләнмәйбеҙ”, “Куликово һуғышында ҡатнашҡандарға инеү бушлай” тигән мыҫҡыллы яҙыуҙарҙы күреп йөрәк әрнеп ҡуя. Рәсәй империяһы осоронда уҡ изгелек ҡылыу, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарыу һәр сауҙагәр өсөн ҡәҙимге ғәмәл һаналған. Хәҙерге заманда мәрхәмәтлек эшмәкәрлеген нисек йәнләндерергә? Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында хәйриә мәсьәләһе буйынса республика советының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, предприятие етәкселәре ҡатнашты.
— Октябрьский изге кешеләр төйәгенә әүерелер тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был ҡалала беренселәрҙән булып мәрхәмәтлек марафоны ойошторолдо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йөҙәрләгән балаға ярҙам күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡын күтәргәнде халҡы күтәрәКүгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы халҡы октябрь башында ҡунаҡтар ҡаршылау йолаһына өйрәнеп бөткән. Ауылдың тарихи исеме Бесәнсене Хоҙайбирҙин тип үҙгәртергә сәбәпсе булған, Башҡортостан Республикаһын ойоштороу башында тороусыларҙың алғы сафында барған күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө алдынан был ауылда журналистика өлкәһендәге ошо премияға лайыҡ булған лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтә.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы булһа ла, журналистика өлкәһендәге был премия Хөкүмәт йортонда бирелмәй, ә иң тәүҙә үк баш алған йолаһына тоғролоҡ һаҡлап, йыл һайын Бесәнсе ауылында тапшырыла. Килгән ҡунаҡтар Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейында булып, паркта лауреаттар аллеяһына ағас ултыртып, ауыл халҡы алдында сығыш яһауҙы йола иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 844 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш күләме ҙур, хеҙмәт хаҡы түбән“Ауылда өс мең һум да аҡса”, — ти етәксе

Илебеҙҙә алып барылған ҡулайлаштырыу сәйәсәте ҡайһы ғына өлкәгә ҡағылманы икән?! Мәктәптәр генә түгел, хәҙер халыҡты хеҙмәтләндергән төрлө тармаҡ учреждениелары һәм ойошмалары ябылды йәки берләштерелде. Әйтәйек, райондарҙа гөрләп эшләгән банктарҙың, почта, элемтә идаралыҡтарының, һалым инспекцияһының, санэпидемстанцияның һәм башҡаларының бүлексәләре һәм филиалдары ғына ҡалды. Был хәл, әлбиттә, иң тәүҙә эш урындарының һәм хеҙмәт хаҡының кәмеүенә килтерҙе. Әммә иң бәкәлгә һуҡҡаны — халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле ҡырҡа түбәнәйҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәжмиҙе юҡһынып...Халыҡ хәтеренә мәңгегә уйылған РСФСР-ҙың Максим Горький, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең арабыҙҙан китеүенә ун өс йыл да үтеп киткән. Башҡорт шиғриәтенең яҡты йондоҙҙарының береһе булған оло әҙиптең йырҙары телевизор, радио аша әлегәсә ҡабат-ҡабат яңғырап тороуы, иң күренекле йырсыларҙың репертуарында уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың быуындан быуынға күсеп, ныҡлы урын алыуы үҙе генә лә бик күпте аңлата.
Ә инде шиғриәт һөйөүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Уның ихлас лирикаһы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған шиғырҙары, поэмалары әҙәбиәтебеҙҙең иң юғары ҡаҙаныштары иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылға фонтан ниңә кәрәк?...Биш-алты йәшлек кенә ҡыҙ һәм малайҙарҙың велосипедтарҙа старт һыҙығынан уҡтай атылырға тороуын тамашасылар ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Бөтә кешенең иғтибарын үҙенә йәлеп итеүҙән, шундай күләмле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙан ҡәнәғәтлек кисергән бәләкәстәрҙең йөҙөндә ихлас йылмайыу балҡый. Барыһынан да бигерәк ата-әсәләр тулҡынлана. Спорт комитеты рәйесе Ш. Сәлимовтың команда биреүе менән велосипедсылар алға ынтыла...

Велосипедта йөрөргә ҡартлыҡ та ҡамасау түгел
Район үҙәге стадионы көнө буйы гөж килде. Йөҙҙән ашыу бала ҡатнашҡан йәш велосипедсылар бәйгеһе олоһон да, кесеһен дә үҙенә йыйҙы. Баҡһаң, үткән аҙнала ғына велоспорт фестивале һәм “Милләттәр кросы”нда ун йәштән 60-ҡа тиклемге 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Планетабыҙҙа экологик хәл йылдан-йыл ҡатмарлаша бара, кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә климат үҙгәрә, тәбиғәт фажиғәләренең һаны арта. "Рәсәйҙә экология мәсьәләләрен хәл итеү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар, программалар ҡабул ителһә лә, әлеге көндә уларҙы берләштереүсе, эшен тәьҫирлерәк итеүсе комплекслы система юҡ", – тип фекер йөрөтөүселәр бар икән, уларҙың хаҡлығын инҡар итеп булмай. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа был көнүҙәк проблеманы хәл итеүҙә һиҙелерлек аҙымдар яһала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡ почтамты — республикала иң ҙур һәм табышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. 32 элемтә бүлексәһен (шуның 28-е — ауылдарҙа) берләштергән татыу коллективта 170-ләп кеше тупланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу беҙҙең тармаҡты ла ситләтеп үтмәне. Ауылдарҙағы элемтә бүлексәләрендә почта хеҙмәте аҙнаның өс көнөндә генә күрһәтелә, йәғни почтальондарыбыҙ тулы булмаған хеҙмәт хаҡына эшләргә мәжбүр. Шуға күрә матбуғат таратыуға кеше табыуы еңел түгел. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ғына 92 почтальонды 46-ға ҡалдырырға тура килде. Улар ошоғаса бер йәки ике ауылды хеҙмәтләндерһә, әле ҡайһыларына хатта бишәү тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Грузияла үткән парламент һайлауында оппозиция еңеп сыҡты: Бидзин Иванашвилиҙың “Грузин хыялы” блогы, 54 процент тауыш йыйып, киләсәктә илгә идара итеү хоҡуғын яуланы. Президент Михаил Саакашвилиҙың “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы иһә еңелеүен танырға мәжбүр булды. Власҡа ҡыҙыл раузалар тотоп килгәндәрҙең гөлләмәһе, шулай итеп, тиҙ шиңде.

"Ҡыҙғылт-һарылар" дәүере тамам
"Грузин хыялы” блогына илдең “Демократик Грузия”, "Грузияның республика партияһы”, “Ирекле демократтар”, “Милли форум”, “Консерваторҙар партияһы” һәм “Грузияны сәнәғәт ҡотҡарыр” партиялары инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫтәлектәрҙән өҙөктәр
Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Ейәнсура районы) Мәзит ауылында тыуған. Урта белем алғас, 1952 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, 1956 йылда Орск педагогия институтын тамамлай. 1947 йылдан Абзан районының Мөхәмәтйән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, 1953 йылдан — Өмбәт урта мәктәбендә директор, 1955 йылдан — партияның Абзан район комитетында бүлек мөдире, 1956 йылдан — КПСС-тың Ейәнсура район комитетында бүлек мөдире, 1957—1962 йылдарҙа секретарь булып эшләй. 1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ул заманда абруйлы иҫәпләнгән Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлап, һәм бер ыңғай кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Башҡортостанға ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Эстониянан Палдиски ҡалаһы мэры Каупо Каллас етәкселегендәге рәсми делегация килде. Уның составында төрлө сәнәғәт компаниялары етәкселәре бар. Ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың бай иҡтисади ҡеүәте, мәҙәни үҫеше менән таныштырыу күҙҙә тотола.
Әйткәндәй, Палдиски ҡалаһы менән бәйләнеш иҡтисади йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да ныҡлы. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгендә уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына