Яҡты киләсәккә ышанабыҙБашҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы ҡабул итеүгә иртәгә 22 йыл тула. Уны, һәр ваҡыттағыса, халҡыбыҙ киң билдәләй, баш ҡалала һәм райондарҙа төрлө саралар ойошторола.
Йола буйынса байрам тантаналары Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуҙы байрам итеү иҫтәлегенә төҙөлгән монументҡа сәскәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һалды.
Байрамдың тантаналы өлөшө Конгресс-холда булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдарҙа “һуғыш” дауам итәҮткән ял көндәрендә генә республикала 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 17 кешенең ғүмере өҙөлгән, 65 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Тәүге урында – йәйәүлеләрҙе тапатыу: өс көндә – 24 осраҡ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар ҙа бар. Миҫал өсөн, Орджоникидзе районында бер ир "НефАЗ" тәгәрмәсе аҫтында ҡалһа, ошо уҡ кистә Өфөлә төнгө бер тирәһендә 20 йәшлек ҡыҙҙы сит ил автомобиле бәрҙереп киткән.
Икенсе урында – бәрелештәр. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: водителдәр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабалана, бер-береһен уҙырға тырыша, әйтерһең дә, бер нисә минут ғүмергә торошло.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китапҡа ингән сантехникӨфө ҡалаһының Октябрь районындағы “26-сы торлаҡ-коммуналь идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ биләмәһендәге социаль объекттарҙы һәм йорттарҙы йылытыуҙы тәүгеләрҙән булып башланы.
— Август аҙағында беҙ хеҙмәтләндергән күп ҡатлы 84 йорт та файҙаланыуға әҙер ине. Йылылыҡ, һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк, шөкөр, булғаны юҡ, — ти идаралыҡ етәксеһе Илшат Ғәтиәтуллин. — Сантехник, слесарь кеүек һөнәр эйәләренә ниндәйҙер кимәлдә кәмһетеүле ҡараш йәшәп килгәне билдәле, әммә тап уларҙың тырышлығы, оҫталығы, үҙ бурысына намыҫлы ҡарауы һөҙөмтәһендә ҡышҡы ҡаты һыуыҡта ла баш ҡала халҡына коммуналь хеҙмәтләндереүгә бәйле борсолорға, хәүефләнергә сәбәп юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙе әсир итте “Әсир”Башҡорт драматургияһы бөгөн ауырлыҡ кисергән бер мәлдә, театр донъяһы күгендә яңы йәш драматургтың балҡып китеүе ғәжәп тә, ҡыуаныслы ла. Һүҙ танылған шағир Салауат Әбүзәр хаҡында бара. Һуңғы ике-өс йыл эсендә Өфө, Сибай, Ырымбур театрҙары сәхнәһендә уның пьесаларының премьераһы булды. Әйткәндәй, Әбүзәр — 2008 йылда Талҡаҫ күле янында үткәрелгән драматургтар семинарының һуңғы асышы. Шунан бирле семинар үткәрелмәй, һөҙөмтәлә аҙаҡҡы йылдарҙа драматургтар араһында яңы исемдәр ҙә юҡ.
Сентябрь аҙағында А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәрҙең “Әсир” тигән яңы пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ғүмерлек ғазап” исемле спектаклдең премьераһын ҡарарға насип булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1190 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙгө моңда йәшлек һағышыБашҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәйес Вәғизовты белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенсәлекле тауышы, халыҡсан йырҙары менән тамашасы күңелен яулап алған. Шулай уҡ күптәргә “Яратам”, “Юлдар саҡыра”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Һиңә барам”, “Үҙ яғыма ҡайтһам” йырҙары аша таныш. Бөгөн йырсы ғүмер миҙгеленең көҙөнә килеп етһә лә, ижади юлын дауам итә. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән уға мөрәжәғәт иттем.
— Мин Татарстанда — Минзәлә районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫтем. Бала саҡтан татар, башҡорт халыҡ йырҙарын яраттым. Яңғыҙым ҡалһам да, йыраҡ юлға сыҡһам да һәр ваҡыт йыр булды юлдашым. Йыр-моңға һөйөү үҙенекен итте. Мәктәпте тамамлағас та, Ҡазан консерваторияһына уҡырға индем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күс йыйыу һәм умартаға ябыу
Күс осоп сығып китеүҙән алда үҙенә яңы йәшәү урыны эҙләү өсөн разведка яһаусы ҡорттарҙы сәфәргә оҙата. Башҡалары, күмәкләп осоп китеү сигналы көтөп, тыныс ҡына ултыра. Көн бик эҫе булғанда, ҡорттар умартанан тышҡа сыға һәм йомғаҡ булып йомарлана ла суҡланып аҫылынып тора.

Сығып китеүе
Күстәр иртәнге сәғәт 10-дан көн уртаһына тиклем сыға башлай, һауаны геүләгән тауыш менән тултыра, умарта өҫтөндә өйөрөлөп осоп, инә ҡортто көтә. Ул иһә ашыҡмай ғына бөтә ғаилә осоп килеп ҡуна торған таҡтаны байҡай ҙа умартаға кире инеп китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нимә ул яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, йәғни поручителлек?
Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы (поручитель) — кредит буйынса банк алдындағы бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәйәсәк, тип бер кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған икенсе кеше (юридик шәхес). Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 361-се статьяһында билдәләнеүенсә, поручитель, килешеүгә ярашлы, икенсе кешенең йөкләмәләрҙе үтәүе өсөн кредитор алдында яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуарҙар үткәргән әллә күпме рәсми сарала ҡатнашҡаным бар. Ни ғәләмәттер, башҡорт эшҡыуарҙары күҙгә бик салынып бармай. Үҙҙәре булдырған мөхиттә генә йөҙәләрме, әллә үтә тыйнаҡтармы — аңлай алмайым. Эшҡыуар Ҡасим Ишембаев менән осраҡлы ғына таныштым, ул хәҙерге заманда бик һирәк осрай торған уңған ирҙәрҙең береһе булып сыҡты. Йүнселлекте, шәхси хужалыҡты күтәреү уйы менән янған эшҡыуарҙың ата-әсәһенең тормош юлы ла миндә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Курсташтарым Әсғәт Йәнбәков һәм Рәмзиә Ҡудашева менән Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегендә бергә уҡып, бергә тамамлаһаҡ та, һуңынан бик күп йылдар беҙгә төрлө театрҙа эшләргә тура килде. Улар Сибай дәүләт башҡорт драма театрына, тыуған яҡтарына ҡайтһа, мин инде Салауат дәүләт башҡорт драма театрына ебәреүҙәрен һораным. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт осрашып, аралашып торҙоҡ. Бер-беребеҙҙең шатлығын уртаҡлашып, спектаклдәрен ҡарап, уңыштарыбыҙ өсөн шатланып, бинаһыҙ театрҙарҙың ижад ауырлыҡтарын тойоп, йыл әйләнәһенә “тәгәрмәс өҫтөндә” гастролдәрҙә, ҡойма ямғырға, әсе буранына ҡарамай, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып ижад иттек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1047 тапҡыр // Тотош уҡырға
Генерал Шайморатовҡа бәйле фекер алышыу — тәбиғи хәл. Уға Герой исемен биреү буйынса ҡултамға йыйыу ҙа ойошторолдо. Акцияны кемдең башлап ебәреүе билдәһеҙ. Туранан-тура әйтергә була: акция — халыҡ ихтыяры.
Был хаҡта уй-ниәт күптән йөрөй ине. Ун — егерме йыл элек үк һуғыш ветерандары берәмләп тә, күмәкләп тә үҙ фекерен белдерә килде. Улар ғына түгел, Шайморатовҡа Герой исемен юллау теләге хеҙмәт ветерандары, студенттар араһында ла ишетелеп торҙо. Республика Хәрби Дан музейы һәм уның филиалының эшмәкәрлек дәүерендә был уй ҡуйыра төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына