“Хужалыҡты тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ”, —тине республика етәксеһе, янғын урынын ҡарағасБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәкшәмбе көнө Иглин районына эш сәфәрендә һайлау барышы менән танышты һәм янғын урынын ҡараны.
Йылҡысылыҡ фермаһында сыҡҡан янғындың эҙемтәләре бик аяныслы. Унда 20-нән ашыу баш инглиз тоҡомло ат, нәҫел үгеҙҙәре һәм башҡа мал һәләк булған. Янғын башланыуы тураһында хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына таңғы алтыла килә. Ут сығыуын һуң ғына күреп ҡалалар, бина тулыһынса төтөнгә мансылған һәм ауыр конструкциялар ауа башлаған була. Был осраҡта малдарҙы ҡотҡарыу мөмкин булмай. Һәләк булған аттар — хужалыҡта 20 йыл дауамында алып барылған селекция эше һөҙөмтәһе. Янғын сәбәптәре әле асыҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыныслыҡты һаҡлауҙа төп көсӨфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының IX съезы булды. Илебеҙҙә 20 миллион тирәһе мосолман йәшәй. Ислам, православие менән бер рәттән, дәүләттең нигеҙен билдәләгән дин булып тора. Тимәк, ул — тыныслыҡты, йәмғиәт именлеген һаҡлауҙа төп таяныс.
— 225 йыл тирәһе элек, Екатерина II указы буйынса Өфө илдә исламдың рәсми үҙәгенә әүерелә, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов, съезда сығыш яһап. — Ошо ваҡыт эсендә исламды үҫтереү, дини мәҙәниәтте, мәғрифәтте камиллаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Рәсәй ауыр һынау, яҙмышты билдәләр үҙгәрештәргә дусар булған мәлдәрҙә Үҙәк диниә назараты, уның абруйлы эшмәкәрҙәре дәүләттең ышаныслы терәге булды, тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу, нығытыуҙа ҙур роль уйнаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр......Анна Ивановна Самойлова был урамда ярты быуат самаһы йәшәй. Йорто эргәһендә урынлашҡан ыҡсым ғына сквер, эргәләге мәктәп, иман нуры таратыусы сиркәү ҙә күңеленә шундай яҡын, шуға күрә һәр үҙгәреште күҙәтеп-белеп тора. Әйткәндәй, ташландыҡ хәлдә тиерлек ҡалған скверҙы төҙөкләндереү эше башланғас, унан да нығыраҡ ҡыуанған кеше булмағандыр: көн аяҙ саҡта ағастар күләгәһендә ял итеүҙән дә уңайлыһы бармы ни?
Һүҙ Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан сквер хаҡында бара. Быйыл билдәле рәссам, Башҡортостан дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғәнәһеҙ бәхәсЙыһат Солтановтың “Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо. Мәсьәләгә яңыса ҡараш” тигән брошюраһы донъя күргәндән һуң киң мәғлүмәт сараларында (“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 110, 114, 168, 169-сы һандарында) бәхәс тыуҙы.
Мәҡәләләрҙә, нигеҙҙә, Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың тыуған ере, уларҙың шәжәрәһе хаҡында һүҙ бара. Берәүҙәр (Йыһат Солтанов, Фаил Тикеев) батыр — хәҙерге Иглин районының Тәкәй ауылында, икенселәр (Радик Вахитов һ.б.) Салауат районындағы Тәкәй ауылында тыуған, тигән фекерҙә. Бәхәс ике ауылдың да бер үк атама йөрөтөүенә ҡорола. Ләкин ундайҙар аҙмы ни? Мәҫәлән, ошо уҡ Салауат районында ике Арҡауыл бар. Шуларҙың береһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов донъяға килгән. Әммә әлегә тиклем мәшһүр шағирҙың ҡайҙа тыуыуына берәү ҙә шикләнмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡ таҙалыҡтан башланаСибай — республикала иң төҙөк, гүзәл ҡалаларҙың береһе. Матурлыҡтың таҙалыҡтан башланыуы бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән сибайҙар һынатмай: әленән-әле ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәрелеп тора. Көндәр аяҙ һәм ҡоро торһа, бындай мөһим эш октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Халыҡтың яҡшы шарттарҙа йәшәүе өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Быйыл йорт ихаталарына асфальт түшәү өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Ниһайәт, соҡор-саҡырлы урамдар проблемаһы яйлап хәл ителә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 941 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Көҙгө ысыҡ” күңелде сафландырҙыЕйәнсура районының үҙәк китапханаһында Мәрйәм Бураҡаеваның “Көҙгө ысыҡ” китабының исем туйы ифрат йылы, йәнле үтте. Әҙибәнең хеҙмәтен ҡулыма алғас, бер тынала тиерлек уҡып сыҡтым.
Изге кешеләр хаҡындағы хикәйәләргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыу, геройҙары менән күрешке килеү тойғоһо күңелдән оҙаҡ китмәне. Һәр кем күңелендә Мәрйәм апайҙың геройҙары кеүек батырлыҡ, матурлыҡ йөрөтәлер ул. Беҙ быны күрәбеҙме, битараф түгелбеҙме? Эскегә бирелгәндәргә лә икенсе күҙ менән баға башланым. Уларҙың да күңеле “Ай ҡояштан нурҙар ала”, “Ҡапҡа бағанаһы” исемле хикәйәләрҙәге Гөлзәминә, Алһыуҙыҡы кеүек күркәм булғандыр. Ниңә уларға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙмағанбыҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет юлыДахау концлагерҙарын үтеп, иҫән ҡалған аталары балаларына ике тапҡыр үлемде урап үтеүен бына нисек итеп еткерә. Әсирлеккә эләккәс, уларҙы ҡол итеп тараталар. Бына ул да баҙарға бара һәм булған тауарҙарын хужа киткән арала талап алып бөтәләр. Хәлһеҙ кеше нишләй алһын инде. Уны аҫырға булалар. Муйынына бау элеп, дар ағасына мендергәс, хужаһы килеп сығып, кәрәкмәй, ярар, ебәрегеҙ, тип әйтмәһә, бәлки, ул ғаиләһен ҡайтып күрә лә алмаҫ ине. Икенсе тапҡыр ҙа үлемдән ҡалыуы Германия ерендә була. Әсирҙәр ашаһын типме икән инде, немкалар бәрәңге, теләһә ниндәй йәшелсә ҡабығын лагерь рәшәткәһе буйына түгеп китә икән. Ас-яланғас меҫкендәр ябырылып ашай башлауы була, овчаркаларҙы уларға табан ысҡындыралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауахана үҙе сәләмәт булырға тейешХалыҡтың һаулығын ҡайғыртырға тейешле дауахана, баш табип үҙе “ауыр сиргә” тарыған. Медицина учреждениеларының техник, санитар торошо ҡот осмалы, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарының байтағы ябылған, табиптар етешмәй, төҙөлөш, ремонт өсөн бүленгән 14 миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһы әрәм-шәрәм ителгән. Былтыр Красноусол район үҙәк дауаханаһы эшмәкәрлегенә тикшереү ойошмалары шундай баһа бирҙе. Ауыр ваҡытта Зәбиҙә Ҡужина баш табип итеп тәғәйенләнде. Унан һуң йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бөгөн дауаханала хәлдәр нисек, үҙгәрештәр бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 900 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хикәйә
— Света, Света Новикова, кил әле бында! — Галина Петровна ҡыҙға ҡысҡырҙы, тегеһе яҡынлағас, арҡаһынан ҡаҡты:
— Нисек, тау шыуыу күңеллеме?
— Мин ҡарарға ғына килдем.
— Иртәгә нимә эшләйһең?
— Әлләсе. Больницаға, әсәйем янына барырмын да өйҙә ултырырмын. Бәлки, тағы тау шыуыуҙарын күҙәтермен.
— Миңә кил әле, йәме. Ҡайҙа йәшәгәнемде беләһең бит. Бөгөн байрам алды, ә ысын байрам иртәгә башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
14 октябрҙә уҙған һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре иғлан ителде. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, тауыш биреүҙә 1 миллион 252 мең 446 кеше, йәғни һайлау исемлегенә индерелгәндәрҙең 77,2 проценты, ҡатнашҡан. Райондарҙың барыһында ла тиерлек сәйәси әүҙемлек күҙәтелгән, был йәһәттән күрһәткесте 90 проценттан арттырған Тәтешле, Йәрмәкәй, Баҡалы, Илеш, Саҡмағош, Федоровка, Благовар, Нуриман, Ауырғазы халҡын айырым билдәләргә мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, республикала урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауҙы 54 территориаль комиссия һәм улар ҡарамағында ойошторолған 2 мең 753 участка комиссияһы үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына