Матбуғат яҙмышы — халыҡ яҙмышыГоризонталь буйынса: 1. Һауа шарының ҡом тултырылған тоҡтары. 3. Ун ике йыл “Совет Башҡортостаны” гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире булып эшләгән яҙыусы, “Салауаттың йәше” романы авторы. 6. 90-сы йылдар аҙағында гәзиттең баш мөхәррире, яҙыусы. 11. Ковбойҙарҙың ҡороғо, боғалы. 12. “Өйҙө һалғанда (...)ҙән башла, һүткәндә — түбәнән”. 13. Ауыҙын тар итеп талдан үрелгән балыҡ тотоу ҡоралы. 14. Доға яҙып, күн менән өскөлләп көпләп, ауырыу, зәхмәттән муйынға йәки кейемгә тағып йөрөй торған нәмә. 15. Шағирә, СССР халыҡ депутаты, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты. 18. Геннадий Зюганов партияһының ағзаһы. 21. Рәссам, исемле йылдарға арналған эмблемаларҙың авторы. 26. Кеше көлгәнгә оҡшатып ҡысҡырған ҡош. 28. Фламанд короле Гамбринус шөғөлө буйынса. 29. Бильярдтағы туп. 31. “Яуыз ҡатындан (...) ҡасҡан”. 33. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йырсы-шағир.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлилдең "буранлы" инәйҙәре“Башҡортостан” гәзите редакцияһының хәбәрселәре Сибай ҡалаһында халыҡ менән осрашыу үткәргән саҡта Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Әбйәлил районының Амангилде ауылынан “Сәсмәүер” фольклор ансамбленең сығышын тамаша ҡылып хайран ҡалғайны. Һай, үҙебеҙҙең инәйҙәр! Теге “Евровидение” конкурсында ҡатнашып, донъяны шаҡ ҡатырған “Буран әбейҙәре”нән һис тә кәм түгел. Арттырып ебәрмәһәләр әле! Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, бына, “Сәсмәүер” йырлаған бер таҡмаҡты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, Әбйәлил инәйҙәренең моңло тауышын гәзиткә төрөп биреп булмай. Был йәһәттән Башҡортостан телерадиокомпанияһы уларҙың йыр-бейеүҙәрен донъяға таратыр әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡАтаҡлы урыҫ тәнҡитсеһе Виссарион Белинский фекер ҡеүәһен гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡҡа тиңләгән. Китаптар, шул иҫәптән гәзит-журнал алып килгән һүҙ тәьҫире — беҙҙең күңелдәрҙә сағылыусы һәм фекеребеҙҙе уятыусы яҡтылыҡ ул. Хоҙай биргән саф күңел һәм яҡты аҡыл — ысынлап та, тиңе булмаған хазина.
Ә саф күңелдә һәм яҡты аҡылда сағылған һүҙ яҡтыһы, рухи көс уларҙы тағы ла нығыраҡ камиллаштыра, төрлө илаһи төҫтәр менән балҡытып ебәрә. Халыҡтың әхлаҡи таяуҙарын нығытыуҙа һүҙ көсө ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр яҡлап үҫешкән, бай, көслө цивилизацияларҙың әхлаҡи таяуҙар ҡаҡшауы арҡаһында юҡҡа сығыуын тарихтан яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә зыялыларҙың һуңғы ваҡытта Рәсәй күләмендә әхлаҡи сифаттарҙың юҡҡа сыға барыуы, мәҙәниәттең түбән төшөүе хаҡында саң ҡағыуы һис тә юҡҡа түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” — республикабыҙҙың көҙгөһөМәсетле районындағы йәмле Ыйыҡ йылғаһы буйында ятҡан Тайыш ауылында йәшәгән Менәүерә апай Кәлимуллина 60 йыл инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылмай.
— Төп милли баҫмабыҙ — республиканың көҙгөһө. Унһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк! — ти ул.
Менәүәрә апайға мәктәптә уҡырға тура килмәгән. Шуға күрә барлыҡ ғилемде милли баҫмабыҙҙан алған.
— Белем шишмәһе ул “Башҡортостан”, — ти хәҙер инде 92 йәшен тултырған ағинәй. — Бөгөн дә һәр һанын ашҡынып көтөп алам, бер мәҡәләне лә ҡалдырмай танышып сығам. Яҙмаларҙа милләттәштәремдең һулышын тоям, ҡыуаныс-шатлығын, аһ-зарын ишетәм, улар менән бергә һөйөнәм дә, көйөнәм дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билең ныҡмы, әхирәт?— Үәт, әй, бер генә йома элегерәк килмәнегеҙ, — тип ҡаршыланылар Сафакүл район гәзите редакцияһында, — һабантуй үткәйне, шунда булыр инегеҙ...
Һабантуй ғына күргән бар, тим эстән генә, бында башҡа мәсьәләләр ҙә етерлек, йәнәһе. Һабантуй ҡайҙа ла һабантуй инде: түрәләр телмәр тота, алдынғыларҙы билдәләйҙәр, ат сабышы, көрәш, уйын-көлкө... Юҡ икән шул, башҡасараҡ булған Сафакүлдә. Ул яҡтағыса әйтһәк, ысынлап та, бер йома элек бармағаныма үкендерҙе. Баҡһаң, унда ғәҙәти милли көрәш менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла бәйге ойошторолған.
Урындағы фотохәбәрсенән (исем-шәрифе иҫтә ҡалмаған) бер фото һорап алдым да Аҙналы ауылына юл тоттом. “Попутка” ямғыр бысратҡан юл буйлап яй ғына бара. Оло апайҙарҙың, ҡулдарына таҫтамал тотоп, көрәш майҙанына сығыуы күҙ алдына килә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәхим итеп, һарыҡ башынан ауыҙ итегеҙ!”Хәҙер рәсми рәүештә генә түгел, туйҙарҙа ла ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылау матур йолаға әйләнеп китте. Был — заман йолаһы. Элегерәк юлдан килгән кешене һис ҡасан улай ҡаршыламағандар. Юлсының тәү сиратта һыуһағанлығы, тамаҡ ялғағыһы килеүе иҫәпкә алынған. Шуға ла иң тәү уға эсемлек биргәндәр — ҡымыҙ, буҙа, айран... Бөгөн боронғо йоланы тергеҙеү күпмелер кимәлдә күҙәтелә: икмәк-тоҙ менән бергә ҡымыҙ тәҡдим иткән яҡтар бар. Ә бына Арғаяш районының Мәтәл ауылында бөтөнләй беҙҙең яҡ өсөн сәйер, боронғо үҙенсәлекте һаҡлаған йола йәшәй.
Бынан ун дүрт йыл элек (ҡалай ваҡыт тиҙ үтә!), әле беҙҙә шәжәрә байрамдары таралмаған осорҙа, ауылға нигеҙ һалыныуҙың 400 йыллығын билдәләнеләр. Ошонда һәр ара, аймаҡ үҙ тирмәһен ҡорғайны.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ менән бергә үҫте“Башҡортостан” гәзитенә — 95 йыл. Ошо һүҙҙәр күпме аяуһыҙ көрәш, кисерештәр, уйланыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр менән бергә шатлыҡлы минуттарҙы ла эсенә йәшергән оло бер кеше ғүмере булып күҙ алдына килеп баҫа. Уға бынан 95 йыл элек нигеҙ һалыусылар һәм бөгөнгәсә ҡытыршылы юлдар үтеп гәзитебеҙҙең бәҫен төшөрмәй, киреһенсә, һәр бер мөхәррир уны камиллаштырыуға күпме көс һалып, йөкмәткеһен байытыуға, биҙәү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә яңынан-яңы ысулдар табып, булмышы менән уны халыҡ гәзите дәрәжәһенә күтәргән матбуғатсылар алдында баш эйәм һәм уларҙы оло байрам менән ҡотлайым.
Әле алдымда атайым Ғибаҙулла Бейешевтың ваҡытында үҙенә мөһим тип табылған мәҡәләләрҙе төпләп альбом формаһында ҡалдырған яҙмалар йыйынтығы ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман да гәзит менән йәшәйем“Башҡортостан” — минең өсөн иң ҡәҙерле гәзит, йәштәшем тип әйтерлек. Минең тормошома ул 1935 йылда килеп инде. Тәүге шиғырҙарымдың ҡайһы берҙәре ошонда донъя күрҙе. Хәтеремдә, беренсе шиғырымды алып килгәс, шул осорҙағы баш мөхәррир Төхфәт Йәнәби: “Шиғыры барырлыҡ түгел, ләкин ҡәбилиәте (һәләте) бар”, — тип имза һалып сығарғайны. Ошо һәләтемде күреү күңелемә ижади ҡанат ҡуйҙы. Ғөмүмән, миңә генә түгел, күп яҙыусыларға дәрт-дарман өҫтәне “Башҡортостан”. Ошо гәзиттә шиғыр сығарыу һәр ваҡыт оло мәртәбә, ҙур ваҡиға булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мең төрлө йырыбыҙ, мең төрлө биҙәгебеҙ бар...Башҡорт кейеме. Кемде генә әсир итмәгән һиңә төрөнгән һылыу ҡыҙ, кемде генә дәртләндермәгән һине кейгән ир-егет, ҡайһы дошманды дер ҡалтыратмаған һуң меңәр йыллыҡ тарихыңда һине кейгән батырҙарың?! Башҡорт кейеме. Бөгөн дә сәхнәнән йөрәктәрҙе елкендерә, матурлығыңды бар донъя халыҡтары алҡышлай. Һиндә барлыҡ тәбиғәттең асылы сағыла: хәтфә ҡырҙар — еләнеңә күл-тәңкәләр һибелгән, армыт тауҙар — һаҡалдарға күҙҙең яуын алырлыҡ йылға-таҫмаларың һуҙылған, ҡашмау, таҡыяларың бай урманды хәтерләтә... Һиндә халҡымдың боронғо үткәне: арҡысаҡ-торҡосаҡ биҙәктәрең — Арҡайым, башҡа төр орнаменттарың — ырыу, аймаҡтар, ҡара төҫтәр — ғәзиз еребеҙ үә ошо ер өсөн башын һалған ул һәм ҡыҙҙарыңды юҡһыныу, зәңгәре — күк йөҙө, йәшеле — хаҡ динең, ағы, ҡыҙылы, һарыһы... Селтәр-селтәр сулпыларың — халҡымдың төпһөҙ күңел серҙәре ул...
Ком: 1 // Уҡынылар: 1372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таш зыярат — изге урынҠайҙа барһаң да, ошо төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте, ер-һыуы менән танышаһың, халҡының ғөрөф-ғәҙәте ҡыҙыҡһындыра. Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, тарихи, изге тип һаналған урындарҙы күрге, уларға бәйле риүәйәттәрҙе тыңлағы килә.
Танып ауылына инер саҡта иғтибарҙы зыярат эсендәге ҡыҙыл кирбестән һалынған “йорт” йәлеп итә. Халыҡ уны “Таш зыярат” тип йөрөтә икән. Ошо мавзолей-йорт эсендә ҡәберҙәр ҡаҙылып, дини кешеләр ерләнгән.
— Мәвзәлий, без аны “таш зират” тип кенә йөртәбез. Аны төзеткән инде хәзрәт безнеке — Нурула хәзрәт. Аса урыслары килеб эшләгәннәр элекке вакытта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүге аҙымдарҙан уҡРауил Шаммас, шағир:
— Бынан 55 йыл элек, 1957 йылда, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәүге шиғырҙарым шәлкеме баҫылып сыҡты. Ул ваҡытта үҙебеҙҙең Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында уҡытыусы булып эшләй инем. Шул саҡта шиғырҙар яҙыу менән мауығып киттем. Улар йыш ҡына район гәзитендә баҫылып торҙо.
Бер мәл шиғырҙарымды алдым да Өфөгә йүнәлдем. Һәр редакцияға инеп, әҫәрҙәремде ҡалдырҙым. Ул саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының әҙәбиәт бүлегендә яҡташым Ғәли Ибраһимов менән йәш шағир, йәштәшем Абдулхаҡ Игебаев эшләй ине. Улар изге теләк менән яҙмаларымды алып ҡалды. “Оҙаҡламай сығарырбыҙ”, — тип вәғәҙә итте. Һүҙҙәре раҫ булды: тиҙҙән Муса Йәлилгә арналған “Үлемһеҙ йыр”ым, “Шымабай шымарта” сатирик шиғырым донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА, шағирә:— Миң иҫ белә башлағандан бирле (ә ул мәлгә 60 йылға яҡын ваҡыт уҙған), беҙҙең өйҙә һәр саҡ “Совет Башҡортостаны” (элек “Башҡортостан” шулай атала ине) гәзитен уҡынылар. Ғаиләбеҙ йыл һайын 15 – 20-ләп баҫма алдырыр, ә олатайым иң тәүҙә “Совет Башҡортостаны”на яҙылыр ине. Иҫке төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендәге китаптарҙы иркен уҡыған өләсәйем, гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙе уҡыр өсөн минән хәҙерге алфавитты өйрәнде… Әле уйлап ҡуям: ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу шундай арзан булған. Гәзит-журнал алдырмаған бер генә лә ғаилә юҡ ине, буғай. Ғөмүмән, халыҡ ул йылдарҙа — әле беҙ тиргәгән совет заманында — күп уҡый торғайны. Ярай, быныһы һүҙ ыңғайы ғына.
“Совет Башҡортостаны”, ә һуңғараҡ “Башҡортостан” гәзите йылдар үткән һайын беҙҙең ғаиләлә бер быуындан икенсеһенә эстафета шикелле тапшырыла килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡанда...Ниндәй генә матбуғат баҫмаһын ҡулыңа алһаң да, мәҡәләләр аҫтында “үҙ хәбәрсебеҙ” тигән яҙыуҙы күрәһең. Кем һуң ул үҙ хәбәрсе? Билдәле, гәзит эшенә бәйләнеше булмаған кешеләр быны бөтөнләй белмәй ҙә. Ә бит гәзит көндәлек эшендә үҙ хәбәрселәргә лә таяна, сөнки ул редакцияның урындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын үтәй, үҙе йәшәгән төбәктә алып барылған эштәрҙең тере шаһиты булып тора.
Мин “Совет Башҡортостаны” гәзитендә утыҙ йылдан ашыу үҙ хәбәрсе йөгөн тарттым. Әйтеп тораһы ла юҡ, ул даими гәзит уҡыусылар араһында ҡайнай, һәр яңылыҡты шунда уҡ күреп ала һәм уны тиҙерәк халыҡҡа еткерергә ашыға. Уның эше мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ.
Бигерәк тә ураҡ, бесән, көҙгө эштәр осоронда колхоз, совхоздарҙан ҡайтып килмәйһең тиерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намыҫ эшеГәзитем, һин – мәңгелеккә поста,
Ғүмерлеккә һаҡҡа торғанһың.
Ерҙә хаҡлыҡ тантанаһы өсөн
Юлды ғәҙеллеккә борғанһың.

Көндәр, айҙар түгел, быуат аша
Күрә һинең үткер күҙҙәрең.
Борон ташҡа яҙылғандай бөгөн
Заман талап иткән һүҙҙәрең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәйем. “Башҡортостан” гәзитенә дүрт тиҫтә йыл яҙылам һәм яратып уҡыйым.
Гәзит милләтебеҙҙең төп баҫмаһы булып тора. Әгәр ҙә уны уҡымаһам, әллә нимә етмәгән һымаҡ. Башҡортостанда йәшәп тә, үҙ гәзитеңде алдырмаһаң, был һис тә дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем.
Йөкмәткеһе буйынса гәзиткә юғары баһа бирәм, сөнки баҫмала республика тормошондағы тарихи ваҡиғалар, донъя, төбәк һәм район яңылыҡтары донъя күрә, шулай уҡ заман үҙенсәлектәре дөрөҫ яҡтыртыла. Һуңғы осорҙа гәзиттә яңы рубрикалар ҙа барлыҡҡа килде. Көнүҙәк проблемалар күтәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына