Сифатына күҙ теймәһенРеспублика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов Борай районындағы яңы юлдарҙың сифатына баһа бирҙе. Ул журналистар менән бергә “Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе” автомобиль юлының төҙөкләндерелгән участкаһынан, Вострецов ауылына илткән юлдан үтте.
“Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе” юлының 15 саҡрымы быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылды. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы генераль директоры Илдар Мусин әйтеүенсә, дүрт ай дауам иткән ремонт барышында юлға яңы япма түшәлгән, ситтәре нығытылған.
— Элек был юл йөрөрлөк тә түгел ине, — тине Рәүеф Ноғоманов.
Уның әйтеүенсә, төҙөкләндереү сифатын билдәләгәндә юлдарҙың торошо, уға ихтыяж, хәрәкәттең йышлығы иҫәпкә алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы!Республикабыҙҙың иң олпат һәм абруйлы баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзитен 95 йыллығы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Уҡыусы менән бер быуатҡа яҡын туранан-тура һөйләшеү алып барыу — гәзит өсөн бәхетле яҙмыш ул. Ошо дәүер эсендә бай тарихлы баҫма Башҡортостан халҡының тормошона ныҡлы үтеп инде, республикала барған ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа намыҫлылыҡ һәм дөрөҫлөк эталонына әйләнде. Ватаныбыҙ үҙ тарихында төрлө осор кисерҙе — шатлығын да, фажиғәһен дә, ләкин гәзиттең сираттағы һаны бер нигә ҡарамай үҙ ваҡытында сыға килде, республиканың уҙған һәр көнөнә баһа бирә барҙы.
Халҡыбыҙҙың бер нисә быуынының яҙмышы яратҡан гәзите менән бәйләнгән, уны кешеләр ысынбарлыҡты дөрөҫ яҡтыртҡаны һәм файҙалы булғаны өсөн ғүмер буйы ихтирам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостай менән РаузаҮҙ ғүмеремдә мин Мостай Кәрим тураһында байтаҡ яҙғанмын: китап сығарҙым, тиҫтәләгән мәҡәләләр баҫтырҙым. Быларҙың бөтәһе ул тере саҡта эшләнгән.
Мостай Кәримдең үлеме — Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн сикһеҙ ҙур юғалтыу. Был юғалтыуҙың мәғәнәһен ҡапыл ғына аңлатып биреү мөмкин дә түгелдер. Мостай Кәрим феноменын бөтә тәрәнлегендә баһалау, дөйөмләштереү — киләсәк эше. Бынан ары уға бәйле һәр яңы һүҙ ана шул изге эштең бер тамсыһына әүереләсәк. Тәҡдим ителгән яҙмалар шул юҫыҡта.
Халыҡ шағиры — халҡын ҡурсалаусы
Мостай Кәрим был яҡты донъяларҙа 86 йыл ғүмер итте. Ошо ғүмеренең 42 йылы “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исемде алғас (1963) йәшәлгән. Башҡортостан тарихында, Мәжит Ғафури (1923), Рәшит Ниғмәтиҙән (1959) һуң — өсөнсө халыҡ шағиры.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалы районындағы Өргөн урмансылығында торф һаҙлыҡтары яна. Янғындың дөйөм майҙаны — бер гектар.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың әйтеүенсә, әле ут таралыуҙан туҡтаған. Уны һүндереүгә тиҫтәгә яҡын кеше менән бер нисә махсус техника йәлеп ителгән. Янғындың өс көнгә һуҙылыуының сәбәбе шунда: иң яҡындағы Учалы ауылы дүрт саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Шунлыҡтан Өргөн күленән торф һаҙлығы быҫҡыған ергә тиклем соҡор ҡаҙырға мәжбүр булғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙ аша үткән федераль юлдарҙың торошо өсөн яуап биреүсе белгестәр ошо девиз менән эшләй

Етмешенсе йылдарҙың уртаһында Советтар Союзының иң мөһим дәүләт юлдарының береһен төҙөү тамамланды, уның аша Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Куйбышев, Өфө һәм Силәбе кеүек эре ҡалалар менән тоташа алды. Хәҙерге автоһәүәҫкәрҙәргә был трасса М-5 “Урал” исеме менән таныш. Тап шул осорҙа, 37 йыл элек, “Куйбышев — Өфө — Силәбе автомобиль юлы идаралығы” барлыҡҡа килде. Ул яңы төҙөлгөн трассаны файҙаланыу һәм тейешле хәлдә тотоу өсөн махсус ойошторолдо. Бөгөн идаралыҡ ҡарамағына 500 километр оҙонлоҡтағы М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 Өфө — Ырымбур федераль автомобиль юлдары инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурыстарына яуаплы ҡарайҙарКүгәрсен районындағы көҙгөләй ялтырап ятҡан юлға һоҡланмау мөмкин түгел. Бының өсөн “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы яуап бирә.
Идаралыҡ иңенә, ысынлап та, ҙур эш йөкмәтелгән: 436,6 километр төбәк һәм муниципаль-ара (уның 105 километры “Магнитогорск — Ира” төбәк автомобиль юлы), 213 километр урындағы автомобиль юлы — уның ҡарамағында. Хеҙмәтләндерелгән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса идаралыҡ республикала өсөнсө урынды биләй.
Предприятиеның эше уңышлы бара. “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күгәрсендәр һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Утыҙға яҡын махсус техника, ундан ашыу “КамАЗ” машинаһы иҫәпләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәге, бөгөнгөһө өсөн тырышаЮлдарҙы “йәшәү артерияһы” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Әбйәлил районы аша төбәк-ара кимәлдәге һәм республика әһәмиәтендәге Белорет — Магнитогорск, Сермән — Амангилде — Баймаҡ, Асҡар — Сибай юлы үтә. Уларҙан Урал аръяғы райондары халҡы файҙалана һәм юғары сифаты менән айырылып торған юлды төҙөүселәргә оло рәхмәтле.
“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы райондағы 620 километр юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы, шуның 293 километры — асфальт япмалы.
Быйылғы һөнәри байрамдарын яҡшы кәйеф менән ҡаршылай коллектив. Бер бригада Ишҡол — Исҡужа йүнәлешендә юл һалыуын дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышаныслы аҙымдар менәнБөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы республикабыҙҙың төньяҡ райондары юлдарын хеҙмәтләндерә. Тотороҡло коллективҡа тәжрибәле, тырыш, талапсан белгес — Фаат Хәлитов етәкселек итә.
Уны был яуаплы вазифаға 1995 йылда тәғәйенләйҙәр. Предприятиеның ныҡлы матди-техник базаһы, үҙ эшенең оҫталарынан торған коллектив — тап Фаат Ғәднән улының ныҡышмалы хеҙмәт емеше тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Бөгөн Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы республика, муниципаль-ара, район тәғәйенләнешендәге 319 километр юлды, ике тиҫтәгә яҡын күперҙе хеҙмәтләндерә. Юлдарҙың яртыһынан күп өлөшөнә асфальт түшәлгән.
Коллективта йөҙҙән ашыу кеше эшләй, шуларҙың 25 проценты — йәштәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тормош көҙгөһө” көҙгөләйСирек быуат эсендә республикабыҙ юлдары күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бөгөн һәр район үҙәгенә генә түгел, бик күп ауылдарға асфальт юл һалынған. Дүртөйлө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ла ошо мөһим эшкә тос өлөш индерә.
Предприятие алты тиҫтә йылдан ашыу элек барлыҡҡа килеп, Татарстан сигенән алып Ҡазан — Өфө республика юлын хеҙмәтләндергән. Бөгөн идаралыҡ үҙ ҡарамағындағы дөйөм файҙаланылыштағы 447 километр арала йыл әйләнәһенә юлдарҙы йүнәтә, төҙөкләндереү эштәре алып бара, яңыларын һала. Ойошторолған ваҡытынан бирле, коллектив иҫәбендә ғорурланып һөйләрлек төҙөлөштәр бихисап. Былтыр, мәҫәлән, Затон биҫтәһендә Өфөнө урап үтеү юлын төҙөүҙә ҡатнашҡандар. Быйыл да ул мөһим объект булып ҡала: Ғәли Шамматовтың бригадаһы билдәләнгән эш күләмен башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сифатына дәғүә юҡБорай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлы сафҡа инде
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары юлдарын яҡшыртыу быйыл айырыуса йылдам барҙы. Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлын ремонтлауҙың генераль подрядсыһы — Борай юл төҙөлөш-ремонт идаралығы эшмәкәрлеге хаҡында булыр бөгөн һүҙебеҙ. Бөрө, Дүртөйлө юл төҙөлөш-ремонт идаралыҡтары, “Танып” йәмғиәте лә был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ниһайәт, мөһим объект сафҡа инде.
Борай юл төҙөлөш-ремонт идаралығы 455 километрҙағы юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы. Шуның 227-һенә асфальт түшәлгән. Төп объектта 210 миллион һум капитал һалыу үҙләштерелгән. Ә элек Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлының торошо бик шәптән булмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына