"Башҡортостан" гәзитенә - 95!"Башҡортостан" гәзитенә - 95!
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәккә осор өсөн ҡанат нығыттыҡЙыш ҡына моңһоу уйҙар уятҡан көҙгө тәбиғәттең күңелде талпындырырҙай, бала-сағалай мауығып күҙәтерҙәй илаһи күренеше бар. Ул да булһа, ҡоштарҙың ҡанат нығытыуы, алыҫ ерҙәргә осор алдынан үҙенә күрә ҡорға йыйылып, йәштәргә тәжрибәләрен еткереүе. Тәбиғәт һулышы 95 йыллығын билдәләгән “Башҡортостан” гәзитенә туранан-тура йоғонто яһаған, тиерһең! Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында уҙған юбилей кисәһенә баҫмабыҙ күптәнге уҡыусыларын, ветерандарын һәм матбуғат һөйөүселәр “туб”ын тулыландырырҙай йәш дуҫтарын йыйҙы. Алда торған 100 йыллыҡ үргә артылыр һәм киләсәккә осор өсөн ҡанаттарҙы нығытыу сараһы тиһәң дә була был осрашыуҙы, сөнки яҡындарыңдың йылы һүҙе, һиңә яҡшылыҡ теләүҙән әйткән тәнҡите, ысынлап та, бейеклеккә әйҙәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дим юлдары киң хәҙер!Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүселәр, барыусылар, ҡайтыусылар, ниһайәт, еңел һулай ала — ике яҡлы юл үткәргестең һул яғы рәсми рәүештә асылды. Башҡарыласаҡ эштең яртыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, бынан ары биҫтәгә үтеп инеү, сығыу еңелләшәсәк. Әлегә тиклем кешеләрҙең эшкә барыу, ҡайтыу ваҡытында хәл ҡырҡыулаша торғайны. Киләсәктә юл үткәргес үҙ эсенә ике күперҙе аласаҡ. Киңлеге 16 метрға етеп, күпер оҙонлоғо 168,43 метр тәшкил итәсәк. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 1545 километрға һуҙыласаҡ.
— Конструкция өсөн бөтәһе 1794 тонна металл китте, — ти Өфө ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү эше буйынса баш инженеры Асҡар Фәйзуллин. — Бөгөн күперҙең, дөйөм юлдың икенсе яғында эш башлар өсөн барыһы ла етә. Үткәргес яңы юлдан ғына тормаясаҡ, ә сиселештәр ҙә төҙөләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыйлы көнөм — һыйырҙатигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Бөгөн ауылда йәшәүселәр күпләп һыйыр аҫрап, төрлө һөт ризығы эшләргә өйрәнеп алды. Күптәре, баҙарға алып сығып, ярайһы уҡ табыш ала. Ағы барҙың туғы бар тигәндәй, егәрле хужабикәләр көн дә тиерлек һөттән беҙ онота барған төрлө ризыҡ әҙерләй. Шундай оҫталарҙың береһе — Йылайыр районының Һултантимер ауылында йәшәүсе Зөлфирә Ильясова.
Уңған хужабикәнең өҫтәленән бер ҡасан да һөт ризыҡтары өҙөлмәй: ҡыҙыл эремсек, ҡорот, һөҙмә, күбек майы, аҡ май, һары май, айран, ҡатыҡ.
— Әле ҡышҡылыҡҡа туңдырғысҡа сейәле, ҡарағатлы, бөрлөгәнле май әҙерләп һалдым. Муйыллы ҡоротом да бар. Һуңғы ваҡытта һөттән сыр яһау менән шөғөлләнәм, — ти егәрле хужабикә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1266 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәзә аҫрау отошлоҠыҙының шәп тәҡдиме
Ауылда кәзә аҫрауҙың табышлы шөғөл икәнлеген тормош үҙе иҫбатлай. Әбйәлил эшҡыуары Хәйбулла Хәйруллин менән танышҡас: “Ә ни өсөн кәзә?” — тип һорамай булдыра алманым.
— Улар ышаныслы, юғала тип ҡурҡмайһың. Былтыр өс атым ғәйеп булды, таба алманым. Ә кәзә йыраҡ китмәй, туйғас, барыбер ҡураға ҡайта. Етмәһә, һөтө лә шифалы, ҡымыҙ эшләп кенә әллә күпме табыш алырға мөмкин, — тине.
Ауыл халҡы элек-электән кәзә малына әллә ни иғтибар бирмәне. Күптәр уларҙы шәл, ойоҡ-бейәләй бәйләү өсөн генә тотто, хатта итен дә һанламаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1390 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы – принциптарҙың, маҡсаттар һәм бурыстарҙың рәсми танылған системаһы. Ул халыҡтарҙың берҙәмлеген, дәүләттең бөтөнлөгөн тәьмин итә, илдәге этномәҙәни күп төрлөлөктө һаҡлап ҡалыуға, граждандар һәм халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә”. Быйыл сентябрь аҙағында Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы советтың эш төркөмө ҡабул иткән Стратегия проекты ошондай һүҙҙәр менән башлана. Әле ул илдең барлыҡ төбәктәрендә лә фекер алышыу өсөн киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған.
Октябрь баштарында стратегия проектына республиканың алдынғы ғалимдары, тарихсылар, политологтар, этнологтар, юристар ҡарап, үҙ тәҡдимдәрен индергәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белгестәр килгәнен көтөп ултырмайҙар“500 ферма” программаһына ингән “Салауат” ауыл хужалығы кооперативы күптән түгел малды заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡоролған һәм өр-яңы төҫ алған ҡураға индерҙе. Районда был программала ҡатнашырға нәҡ ошо кооперативҡа мөрәжәғәт итеүҙәре юҡҡа түгел, аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙың береһе ул.
Әле бында 2400 баш мал аҫрала. Кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин ҙур ҡыуаныс менән тиҙҙән тулы ҡеүәтенә файҙаланыласаҡ бина менән таныштырҙы, ундағы һәр ҡоролманың тәғәйенләнешен һәм улар ярҙамында эштең нисек атҡарыласағын аңлатты. Совет осоронда ферманан сыҡмай, көнө-төнө тигәндәй эшләгән малсы ла уларҙың ҡайһыһы ни өсөн ҡуйылыуын тиҙ генә төшөнә алмаҫ ине, моғайын. Иркен һәм яҡты бинала ҡул көсө, талап ителгән хәлдә лә, бик аҙ ҡулланыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 777 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан, тиһәм,
йәнтөйәгем,
Күҙ алдыма баҫа киңлектәр.
Мөмкинме һуң яратмаҫҡа һине,
Исемеңә хатта тиң юҡтыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры бурыстарын үҙ иңенә алды.
Был аҙым — августа башланған республика башҡарма власть органдары системаһын реформалауҙың киләһе баҫҡысы. Ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Президент Хакимиәте структуралары араһындағы вәкәләттәрҙе ҡабатлау, яуаплылыҡтан ҡасыу практикаһынан ҡотолоуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Республика башҡарма власть органдары структураһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кредит биреү — банк өсөн ҙур аҡсаға бәйле, өҫтәүенә ваҡытты ла күп талап иткән хәүефле ғәмәл. Шуға күрә бурысҡа аҡса биреүҙе һорап ғариза яҙғандан һуң шәхестең документтары һәм уның тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт ентекле тикшерелә. Шулай ҙа был тәңгәлдә заем уның элегерәк алған (түләнгән йәки түләнеп бөтмәгән) аҡсаһы буйынса йөкләмәләренең үтәлеше, йәғни кредит хәле ҙур әһәмиәткә эйә.
Кредит хәле банктың аҡса биреү йәки бирмәү тураһындағы ҡарарына етди йоғонто яһай. Ә быны нисек белергә һуң? Уға бәйле етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә мөмкинме?
Кредит хәле бурысҡа аҡса алыусының кредит килешеүе буйынса йөкләмәләренең үтәлешен сағылдыра. Уны түбәндәге өлөштәргә бүлеп ҡарайҙар:
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына