Кешене иртәгәһе көнгә ышаныс йәшәтәИҡтисади көрсөк, геосәйәси низағтар, экология проблемаһы, дини нигеҙҙәге ҡаршылыҡтар, экстремизм күренешенең таралыуы, фәҡирлек, ғаилә ҡиммәттәренең юғала барыуы, килем айырмаһы арҡаһында граждандар араһындағы көсөргәнешлелек — ошо һәм башҡа бик күп бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙы тап социологтар өйрәнә һәм хәл итеү юлдарын эҙләй. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә уларҙың күбеһе тураһында белмәй ҙә инек, ә хәҙер хатта донъя кимәлендә ғалимдар бергәләп баш вата.
Баш ҡалабыҙҙа кисә асылған “Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” тип аталған IV Бөтә Рәсәй конгресының икенсе этабында ла ошо проблемалар хаҡында ентекле һөйләшеү буласаҡ. Өфөләге конгресс Халыҡ-ара, Европа һәм Рәсәйҙең социологик ассоциациялар вәкилдәрен йыйҙы. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм илдең башҡа төбәктәренән 500-ләп, сит илдәрҙән ике тиҫтә самаһы ғалим ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзиттәр төҫлө сығасаҡҠала типографияһы – Урал аръяғында иң ҡеүәтле заманса матди-техник базаһы булған полиграфия предприятиеларының береһе. Бында Сибай, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла район гәзиттәре баҫыла. Ошо көндәрҙә типография 55 йыллыҡ юбилейы уңайынан күркәм сара үткәрҙе. Тантанала Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, район һәм ҡала типографиялары директорҙары, ветерандар ҡатнашты.
Типографияға 1957 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн уға Булат Абдрафиҡов етәкселек итә. Һуңғы йылдарҙа тап Булат Кәшфулла улының башланғысы менән предприятие яңы һулыш кисерә. Бында ҡала һәм район гәзиттәренән тыш, башҡа төрлө продукция ла баҫыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәрҙә яуланған бәхетБоронғо аҡыл эйәләренән берәү: “Бер генә сәғәтте бушҡа уҙғарған кеше ғүмер ҡәҙерен аңлау кимәленә етә алмай”, — тигән. Был яҙмам барлыҡ тормошон аҡыл-зиһен туплауға, фәнгә, ғилми эҙләнеүҙәргә, студенттарының үҫешен хәстәрләүгә, халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә бағышлаған абруйлы затыбыҙ тураһында. Уның, мәшһүр ғалимыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллиндың, Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлауына быйыл 50 йыл тулды. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең әле һаман арыу-талыу белмәй фәнгә, туған уҡыу йортона хеҙмәт итеүе бик һирәктәргә тәтегән бәхеттер ул.

Йәшлек хыялы тормошҡа аша
1962 йылда БДУ-ның тарих-филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гәүһәр менән Марат Зәйнуллиндар Күгәрсен районына башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Йәш белгестәр ғаилә башлығының тыуған төйәгенә, хыял арғымағына атланғандай, ҙур теләк менән ҡайтып төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1190 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Ағинәй» иман таратаКүңелдәрҙе миғражға күтәрерҙәй ғәмәлдәр көтөлә

Былтыр Сурай ауылында мәсет асыу тантанаһында булырға тура килгәйне. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бик матур эшләнешенә, архитектура йәһәтенән камиллығына һоҡланыуҙан күңелемдең иң нескә ҡылдары тирбәлде, уны һалған һәммә кешегә рәхмәт хистәрем урғылды. Аллаһы Тәғәләне яратып, уның берлегенә инанып йәшәүселәр арта, иншалла, уларҙың матди теләктәшлеге ярҙамында тыуған еребеҙҙә иман йорттары күбәйгәндән-күбәйә.
Яңыраҡ был тарафтарға тағы юл төштө. Ауылға ҡарап ҡына торған Аҡҡош тауы итәгендәге мәсет балҡып ултыра. Исеме лә ниндәй бит әле — «Ағинәй»!
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙҙарҙы кем ҡабыҙа?Сәнғәт күгендә балҡыған йондоҙҙарҙың һәр ҡайһыһының юл башы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Шулай ҙа уларҙың барыһын да берләштергән бер һыҙат бар: ваҡытында һәләттәрен кемдер асҡан һәм, ярҙам ҡулы һуҙып, донъяға танытҡан! Юғиһә күпме талант юғалып-онотолоп бөткән булыр ине. Бөтә донъяға танылған музыкант, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара Хәйриә фондының Башҡортостан филиалы, ошо изге эште үҙ өҫтөнә алып, бына тиҫтә йылдан ашыу инде республикабыҙҙа йәш таланттар асыу менән мәшғүл.
Әйткәндәй, Спиваков фондының Башҡортостандағы филиалы Рәсәй төбәктәрендә берәү, башҡа республикаларҙа бындай ойошмалар әлегә юҡ. Изге эштең башында оло йәнле шәхес Ғәлиә Хәснулла ҡыҙы Камаева тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтылыҡ әйҙәй уныМашина фараһынан ағылған нур төн йөҙөндә һикергеләй. Руль артында ултырған Азат, гүйә, шул нур ебенә тотоноп, тыуған йортона оса. Яҡтылыҡ әйҙәй, яҡтылыҡ саҡыра уны! Ә ул уның күңеленә бала саҡтан уҡ һалынған, ата-әсәһе, ғәзиз төйәге ҡабыҙған был утты. Тыуған йортон, бәләкәй сағы үткән Аҡбейек тауын, өлтөрәп торған әсәһен, һынсыл ҡарашлы атаһын күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы Азат.
Атаһы Фәйзулла Ямалетдин улы тотош ғүмерен тыуған төйәгенә бағышланы, балаларында ла ошо изге тойғоно тәрбиәләргә тырышып, эш һөйөргә өйрәтте. Нәҫелдән киләлер был. Фәйзулланың атаһы Ямалетдин ағай ҙа “алтын ҡуллы” кеше була. Нимәгә тотонһа ла, һәр эште еренә еткереп башҡара. Хатта уға яҡын-тирә ҡала-райондарҙан сәғәт йүнәттерергә килер булғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
20 йыллап сәхнә түренән төшмәгән "Ант" төркөмө төрлө осорҙа маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Шулай ҙа төркөм етәксеһе Алмас Ғафаров тамашасы һөйөүен иң ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләй. "Былтыр Мәләүез районының Смаҡ ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн концерт ҡуйҙыҡ. Шунда I класс балалары "Ҡыш бабай" йырын башынан аҙағына тиклем миңә ҡушылып йырланы. Быны ижадыбыҙға оло баһа тип ҡабул иттем", — ти ул.
"Ант"тарҙың үҙенсәлекле тауышы менән моңло йырҙарының сихри көсөнә инаныусылар ҙа бар. Белорет ҡалаһында була ул ваҡиға. Егеттәр концерт ҡуйғандан һуң бер ир, сәхнә артына килеп, күҙ йәштәре аша рәхмәт уҡый башлай. Биш йәшенә тиклем бер һүҙ ҙә әйтмәгән улы концертта Алмас Ғафаровҡа ҡушылып йырлап ебәргән икән! Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаза эҙемтәләрен Хөкүмәт 6 миллиард тип баһаланы
Рапорттар яҙыу, йәғни “рапортомания” заманалары үтеп бара шикелле. Ниһайәт, аҡты — аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә башланыҡ. Ил етәкселәренең ауыл хужалығына ҡағылышлы сығыштарын, дөрөҫлөккә тап килгәнерәк отчеттарҙы, крәҫтиәнгә күпмелер кимәлдә йөҙ менән борола башлауҙарын күҙ уңында тотам. Күптәр уйлағанса, бында демократияның әллә ни ҡыҫылышы юҡ. Йылдарҙың бер-бер артлы ҡоро килеүе, айырым хужалыҡтарҙың ғына түгел, тотош төбәктәрҙең, дөйөм алғанда, Рәсәй ауыл хужалығының көрсөккә терәлә барыуы ысынбарлыҡҡа асыҡлыҡ индерергә мәжбүр итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ливияла барған сыуалыштар, АҠШ менән Израилдең һуғышҡа әҙерләнеүе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе депутаты Алексей Кнышевтың үҙ теләге менән депутат мандатынан баш тартыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Каддафи үҙе үлһә лә…
Ливияның элекке лидеры Муаммар Каддафиҙы вәхшиҙәрсә язалап үлтереүгә лә бер йыл үтте. Билдәле булыуынса, былтыр 19 октябрҙә Ливия революцияһына һигеҙ ай тигәндә Сирти ҡалаһынан сығып барған Муаммар Каддафиҙың 50-ләп джиптан торған автомобиль кортежы НАТО самолеттары һөжүменә эләгеп, баш күтәреүселәр тарафынан лидер үҙе язалап тигәндәй үлтерелгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтен отставкаға ебәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. “Был сәйәси ваҡиғаны нисек баһалайһығыҙ?” – тигән һорау менән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Альберт МИФТАХОВ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе:
— Башҡортостанда башҡарма власть етәксеһе — Президент. Ә премьер-министр вазифаһы булғанда башҡарма власть органдары икегә бүленә. Шулай уҡ хөкүмәт аппаратын тотоу ҙа ҡыйбатҡа төшә. Хәҙер иһә был маҡсатҡа бүленгән бюджет аҡсаһы кәрәкле өлкәләргә тотоноласаҡ. Ошоғаса министрҙар ниндәйҙер мәсьәләне вице-премьерға, унан премьер-министрға, ул иһә Президентҡа еткерә ине. Шулай итеп, бюрократизм күп ваҡытты ала торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына