Социолог — халыҡ ихтыяжын сағылдырыусыӨфөлә IV Бөтә Рәсәй социология конгресы эшен дауам итә. 23 октябрҙә көндөң икенсе яртыһында эш секцияларҙа дауам итте. Конгрестың “Белем биреү социологияһы” секцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Конгресты үткәреү урыны осраҡлы һайланмаған. Башҡортостанда был өлкәне үҫтереү йәһәтенән тәжрибә ҙур, — тигән фекерҙә Өфөнөң “Симакс” йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге директоры Тимур Саблин. — Халыҡ-ара белгестәрҙең йыйынында ҡатнашыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Фекер алышыу, аралашыу барышында социологияның үҫеш кимәле билдәләнә. Абруйлы белгестәр менән һөйләшеү бик әһәмиәтле. Мин сәйәсәт социологияһы менән бәйле секция эшендә ҡатнаштым, сөнки бөгөн сәйәсәттең үҙгәрештәр кисереүе — төбәк, тотош ил тормошондағы мөһим мәсьәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Двайер әфәндегә Өфө оҡшаны“Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” конгресында Бразилияның Сан Паулу ҡалаһынан килгән Том Двайер әфәнде менән ҡыҫҡа ғына тәнәфес ваҡытында әңгәмә ҡороу бәхете тейҙе. Ул — Халыҡ-ара социологтар ассоциацияһы ағзаһы, танылған ғалим. Рәсәй социологтары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең фәнде үҫтереүҙә генә түгел, донъяла тыныслыҡты һаҡлауҙа ла ҙур этәргес булыуын таный, ғөмүмән, Бразилия менән Рәсәй хәҙерге шарттарҙа төрлө кимәлдәге бәйләнештәрҙе нығытырға тейеш, тип иҫәпләй ул.
— Двайер әфәнде, был Рәсәйгә тәүге сәфәрегеҙме?
— Юҡ, бәләкәй сағымда һеҙҙең гүзәл илегеҙҙә булырға тура килгәйне. Был юлы Рәсәйгә ҙур әҙерлек менән килдем, айырыуса республикағыҙ, Өфө хаҡында күберәк уҡырға, байыраҡ мәғлүмәт алырға тырыштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостай рухы мәңгелекБөйөк әһелебеҙ, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең беҙҙе ҡалдырып китеүенә ете йыл тулды. Әммә ул һаман да яныбыҙҙа кеүек: йәнгә дауа бирер, юлдарыбыҙҙы яҡтыртыр әҫәрҙәрен маяҡтай күрәбеҙ, алтын аҡылына һоҡланабыҙ, шундай шәхесебеҙ булғанына сикһеҙ ғорурланабыҙ. “Әлеге мәлдә Мостай ағай булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, — тип һағышҡа бирелеп алған сағыбыҙ ҙа юҡ түгел.
Мостай рухының быуындан быуынға күсә килеүе айырыуса һөйөнөслө. Быға М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән әҙәби-музыкаль кисәлә тағы ла бер инандыҡ. Белем усағында шағирҙың тыуған көнө уңайынан бындай сара йыл да ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 866 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илсур сәскән нурЙәштәр театры ошондай артистары менән үҫә, нығый һәм... үҙен яҡлай
Илсур Сәғит улы Хәбиров... Өфө йәштәр театрының тыуыу тарихына үрелеп бара был актерҙың сәхнә яҙмышы. Быйыл театр үҙенең егерме өсөнсө миҙгелен асты. Ике тиҫтәнән ашыу йыл арауығында башҡорт һәм урыҫ труппалары булған был театр үҫте, бил нығытты, Башҡортостанда ғына түгел, донъя театрҙары сәхнәләрендә лә йәштәргә хас саялыҡ, дәрт, дарман менән майҙан тотто.
Өфөнөң сәнғәт институтын тамамлау менән “Йәш тамашасы” театр студияһына (хәҙерге М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры башта шулай атала ине) эшкә ҡалдырылған Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад итте. Һайланманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 899 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй, мосолман донъяһы...Таңды һыҙылдырып, көмөш тауышлы аҙан яңғырай. Изге теләктә башлана иртәбеҙ. Әммә уның тотош көндө яҡтыртырға көсө етерме? Тап ошондай күренеште хәтерләтә илебеҙҙәге бөгөнгө мосолман донъяһы. Үткән быуатта ҡырып-емерелгәнлектән, йолҡонған үҫентегә оҡшап ҡалған дини тәрбиәне кире ҡайтарыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған мәлебеҙ. Тамыры булғас, әлбиттә, үҫер, нығыныр ул, әммә бының өсөн күпме көс түгергә кәрәк буласағын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай.

“Бер ниндәй аят белмәйенсә, унда нисек аяҡ баҫаһың?”
Совет власы бөтөрөлгән осорҙа өлкәндәрҙең “Артабан ни эшләргә? Нимәгә ышанып йәшәргә?” тигән борсолоуын йыш ишетергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам менән, ҡәрҙәштәр!Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!

Дин Исламда ғәзиз ҡәрҙәштәрем, ватандаштарым, замандаштарым! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм уның мәхәлләләре исеменән һеҙҙе Ибраһим ғәләйһис-сәләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ошо оло, бөйөк байрам менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, — тип бойора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңгелек һөйөү билдәһеҺиндостандағы Таж Мәхәлде “мосолман сәнғәтенең ынйыһы” тип атайҙар. Ифрат матур архитектура ҡоролмаһы ул. Илдең “йөҙөк ҡашы”на әйләнгән ҡомартҡыны күрер өсөн донъяның төрлө еренән киләләр.
Индуизм дине өҫтөнлөк иткән Һиндостанда бындай ҡоролма нисек барлыҡҡа килгән? Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Бер нисә быуат элек оҙаҡ ҡына ваҡыт Һиндостанға мосолмандар хакимлыҡ иткән. Батшаларҙың береһе Шаһ Джахандың 1629 йылда һөйөклө ҡатыны Мумтаз Мәхәл баҡыйлыҡҡа күсә. Батша ҡайғыны бик ауыр кисерә. Хәләл ефетен онота алмай. Тора-бара Шаһ Джаханға шундай уй килә: һөйөклөһөнөң ҡабатланмаҫ гүзәллеген сағылдырған ҡомартҡы ҡалдырырға кәрәк! Ошо теләк менән батша оҫталарға мөрәжәғәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ислам дине үҙәгеМосолмандарҙың изге ҡалаһы Мәккә Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенең көнбайыш өлөшөндә, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 75 саҡрым алыҫлыҡта, бейек булмаған тауҙар араһында, 300 метр бейеклектә урынлашҡан.
Мәккә беҙҙең эраның IV быуатынан алып билдәле. Ундағы Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы төрлө мәжүсилек культы юлынан барыусыларҙың табыныу урыны булған.
570 йылда Мәккәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған. Яҡынса 610 йылдарҙа ул үҙенең тәғлимәттәрен тарата башлаған, һөҙөмтәлә яңы дин — ислам барлыҡҡа килгән. Мәҙинәлә йәшәп, аҙаҡ киренән Мәккәгә ҡайтҡан Мөхәммәт пәйғәмбәр 630 йылда Ҡәғбәне төрлө мәжүсилек юлынан барыусыларҙан азат иткән, уны мосолмандарҙың төп ғибәҙәтханаһы тип атаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 779 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡКешенең донъяла бер хазинаға ла алмаштыра алмаҫлыҡ иң ҙур байлығы — һаулыҡ. Заман көсөргәнеше, экологик хәлдең киҫкен булыуы сәләмәтлегебеҙгә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡыҙғаныс, һаулыҡты һатып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. Шуға ла, сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә отошлораҡ, ти аҡ халатлылар. Әлбиттә, был кешенең үҙенән тора. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер шифаханаға барыр өсөн оҙаҡ сиратта тороп, әллә күпме аҡсаңды һәм ваҡытыңды әрәм итеп йөрөргә түгел, Башҡортостанда йәнең теләгән саҡта, һәр миҙгелдә дауаланып, ял итеп ҡайтыу мөмкинлеге бар. Хөкүмәтебеҙ тарафынан республика шифаханалары һанын арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, дауалау учреждениеларының матди хәлен нығытыу буйынса даими хәстәрлек күрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына алтынсы йыл инде бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өҫтәмә ярҙам саралары һәм гарантиялар вәғәҙә иткән закон буйынса йәшәй.
2006 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән мөһим документта граждандарҙың 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуыуына (уллыҡҡа алыуына) бәйле дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуҡтары нығытылды. Ошо осор эсендә уларҙан республикала 123 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, бары Мәскәүҙән генә ҡалыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына