Иман ҡайтты ауылғаҠолғонаға барған юлдың бик алама булыуына ҡарамаҫтан, унда юлланыуыбыҙ ниәте үтә лә изге ине: Ҡорбан байрамы алдынан ғына ауылда яңы мәсет асылды.
Ишембай районы юлдары төҙөк булһа ла, төпкөлдә ятҡан Ҡолғонаға тиклем асфальт барып етмәгән. Маҡарҙан һуң ҙур йөк машиналары иҙеп бөткән ҡырсын юлдан тауға 30 километрҙан ашыу күтәрелергә кәрәк. Юғарыраҡ менгән һайын һалҡынайта, урыны менән ҡар ятҡан ерҙәр, ағас-ҡаяларҙа боҙбармаҡтар эленеп торған урындар ҙа күренә башланы. Еңел машинала саҡ-саҡ барабыҙ. Тик юлда ниндәй генә михнәттәр булһа ла, ошоноң кеүек изге ваҡиға һәр ваҡыт күңелдә күтәренке һәм яҡты хистәр уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Николай ФЕДОРОВ: "Киләсәктә лә алдынғылыҡты бирмәгеҙ!"Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров, Башҡортостандың бер нисә аграр хужалығында булып, Президент Рөстәм Хәмитов менән тотош илдең, республиканың агросәнәғәт комплексы үҫеше перспективаһын тикшерҙе, хәҙерге иҡтисади заманда ауыл хужалығы өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне.
Һуңынан министр 2013–2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүҙең дәүләт программалары буйынса ултырышта ҡатнашты.
– Башҡортостан – Рәсәйҙә һөт, ит, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса алдынғылар иҫәбендә, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Быйыл республика, тәбиғәт шарттарының көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте, иген йыйып алды. Ауыл эшсәндәренең хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ, улар тырышып эшләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйләндерҙек (!) Ғәйфи ағайҙыМин уның менән Өфөлә таныштым. Һай, шәп кеше булып сыҡты Ғәйфи ағай! Ипле, сабыр, бер аҙ шаяныраҡ та холҡо менән әсир итте ул мине, һәр һүҙҙе үлсәп, кеше хәтерен һаҡлап һөйләй, итәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан.
Тик бына... яңғыҙ ул. Һөйөклө ҡатыны вафат булғас, ҡыҙы Нәилә, ейәне Рөстәм менән бер фатирҙа йәшәп ятыуы. Шундай дан кешенең яңғыҙ булыуы миңә лә оҡшап етмәне, ә инде ҡыҙы был хаҡта күптән хәстәрлек күреп тә ҡуйған: атаһына ҡатын эҙләп гәзиткә иғлан биргән. Тынғылыҡ бөттө Ғәйфи ағайға. Өҙлөкһөҙ телефон шылтырай, йә тегенеһе, йә быныһы ишек шаҡый. Бына Мәрйәм исемле ҡатын килеп инде. Ғәйфи ағай юғалып ҡала торғандарҙан түгел икән: башын иҫереккә һалды, ә Мәрйәм нисек сығып тайғанын да һиҙмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әмәлен табырға мөмкинЗаман менән бергә атлаған ғаиләләр — дәүләтебеҙҙең байлығы. Улар үҙҙәренең яҡшы өлгөһө менән йәштәргә фәһем бирә. Яңыбай ауылындағы Рәсимә менән Рәмил Янбаевтарҙың ғаиләһе лә шундайҙарҙан.
Ошо ауыл ҡыҙы Рәсимә Стәрлетамаҡта бухгалтерҙар мәктәбенән һуң тыуған ауылына, Матросов исемендәге колхозға, эшкә ҡайта. Тиҙҙән уңған ҡыҙ Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап эшкә килгән Үрген егете Рәмил менән таныша. Йәштәр ғаилә ҡора. Янбаевтар ике ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтергән, ике ейәнсәрҙәре бар.
Әле ғаилә ныҡлап малсылыҡҡа тотонған. 19 баш малдың һигеҙе — һауын һыйыры. Һөт ризыҡтарын аҙнаһына ике мәртәбә Орск ҡалаһында һатыуға сығаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1023 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуҙырып...Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, киләсәк быуындың именлеген тәьмин иткән һәр совет һалдатына, тыл хеҙмәткәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Беҙҙең Мулдаҡай ауылынан яуға киткән 39 кешенең 22-һе әйләнеп ҡайтҡан. Атайым Ибраһим Ғәлиарыҫлан улы Мөхәмәтйәров 43-сө уҡсылар дивизияһында һуғышҡан. Мәскәү өсөн барған алыштарҙа ҡатнашырға тура килгән. 1942 йылдың 9 октябрендә ҡаты яраланған.
Аяғына пуля тейеп, иҫһеҙ ауған атайымды ауылдашыбыҙ Сәлимйән бабай Хәсәнов үлемдән ҡотҡара. Ул яралыны, йүкә ҡайырына һалып, фронт һыҙығынан һөйрәп алып сыға.
Һуңынан, яҡты донъя менән хушлашырына ике-өс ай ваҡыт ҡалғанда, табиптар атайымдың түшендә лә бер-ике сантиметрлыҡ ярсыҡ тапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүекКүңелле, тантаналы минуттарҙы хәтергә төшөрөп торорға ярҙам иткән иң ҡәҙерле иҫтәлек ул — фотоһүрәттәр. Зауыҡ менән төшөрөлөп, сифатлы итеп эшләнһә, йылдар уҙғас та һоҡланып ҡарарлыҡ. Бына шундай яуаплы, иҫтәлекле мәлдәрҙе мәңгелеккә теркәп ҡуйыуҙы эшҡыуарлыҡ өлкәһе итеп һайлаған Гөлназ менән Рушан Булатовтар. Береһе фотолар өсөн яуаплы булһа, икенсеһе видеояҙмаға төшөрә.
Туй фотографы булыу ниәте Рушанда 2003 йылда уҡ тыуа. Уҡыуын тамамлап, Өфөлә эш эҙләп йөрөгән егеттең күҙенә иғлан салына. Тик фотоаппараты булмағас, эшкә алмайҙар. Әммә был уй күңелендә ныҡлы урын биләй. 2006 йылда, ата-әсәһе тәүге профессиональ “Никон” фотоаппараты бүләк иткәс, хыялы бойомға аша. Тәүге заказсыһы дуҫы була. Күп кенә нескәлекте белмәүе арҡаһында ҡатмарлыҡтар килеп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1109 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер эйелгәнде яратаЯпон айваһы, барбарис, һары, ҡара ҡурай еләге, виноград, бөҙрә тал, күк шыршылар... Ожмах баҡсаһымы ни! Ғәлиә Муллайән ҡыҙы үҙ биләмәһенә сәйәхәт ҡылырға саҡырҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ниндәй шәп шөғөл менән ваҡыт уҙғара икән. Әммә баҡса эше, емеш-еләк үҫтереү өсөн белем дә кәрәк.
Ғәлиә менән Әлфис Мөғәллимовтар, Борай районының Борай ауылында 40 йылға яҡын мәктәптә эшләп, балаларға биология фәненән белем бирә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Ғәлиә Муллайән ҡыҙы, бынан ете йыл элек ауыл ситендәге ташландыҡ майҙанды ҡуртымға алып, “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға батырсылыҡ итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инйәр буйҡайында илай әсәләр...Яңыраҡ Бөтә донъя туризм көнө билдәләнде, шул уңайҙан Өфөлә ил кимәлендәге форум үткәрелде. Был тармаҡ вәкилдәре Өфөлә һәм Башҡортостанда туризмдың үҫешеүе, төбәгебеҙҙең “туризм мәккәһе”нә әүерелә барыуы тураһында тәфсирләп һөйләне. Ул арала “ҡырағай” туризм, йәғни ойошторолмаған ял ҡорбандарының ғәйепһеҙгә изоляторҙа ултырыуына бишенсе ай китте.
“Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Ҡырағай” туристар ғауға ҡуптара” (2012 йыл, 23 июнь) тигән мәҡәләлә, темаға әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип вәғәҙә иткәйнек. Судтың оҙаҡламай үтеренә һәм ғәҙел ҡарар сығарылырына өмөт тотҡайныҡ ул саҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, судты ҡарау оҙаҡҡа һуҙылды, ә Иҙел Әхмәтҡужин, Илдар Усманов һәм Марс Гәрәев һаман да һаҡ аҫтында! Һуңғы осорҙа яҡындары менән күрешергә лә рөхсәт итмәйҙәр.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1301 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло йөрәкле булдыМанышты ауылында тыуып үҫкән һәм бөтә ғүмерен ошонда үткәргән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған Бибиямал апай тураһында һүҙем.
Бибиямал Йомағол ҡыҙы ғаиләлә баш бала була. Ата-әсәһе тырышып донъя көтә, мал да тоталар. Ғаилә башлығы Йомағол Инйәр урман хужалығында ағас ҡырҡа, хужабикә Хәбибьямал өйҙә донъя көтә. Бер-бер артлы балалар ҙа ишәйә. Әммә ата-әсәнең һөйөнөсө оҙаҡҡа бармай.
1937 йыл... Сәйәси золом Әсҡәровтар ғаиләһен дә үрап үтмәй. Йомағолдо ла ҡулға алалар. Бай тип әйтер инең, өй тулы бала-саға, ҡурала бер һыйыр ҙа бер ат. Совет хөкүмәтенә ҡаршы бер һүҙ әйткәне булманы, белеме лә юҡ... Урман араһында ятҡан Маныштыла нисек итеп Советтарға зыян килтереүен аңламаны ул. Сәфәрғол һәм Түбәнге Төлмәй ауылдарында ике-өс тиҫтә генә хужалыҡ була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшебеҙҙә ҙур ярҙамсыРәйлә РӘМОВА, Хәйбулла район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:
“Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан уҡып үҫтем. Ул ваҡытта өйөбөҙгә әллә күпме гәзит-журнал килә ине. Атайымдан алда баҫманы (ул осорҙа “Совет Башҡортостаны”) уҡыр өсөн почтальонды ҡаршы алырға йүгерә торғайным. Шуға күрә матбуғат менән бәйләнеш оҙаҡ йылдар дауам итә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән йылдарымда гәзит оло кәңәшсемә һәм ярҙамсыма әүерелде. Унда баҫылған мәҡәләләрҙе, яҙыусылар тураһындағы иҫтәлектәрҙе дәрестә ҡулланам. Әле туған телдәр буйынса методист булараҡ барлыҡ уҡытыусыларҙы “Башҡортостан”ға яҙылырға саҡырам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һайлау системаһында ҡануниәт йыш үҙгәреп тора. Хәҙер, яңы законға ярашлы, төбәк башлығын халыҡ үҙе һайлап ҡуясаҡ. Башҡортостанда Президентты 2015 йылда һайларға тейешбеҙ, сөнки Рөстәм Хәмитовтың вәкәләте ошо ваҡытта бөтәсәк.
Әммә республиканың ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары ғәмәлдәге Президент Рөстәм Хәмитовҡа бөтә халыҡ һайлауына алданыраҡ барырға тәҡдим итә. “Сәскә атыусы Башҡортостан өсөн” республика йәмәғәт коалицияһы Рөстәм Зәки улына ошондай тәҡдим менән хат яҙған.
“Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һуңғы социологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа халыҡтың 60 проценттан ашыуы ышана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Артабан улар М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына юлланды. Унда предприятиеның дүртенсе яңы участкаһын ҡарап сыҡтылар.
Ауыл хужалығы министрлығы башлығы предприятиеның проект күрһәткестәренә ҡасан сығасағы, инвестиция күләме менән ҡыҙыҡһынды. Комплекс вәкилдәре билдәләүенсә, инвестиция күләме 6,6 миллиард һум тәшкил итә, әле шуның 4,7 миллиард һумы үҙләштерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байтаҡ баҡсасынан емеш ағастарының уңыш бирмәүенә, тәүҙә емеше булып, һуңынан ҡойолоп бөтөүенә зарланыуын ишеткән бар. Алма өлгөргән осорҙа күршем ингәйне. “Ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, ер тулы алма”, — ти был. Мал-тыуары булмауына зарланып алды. Баҡһаң, ҡойолған емештәрҙе ырғыта икән. Ә мин улай эшләмәйем. Хәйер, әллә ни ҡойолоп та бармай инде алма. Бер аҙ тәжрибәм менән уртаҡлашмаҡсымын.
Бөтәһенә лә билдәле: ағас артыҡ уңышын ғына ҡоя. Йәғни көсө еткәнде алып ҡала. Шуның өсөн мин емеш биреүсе ағастарҙы миҙгеленә ике тапҡыр ашлап торам. Сәскә атҡан сағында олон тирәләй канау ҡаҙып сығам. Был саҡта һаҡ булырға кәрәк — тамырҙарға зыян килмәһен. Һуңынан 25 градус йылылыҡтағы һыуҙы өс-биш биҙрә иҫәбенән ҡоям.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең ауыл менән Өфө араһында 120-се маршрут автобусы йөрөй. Ҡышын һирәк булһа ла, йәйен 15–20 минут һайын ҡала халҡын коллектив баҡсаларға ташый. Яратам был маршрутты. Эшкә барып ҡайтҡан өсөн түгел, ә гелән эргәңдә әңгәмәләшселәрең булғанға. Сер түгел, йәштәр йөрөмәй баҡсаға. Ғәҙәттә, автобуста 60-тан үткән әбей, бабайҙар, ағай, апайҙар була. Бөтәһе лә – тәжрибәле баҡсасы.
Берәйһенән ҡыҙыҡ өсөн генә йәшелсә, еләк-емеш тураһында кәңәш һора — Өфөгә тиклемге 40 саҡрым ара һиҙелмәй ҙә ҡала: кәңәшен дә бирәләр, бер-береһен бүлдереп, яңы сорттар тураһында ла һөйләйҙәр, тәжрибәләре менән дә уртаҡлашалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Баҡсала миҙгелдең һуңғы эштәре бара. Ағастар, емеш ҡыуаҡтары япраҡтарын ҡойҙо — йоҡоға талырға әҙерләнә.
Еләк-емеш үҫентеләре алдында ҙур һынау тора. Ҡайһы бер йылда ямғырҙар яуып, ҡар иртә көҙҙән ҡалын ятһа, үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе йыл уңышына көс туплай. Ҡайһы йылда иһә, киреһенсә, көҙ ҡоро килә, ҡар яумай, һалҡын көндәр башлана. Артынса уҡ туңдырып ебәрә, ер ярыла, тамырҙарға туңыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла ағас олондары тирәләй, еләк-емеш ҡыуаҡлыҡтарын тиреҫ, серетмә менән ҡапларға кәрәк. Улай иткәндә, емеш ботаҡтары 40–50 градус һалҡындарҙы ғына ауыр үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына