Шулай тип атайбыҙ картуфты. Был юҡҡа түгел, сөнки ошо тамыраҙыҡһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, кешелек өсөн яңы аҙыҡ (бер нисә быуат тарих өсөн — һыу тамсыһы һымаҡ ҡына) күпме генә ваҡыт эсендә бар донъяны яулап алды. Әҙәм балаһы уны ҡулланыу ғына түгел, үҫтерергә өйрәнде, хатта үҙе йәшәгән төбәккә, климатҡа яраҡлаштырып яңынан-яңы сорттар ҙа уйлап сығарҙы, бының өҫтөндә селекционер ғалимдарыбыҙ һаман эшләй. Шулай итеп, ҡасандыр Көньяҡ һәм Урта Америкала ҡырағай рәүештә үҫкән картуф бар ҡитғаларҙы яулап алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торфты беҙ яҡшы органик ашлама булараҡ беләбеҙ. Шулай уҡ уны өй нигеҙен, түбәләрҙе нығытыу өсөн ҡулланалар.
Ә бына йәшелсәләрҙе төрлө сереткес бәшмәктәрҙән, бактерияларҙан һаҡлауы тураһында бик аҙ кеше хәбәрҙар. Торф бактерицид үҙенсәлеккә эйә. Алама газды “йота”, дымды һеңдерә. Йәшелсәне төрлө һауа шарттарында ла һаҡлай ала: температураның ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора.
Йәшелсәне һаҡлау өсөн йәшник, башҡа һауыт төбөнә 2 – 3 см ҡалынлыҡта йәйәләр ҙә ике рәт кишер, картуф, башҡа төр йәшелсә теҙәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айырылған ботаҡтарҙы тарттырып бәйләүҠар баҫымы аҫтында йә иһә уңышын күтәрә алмай, уңыш йыйғанда йәки дауылда ағас ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай. Әгәр айырылғандарын ваҡытында, кисектермәйенсә үҙ урынына тартып бәйләһәң, ул олонға йәбешеп үҫеп китә, емеш ағасы уңыш биреүен дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт үтһә, йәрәхәтләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡорой башлаһа, айырылған ботаҡ олонға йәбешеп үҫмәй. Бындай осраҡта ботаҡтарҙы үткер бысаҡ менән яҡшылап таҙартырға кәрәк. Унан тарттырып бәйләргә мөмкин.
Улай эшләүҙең дә төрлө ысулы бар. Иң ябай ысул тарттырғанда шпагат ағас ҡайырын киҫеп зарарламаһын өсөн, айырылған ағас ботағына һәм ҡайырына сепрәк урала, шунан ғына нығытып бәйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 947 тапҡыр // Тотош уҡырға
1932 йылда Башҡортостан буйынса дәүләт сәйәси идараһы органдары (ОГПУ) тарафынан ошондай исем менән асылған агентура эшендә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында Совет власына ҡаршы эш иткән контрреволюция ойошмаһы тикшерелә. Бер йыл буйы ошо органдар төркөмдөң етәкселәрен, уның бүлектәрен, һөжүм итеү ваҡытын асыҡлауға күп көс һала.
Хәҙер инде ул саҡта бер ниндәй ҙә контрреволюция ойошмаһының булмауы барыбыҙға ла мәғлүм. Колхоз рәйесе, бригадир, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡәнәғәтләндермәгән, фәҡирлектән йонсоған ҡайһы бер кешеләрҙең уйламай әйтелгән һүҙҙәре активистар тарафынан Совет власына ҡаршы ҡотҡо булараҡ ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был аҙнала донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә АҠШ һәм Украиналағы һайлау мәсьәләләре, Италияның экс-премьеры Сильвио Берлускони тирәләй барған һүҙ булды.
Еңеүгә мөмкинлектәре бер тигеҙ
Йылдың төп ваҡиғаларының береһенә – АҠШ-та президент һайлауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Власҡа кем килерен бар донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә түҙемһеҙлек менән көтәләр. Кемдең еңеп сығырынан күп нәмә тора шул. Республика партияһынан төп кандидат булған Митт Ромни менән демократ Барак Обама тән төҫтәре буйынса ғына түгел, донъяға булған ҡараштары менән дә ныҡлы айырыла. Һайлау алдынан уҙғарылған һуңғы – өсөнсө теледебатта ла был асыҡ сағылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хокүмәтендә бурыстарҙың бүленеше
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тырышһаң, “тәмле ҡалас” ашарһыңДүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһындағы “Ике килгән ғүмер” (“Рождённый дважды”) тигән документаль фильмдың премьераһы булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Өфөнөң “Родина” кинотеатрында уҙған сараға геройыбыҙ әсәһе Вәсилә Мостафа ҡыҙы һәм дуҫтары менән килде. Премьеранан һуң чемпионға “Башҡортостан” гәзите сығарған календарҙы бүләк иттек. Йөҙөнән яғымлы йылмайыу китмәгән, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы Стәрлетамаҡ егете күңелгә ятты. Тамашасыларға автограф таратҡан арала беҙҙең һорауҙарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы.
— Ирек, һеҙгә фильм оҡшанымы?
— Тамашасылар кеүек, мин дә уны бөгөн тәүге тапҡыр ҡараным. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙем тураһында күп нәмә белдем. Тормошомдағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы бөтөнләй онотҡанмын икән. Тағы ла әсәйем менән атайымдың бығаса миңә һөйләмәгән уйҙарын, кисерештәрен ишетеп тулҡынландым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙәкләштерелгән һатып алыу — иң ҡулай юлБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов 31 октябрҙә “Федераль контракт системаһы — конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороу һәм үткәреү буйынса интервью бирҙе
31 октябрҙә Өфөлә “Федераль контракт системаһы — конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаларын башҡарыусы Илшат Тажетдинов дәүләт һатып алыуы системаһын камиллаштырыу һәм Башҡортостан Республикаһының ошо өлкәләге үҙгәртеп ҡороуҙарға әҙерлеге буйынса эштең төп һөҙөмтәләре, үткәреләсәк конференция, уның программаһы, ҡатнашыусылары тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
20 йыл сәхнә түрендәӨфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ант” төркөмө, тамашасыларын һәм дуҫтарын йыйып, 20 йыллыҡ ижадына йомғаҡ яһаны. Шул уңайҙан төркөм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алмас Ғафаров, бер аҙ хәтирәгә бирелеп, концерттар мәлендәге мажараларын иҫенә төшөрҙө.
Һағыҙаҡ
— Өфөнөң М. Ғафури исемендәге паркында ҡурайҙа уйнайым. Бер мәл ҙур һағыҙаҡ бәйләнә башламаһынмы! — ти Алмас Ғафаров. — Ипләп кенә микрофондың бер яғынан икенсе яғына шылам, тамашасыға һиҙҙермәй генә ҡурай менән дә ҡыуам. Бөжәк китергә лә уйламай, киреһенсә, йә танауға, йә ҡолаҡҡа, йә ҡурайға килеп ҡуна. Барыбер ҡурҡып ҡасманым, көйҙө аҙағына тиклем батырҙарса уйнаным!
Ком: 0 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәмәтйәновтарға ҡурай ярҙам иткәнӨфө “Нур” дәүләт татар театры бер кискә Мөхәббәт, татыулыҡ һәм шатлыҡ донъяһына әүерелде. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына бағышланған “Йәш ғаилә-2012” ҡала конкурсында ҡатнашҡан ете ғаилә бының өсөн ҙур тырышлыҡ һалды.
Тәүге һынау иң яуаплыһы булды, сөнки фойелағы күргәҙмә аша ғаиләләрен танытып өлгөрөргә тейештәр ине. Йәштәр юғалып ҡалманы: йырлап, бейеп, жюри ағзаларын үҙҙәре бешергән ризыҡтан ауыҙ иттереп, конкурсты күтәренке рухта асып ебәрҙе. Артабан сара сәхнәлә дауам итте. “Визит карточкаһы”нда ата-әсәләр йыр-моңға маһирлығын күрһәтһә, өсөнсө һынауҙа кескәйҙәр үҙаллы сығыш яһаны. Иң һуңынан ғаилә йолалары күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 960 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сер — өс кенә хәрефтән торған һүҙ. Ә уның асылы тәрән. Һүҙлектә ул былай бирелгән: “Сер — башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт: хәрби сер, дәүләт сере, әлегә билдәле булмаған, беленмәгән, асылмаған нәмә (йыһан сере тәбиғәт сере, тормош сере һ.б.).
Серҙәш, серемтә, серле, серләшеү, серлелек — тамырҙаш һүҙҙәрҙе күп табып була. Әммә ошо “сер” һүҙенең мәғәнәһе бик тәрәндә ятһа ла, төбө һайығып барған һымаҡ.
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас (М. Кәрим).
Ком: 0 // Уҡынылар: 972 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтындан алдын мәсьәләБилдәле журналист, яҙыусы, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәсүл Сәғитов «Имен-аман тороғоҙ!» тигән ҙур күләмле публицистик әҫәрен тамамланы, уның төрлө бүлектәренән башҡорт теленең бөгөнгө ҡулланылышына бәйле, ғәмәли йәһәттән файҙалы булырҙай, өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Инеш һүҙҙән
Ижадтың ниндәй генә төрөн алып ҡарамайыҡ, уның менән кемдер ҡапыл, ныҡ өлгөргән йәшендә, шөғөлләнергә тотонһа, мин, билдәле бер дәрәжәлә, нисектер һағаям: дөрөҫ буламы был, ниңә бығаса икенсе юлдан барған һуң улайһа?
Ком: 2 // Уҡынылар: 1777 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бирешмә, Тимур!Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур спортта еңеү яулауға ҙур өмөт бағлаған Тимур Имашев Әлшәй районы, шулай уҡ республика тарихы йылъяҙмаһында сағыу эҙ ҡалдырасаҡ.
Анапа ҡалаһында үткән World Cup Diamond кикбоксинг буйынса донъя кубогында сығыш яһап, ул республика йыйылма командаһы составында 54 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Абруйлы бәйгелә донъяның 23 иленән 1 мең кикбоксер ҡатнашты. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ бындай турнирҙа икенсегә сығыш яһай. 2010 йылда үткән тәүге ярышта Тимур өсөнсө булғайны. Быйылғыһы уға еңеү, чемпион исемен, кубок һәм алтын миҙал килтерҙе.
Бокс менән кикбоксинг — Тимур Имашев өсөн яратҡан спорт төрҙәре. Төрлө кимәлдәге Рәсәй, республика ярыштарында ул байтаҡ награда яулап өлгөргән. 2011 йылдың йәйендә йәш спортсы аяғын имгәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдең күркәм биҙәгеХәсәновтар, ғаилә фольклор ансамбле булараҡ, Баймаҡ районында ғына түгел, хатта республикала киң танылыу яулаған. Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәгән Рәхимә менән Сәфәрғәле Хәсәновтар балаларында халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уята, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй алыуы менән оло хөрмәткә лайыҡ.
Татыу, берҙәм ғаиләнең фольклор ансамбле ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамай. Шулай ҙа Хәсәновтарҙың иң ҙур еңеүе — 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй “Рәсәй ғаиләһе” ижади фестивалендә ҡатнашып, маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы. Шулай уҡ улар “Берҙәм ғаилә” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүсеһе (1982), Башҡортостандың “Ғаилә биҙәге” республика фестивале лауреаты (1998) була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндәрҙән, гөлдәрҙән бөйөклөк асҡансыЙомабикә Ильясова... Ижадында ла, тормошта ла ихлас һәм тәрән кеше, шағирә, баш мөхәррир, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
– Юбилей айҡанлы әңгәмә ҡороу ҡатмарлы ғына шөғөл икән. Заман һәм ижад, инде байтаҡ ҡына үтелгән ғүмер юлы, бәхет, юғалтыуҙар – барыһын бергә туплап, ошо һөйләшеү аша асып бирә алырбыҙмы, тип бер аҙ баш ватҡандан һуң телгә килгән ябай ғына һорауҙан башларға булдым. Һеҙ бит шағирә. Ни өсөн журналист һөнәрен һайланығыҙ?
– Беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә байтаҡ яҙыусылар матбуғатҡа хеҙмәт итә. Тәү ҡарашҡа, был ике шөғөл бер-береһенә оҡшаш кеүек. Тәүҙәрәк тап ошонда ижадсы өсөн хәүеф йәшеренеүен абайламайһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1058 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 29 Алға
Бит башына