1 октябрҙән Башҡортостанда “комендант сәғәте” урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем дауам итә.
“Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы республика Законында ошондай норма билдәләнә.
Уға ярашлы 17 йәше тулмаған балаларға төндә ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Ҡанунды боҙған өсөн 500 һумдан 1 меңгә тиклем административ штраф һалына. Ҡабатлап боҙған осраҡта түләү 2 мең һумға тиклем артасаҡ.
// Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты булып эш башлағандың тәүге көндәрендә үк халыҡтың йәшәү кимәлен яңыртыуға йүнәлтелгән иҡтисади үҫеш иҫәбенә генә яҡшыртыу мөмкинлеген билдәләгәйне. Был башланғыс ошо көндәрҙә федераль кимәлдә хуплау алды — республика инновациялы төбәктәр конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
V Халыҡ-ара инновация форумы уңайынан ойошторолған бәйгегә бер нисә тиҫтә проект тәҡдим ителгәйне. Уларҙың араһынан бишәү финалға сыҡты. Шул иҫәптә — беҙҙең республика командаһының “Башҡортостандың күп функциялы ғилми-инновация үҙәге” тигән хеҙмәте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы киләһе йылда 55 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо ваҡиға сиктәрендә Өфөлә радиожурналдың коллегияһы ултырышы булды. Сараға тип килгән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компаниялары филиалдары етәкселәре менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы — Рәсәйҙең ете төбәген берләштереүсе проект. Унда Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Удмуртстан, Мордовия, Мари Иле, Коми республикалары инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һарытауҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.
Унда дәүләт миграция сәйәсәте концепцияһының төбәк мәсьәләләре һәм уны тормошҡа ашырыу саралары тикшерелде. Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, географик үҙенсәлектәргә бәйле булған миграция сәйәсәте — округ өсөн мөһим темаларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 Алға
Бит башына