Бөгөн Япония менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек тулы ҡеүәтендә файҙаланылмай. Бигерәк тә иҡтисадта һәм инвестициялар йәлеп итеүҙә. Ике яҡтың сауҙа әйләнешенең былтыр ни бары 45,5 миллион доллар тәшкил итеүе лә ошоға тура ишара.
Был турала һүҙ ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә арналған сираттағы конференцияла барҙы. Сара беҙҙә икенсе ҡабат үткәрелә. Унда Японияның Рәсәйҙәге илсеһе Тикохито Харада һәм делегацияның башҡа вәкилдәре ҡатнашты. Республикаға инвестицияларҙы арттырыу зарурлығы был юлы ла осрашыуҙа иғтибар үҙәгендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғалим-лингвист Ғәббәс Дәүләтшиндың башҡорт әҙәби тел ғилеменә арналған хеҙмәттәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул телебеҙҙең диалекттарын билдәләгән, беренсе орфографик һүҙлекте төҙөгән, латин графикаһында сыҡҡан тәүге башҡорт әлифбаһының авторҙашы ла булған. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында уның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Хәҙерге төрки филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” исемле Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия ( артабан — Комиссия) Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһына (артабан — Премия) тәҡдим итеүгә 2012 йылдың 31 декабренә тиклем эштәр ҡабул итә.
Түбәндә эштәрҙе тапшырыу һәм документтарҙы тултырыу тәртибе баҫыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең тәүге ултырышында уның яңы составын иғлан итте.
Ул “йәш, әммә профессиональ команда тупланды” тип билдәләне, яңы министрҙарҙы асыҡ эшләргә һәм халыҡҡа яҡын булырға саҡырҙы. Рөстәм Хәмитов барыһынан элек эштең һөҙөмтәһе ҡыҙыҡһындырасағын белдерҙе. Хөкүмәт ултырыштары ике аҙнаға бер тапҡыр үткәреләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Баклажан үҫтерергә яратам. Ләкин орлоғон ала алмай интегәм. Ҡырғыс аша үткәреп була тип ишеткәйнем. Һуңынан инде йәшелсәне полиэтилен тоҡҡа һалып “ебетеп” ала башланым. Шуға иғтибар иттем: былай эшләгәндә орлоҡтоң сығышы яҡшы, хатта магазиндарҙа һатылғандарға ҡарағанда ла. Ниндәй ысул менән орлоҡ алһаң сифатлы була икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шулай тип атайбыҙ картуфты. Был юҡҡа түгел, сөнки ошо тамыраҙыҡһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, кешелек өсөн яңы аҙыҡ (бер нисә быуат тарих өсөн — һыу тамсыһы һымаҡ ҡына) күпме генә ваҡыт эсендә бар донъяны яулап алды. Әҙәм балаһы уны ҡулланыу ғына түгел, үҫтерергә өйрәнде, хатта үҙе йәшәгән төбәккә, климатҡа яраҡлаштырып яңынан-яңы сорттар ҙа уйлап сығарҙы, бының өҫтөндә селекционер ғалимдарыбыҙ һаман эшләй. Шулай итеп, ҡасандыр Көньяҡ һәм Урта Америкала ҡырағай рәүештә үҫкән картуф бар ҡитғаларҙы яулап алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 919 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торфты беҙ яҡшы органик ашлама булараҡ беләбеҙ. Шулай уҡ уны өй нигеҙен, түбәләрҙе нығытыу өсөн ҡулланалар.
Ә бына йәшелсәләрҙе төрлө сереткес бәшмәктәрҙән, бактерияларҙан һаҡлауы тураһында бик аҙ кеше хәбәрҙар. Торф бактерицид үҙенсәлеккә эйә. Алама газды “йота”, дымды һеңдерә. Йәшелсәне төрлө һауа шарттарында ла һаҡлай ала: температураның ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора.
Йәшелсәне һаҡлау өсөн йәшник, башҡа һауыт төбөнә 2 – 3 см ҡалынлыҡта йәйәләр ҙә ике рәт кишер, картуф, башҡа төр йәшелсә теҙәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айырылған ботаҡтарҙы тарттырып бәйләүҠар баҫымы аҫтында йә иһә уңышын күтәрә алмай, уңыш йыйғанда йәки дауылда ағас ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай. Әгәр айырылғандарын ваҡытында, кисектермәйенсә үҙ урынына тартып бәйләһәң, ул олонға йәбешеп үҫеп китә, емеш ағасы уңыш биреүен дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт үтһә, йәрәхәтләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡорой башлаһа, айырылған ботаҡ олонға йәбешеп үҫмәй. Бындай осраҡта ботаҡтарҙы үткер бысаҡ менән яҡшылап таҙартырға кәрәк. Унан тарттырып бәйләргә мөмкин.
Улай эшләүҙең дә төрлө ысулы бар. Иң ябай ысул тарттырғанда шпагат ағас ҡайырын киҫеп зарарламаһын өсөн, айырылған ағас ботағына һәм ҡайырына сепрәк урала, шунан ғына нығытып бәйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
1932 йылда Башҡортостан буйынса дәүләт сәйәси идараһы органдары (ОГПУ) тарафынан ошондай исем менән асылған агентура эшендә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында Совет власына ҡаршы эш иткән контрреволюция ойошмаһы тикшерелә. Бер йыл буйы ошо органдар төркөмдөң етәкселәрен, уның бүлектәрен, һөжүм итеү ваҡытын асыҡлауға күп көс һала.
Хәҙер инде ул саҡта бер ниндәй ҙә контрреволюция ойошмаһының булмауы барыбыҙға ла мәғлүм. Колхоз рәйесе, бригадир, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡәнәғәтләндермәгән, фәҡирлектән йонсоған ҡайһы бер кешеләрҙең уйламай әйтелгән һүҙҙәре активистар тарафынан Совет власына ҡаршы ҡотҡо булараҡ ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был аҙнала донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә АҠШ һәм Украиналағы һайлау мәсьәләләре, Италияның экс-премьеры Сильвио Берлускони тирәләй барған һүҙ булды.
Еңеүгә мөмкинлектәре бер тигеҙ
Йылдың төп ваҡиғаларының береһенә – АҠШ-та президент һайлауға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Власҡа кем килерен бар донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә түҙемһеҙлек менән көтәләр. Кемдең еңеп сығырынан күп нәмә тора шул. Республика партияһынан төп кандидат булған Митт Ромни менән демократ Барак Обама тән төҫтәре буйынса ғына түгел, донъяға булған ҡараштары менән дә ныҡлы айырыла. Һайлау алдынан уҙғарылған һуңғы – өсөнсө теледебатта ла был асыҡ сағылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына