Исеме телдән төшмәйТалантлы, әһәмиәтле образдары менән театр тарихында лайыҡлы урын алған сәхнә оҫталарының исеме, үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә, тамашасының теленән төшмәй. Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова ана шундай һоҡланғыс, һәләтле ижадсы булды. Ошо көндәрҙә уға 80 йәш тулыр ине.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә кәүҙәләндергән йөҙҙән ашыу образ – оло йөрәкле, киң күңелле, наҙлы әсәләр ҙә, шаян, күңелсәк еңгәләр ҙә, уңған килендәр ҙә, тормош мәғәнәһен тик үҙ мәнфәғәтендә күргән, рухи яҡтан зәғиф, эскерле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – барыһы ла тамашасы хәтерендә. Драмала ла, комедияла ла берҙәй уңышлы уйнап, хатта эпизодик ролдәрҙе лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарған, эҙләнгән, тынғыһыҙ артист булараҡ ул башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәрендә, шулай уҡ урыҫ, сит ил классикаһында ла йөҙөп уйнаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡланған өмөтУл автобустан төштө лә бейек йорттар араһында тәпәшәк кенә күренгән ике ҡатлы бинаға ҡарай йүнәлде... Аҙымдары ныҡ, төҫ-ҡиәфәтендә лә үҙен ошо тирәнең хужаһы итеп тойоу һыҙаттары сағыла. Шулай булмай һуң, уға бит бындағы йорттар ғына түгел, йәшәгән кешеләр ҙә яҡшы таныш.
Нисәнсе тапҡыр үтә икән ул ошо йыраҡ булмаған араны? Әммә, ҡасан ғына килмәһен, уны әлегә ике ҡатлы йортта ниндәйҙер яңылыҡ көтә һымаҡ.
Кем тураһында шулай мауығып китеп яҙаһың әле, тиһегеҙме? Зифа — минең геройым. Тулыраҡ итеп әйтһәк, Зифа Әнүәр ҡыҙы Әһлиуллина.
Йорттар идаралығының контораһы алдында байтаҡ кеше өймәкләшкән. Иртәнге оперативка башланыуын көтөп, гәп һаталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәткә һәм Тоғролоҡҡа дан йырлаған иҫтәлекле урын “Салауатбыяла” предприятиеһы алдындағы фонтан янында урынлашҡан. Эскәмйә ике ҡатлы үтә ныҡ быяланан яһалған. Уны анһат ҡына ватыу йә емереү мөмкин түгел.
Тормоштарының иң бәхетле көнөндә ошо эскәмйәгә ултырып, теләк теләһәң, никахтың ғүмерлек буласағына ышана йәштәр. Ғашиҡтар өсөн эскәмйәне тантаналы асыу Эльвира һәм Володя исемле парҙың туй көнөнә тап килде. Улар тәүгеләрҙән булып ғашиҡтар эскәмйәһенә ултырып мәңге бергә булырға вәғәҙәләште.
— Ғашиҡтар осраша торған иҫтәлекле урындар күп ҡалаларҙа бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы федераль стандарттар буйынса дәрес бара. Башҡа райондарҙа нисектер, ә Бөрйәндә, тотошлайы менән башҡорттар йәшәгән төбәктә (беҙҙә башҡа милләт вәкилдәре лә башҡортса таҙа һөйләшә), уҡытыуҙың тик урыҫса булыуы башҡа һыймай.
Йәнәһе, “ижади шәхес тәрбиәләйҙәр”. Ата-әсәнең ризалығын да һораманылар. Үҙемде әлеге башланғыс класс уҡыусыларының урынына ҡуйып ҡарайым да улар өсөн йәнем әрней. Белем биреү түгел был, ә уҡыусыларҙы язалау. Башҡорт теле дәрестәре бик аҙ. Милли мөхиттә үҫкән балалар өсөн урыҫ теле сит тел кеүек. Өҫтәүенә, II класта инглизсә өйрәнә башлайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 11814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Указ менән министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары (агентлыҡ, комитет, идаралыҡ, комиссия, инспекциялар) республика башҡарма власть органдарына ҡарай, тип билдәләнә. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәте һәм Хөкүмәт ағзалары эшмәкәрлегенә етәкселек итә. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары министрҙарҙың, дәүләт комитеттары рәйестәре менән ведомство етәкселәренең эшен көйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормоштағы ябайлыҡ геройҙарҙың шундай уҡ бер ҡатлылығында, аң-зиһене кимәлендә, уй-хистәренең эскерһеҙлегендә сағылғандай. Шуға күрә беҙ драмала барған ваҡиғаларҙың асылын, уларҙың фәлсәфәүи йәһәттән йомшаҡ нигеҙләнгән булыуына ҡарамаҫтан, икеләнеүһеҙ ҡабул итәбеҙ. Геройҙарҙың көнкүреше ябай булған һымаҡ, уларҙың донъяға ҡарашы ла, уны танып белеүе лә үтәнән-үтә күренеп тора.
Әлбиттә, әле әйтелгәндәрҙе драманың кәмселеге рәүешендә лә ҡарарға булыр ине. Шул уҡ ваҡытта бының әҫәрҙең өҫтөн яғы булыуы ла бар, сөнки ваҡиғаның ябай бер башҡорт ауылында социаль йәһәттән тормоштоң иң түбән ҡатламын хасил иткән мөхиттә барыуы драматургтың уй-ниәтенең асылын тағы ла тәрәнәйтә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасылыҡ серҙәре. 27-се дәресҠорттарҙы кейә аша урынлаштырыу
Кисен рамдар менән тултырылған умартаны яңы урында ҡаҙыҡтарға (ҡалҡытмаға) йәки әҙерләнгән төптәргә ултырталар. Умарта алдына ҡатырға, полиэтилен йәки туҡыма йәйергә кәрәк, осоп килеп ултырыу таҡтаһына баҫма (фанера йәки таҡта) ҡуялар, моҙғанан ҡорттарҙы япмаға түгәләр. Ә улар күпләп, ағым булып, умартаның асыҡ ҡуйылған кейәһенә йүнәлә. “Аптырап” ҡалған ҡорттарҙы төтөн менән ҡыуалар.

Ҡорттарҙы ояның өҫтө аша ябыу
Көн һалҡынса булғанда, рамға йәбештерелгән яһалма балауыҙ нығыраҡ саҡта, ҡорттарҙы ояның өҫтө аша урынлаштырырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҫәлән, Өфөләге Совет районы хакимиәтенең терминология комиссияһы урамдағы хаталы яҙмаларҙы бөтөрөү буйынса элек-электән ҙур эш алып бара. Быны үҙебеҙ ҙә күрҙек: алтаҡталарҙа яңылышлыҡ киткән осраҡта мөрәжәғәт итһәң, уларҙан тиҙ арала яуап килә һәм хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Терминология комиссияһының үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы — райондың ғына түгел, тотош ҡаланың биҙәлешен зауыҡлы итергә ынтылышы һөҙөмтәһе.
Күптән түгел хакимиәттә комиссияның сираттағы ултырышы булды. Унда Совет районында урынлашҡан сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәтләндереү предприятиеларының алтаҡталарындағы хаталар, уларҙы төҙәтеү йәһәтенән башҡарылған ярҙам, аңлатыу эше, киләсәккә маҡсаттар хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң Гоголь һәм Красин урамдары киҫелешендәге күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашҡан 38 кеше яҡлау һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Йорт төҙөлөшө 2004 йылда башланған булған. Ләкин 2010 йылдың декабрендә төҙөүсе “Тех-Интер” йәмғиәте бөлгөнлөккә төшә.
Өлөшсөләрҙең фекеренсә, бының төп сәбәбе — предприятиеның финанс хәле түгел, ә торлаҡ йорттоң рейдерҙар ҡулына эләгеүе. Арбитраж идарасы Рузил Нәбиев йыл аҙағына тиклем конкурс эшен дауам итергә ниәтләй, йәғни торлаҡ йорт бурыслы предприятиеның мөлкәте булараҡ һатыуға ҡуйыласаҡ, ти өлөшсөләр. Һөҙөмтәлә 100-ҙән ашыу ғаиләгә торлаҡһыҙ ҡалыу хәүефе янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнбағыш үҫтергән 37 район эшсәндәре баҫыуҙарҙан 136 мең тоннаға яҡын орлоҡ йыйып алған. Ауырғазы, Баҡалы, Бүздәк, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтарында уңыш һәйбәт. 10 — 12 мең тонна орлоҡ йыйып, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылар иҫәбендә килә.
Бөгөн баҫыуҙарҙан шәкәр сөгөлдөрө сығарыу ҙа ҡыҙыу бара, ул 48 мең гектарҙа (планға ҡарата 97 процент) үтәлгән. Был техник культураны үҫтергән 24 райондың 17-һендә эш тамамланған да инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 44 Алға
Бит башына