Эй, мосолман донъяһы...Таңды һыҙылдырып, көмөш тауышлы аҙан яңғырай. Изге теләктә башлана иртәбеҙ. Әммә уның тотош көндө яҡтыртырға көсө етерме? Тап ошондай күренеште хәтерләтә илебеҙҙәге бөгөнгө мосолман донъяһы. Үткән быуатта ҡырып-емерелгәнлектән, йолҡонған үҫентегә оҡшап ҡалған дини тәрбиәне кире ҡайтарыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған мәлебеҙ. Тамыры булғас, әлбиттә, үҫер, нығыныр ул, әммә бының өсөн күпме көс түгергә кәрәк буласағын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай.

“Бер ниндәй аят белмәйенсә, унда нисек аяҡ баҫаһың?”
Совет власы бөтөрөлгән осорҙа өлкәндәрҙең “Артабан ни эшләргә? Нимәгә ышанып йәшәргә?” тигән борсолоуын йыш ишетергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам менән, ҡәрҙәштәр!Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!

Дин Исламда ғәзиз ҡәрҙәштәрем, ватандаштарым, замандаштарым! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм уның мәхәлләләре исеменән һеҙҙе Ибраһим ғәләйһис-сәләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ошо оло, бөйөк байрам менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, — тип бойора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 826 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңгелек һөйөү билдәһеҺиндостандағы Таж Мәхәлде “мосолман сәнғәтенең ынйыһы” тип атайҙар. Ифрат матур архитектура ҡоролмаһы ул. Илдең “йөҙөк ҡашы”на әйләнгән ҡомартҡыны күрер өсөн донъяның төрлө еренән киләләр.
Индуизм дине өҫтөнлөк иткән Һиндостанда бындай ҡоролма нисек барлыҡҡа килгән? Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Бер нисә быуат элек оҙаҡ ҡына ваҡыт Һиндостанға мосолмандар хакимлыҡ иткән. Батшаларҙың береһе Шаһ Джахандың 1629 йылда һөйөклө ҡатыны Мумтаз Мәхәл баҡыйлыҡҡа күсә. Батша ҡайғыны бик ауыр кисерә. Хәләл ефетен онота алмай. Тора-бара Шаһ Джаханға шундай уй килә: һөйөклөһөнөң ҡабатланмаҫ гүзәллеген сағылдырған ҡомартҡы ҡалдырырға кәрәк! Ошо теләк менән батша оҫталарға мөрәжәғәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ислам дине үҙәгеМосолмандарҙың изге ҡалаһы Мәккә Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенең көнбайыш өлөшөндә, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 75 саҡрым алыҫлыҡта, бейек булмаған тауҙар араһында, 300 метр бейеклектә урынлашҡан.
Мәккә беҙҙең эраның IV быуатынан алып билдәле. Ундағы Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы төрлө мәжүсилек культы юлынан барыусыларҙың табыныу урыны булған.
570 йылда Мәккәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған. Яҡынса 610 йылдарҙа ул үҙенең тәғлимәттәрен тарата башлаған, һөҙөмтәлә яңы дин — ислам барлыҡҡа килгән. Мәҙинәлә йәшәп, аҙаҡ киренән Мәккәгә ҡайтҡан Мөхәммәт пәйғәмбәр 630 йылда Ҡәғбәне төрлө мәжүсилек юлынан барыусыларҙан азат иткән, уны мосолмандарҙың төп ғибәҙәтханаһы тип атаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡКешенең донъяла бер хазинаға ла алмаштыра алмаҫлыҡ иң ҙур байлығы — һаулыҡ. Заман көсөргәнеше, экологик хәлдең киҫкен булыуы сәләмәтлегебеҙгә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡыҙғаныс, һаулыҡты һатып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. Шуға ла, сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә отошлораҡ, ти аҡ халатлылар. Әлбиттә, был кешенең үҙенән тора. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер шифаханаға барыр өсөн оҙаҡ сиратта тороп, әллә күпме аҡсаңды һәм ваҡытыңды әрәм итеп йөрөргә түгел, Башҡортостанда йәнең теләгән саҡта, һәр миҙгелдә дауаланып, ял итеп ҡайтыу мөмкинлеге бар. Хөкүмәтебеҙ тарафынан республика шифаханалары һанын арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, дауалау учреждениеларының матди хәлен нығытыу буйынса даими хәстәрлек күрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына алтынсы йыл инде бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өҫтәмә ярҙам саралары һәм гарантиялар вәғәҙә иткән закон буйынса йәшәй.
2006 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән мөһим документта граждандарҙың 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуыуына (уллыҡҡа алыуына) бәйле дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуҡтары нығытылды. Ошо осор эсендә уларҙан республикала 123 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, бары Мәскәүҙән генә ҡалыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ – уларҙың вариҫтарыӘле һүҙ бараһы әҫәрҙең исеме үтә лә тәрән мәғәнәгә эйә. Был йәһәттән беҙ уны хатта башҡорт тарихына инеп ҡалған ҡиммәтле яҙма ҡомартҡылар – шәжәрәләр рәтенә ҡуйып ҡарау яғындабыҙ. Ул үҙендә һүрәтләнгән ваҡиғалар осоро менән, бер яҡтан, беҙгә ҡарағанда теүәл бер быуатҡа яҡын торһа, икенсе яҡтан, шул ваҡиғаларға бынан бер быуат алда шаһитлыҡ итә. Шулай итеп, ике быуат арауығындағы дәүерҙе бәйләп тора. Шуның менән әҫәр үҙендә күрһәтелгән ваҡиғаларҙың рухын тотош йөҙ йылға беҙгә яҡынайта, уларҙың аныҡлығына ышанысты көсәйтә. Ни тиһәң дә, автор халыҡ хәтере һандығындағы байлыҡты сағыштырмаса эҫе мәлендә бынан бер быуат элек барлап, тикшереп сыҡҡан. Уға шул ваҡиғаларға арналған риүәйәттәрҙең, йырҙарҙың йылыһы тағы ла нығыраҡ бөркөлөп тороуына бөгөн дә шик юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1415 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел ҡалаһындағы почта бүлексәһенең Краснокама районына ҡарауы оҙаҡ йылдар ҡала етәкселеген матбуғатҡа яҙылыу барышында ел-ямғырҙан һаҡлап килде, сөнки гәзит-журналдарға яҙылыу күләме өсөн һәр саҡ урындағы хакимиәт яуап тотто.
Бөгөн Ағиҙел почта бүлексәһе Нефтекама ҡарамағына күсерелһә лә, хәл үҙгәрмәне. Почта хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡалала “Башҡортостан”ды ни бары — 21, “Кызыл таң” гәзитен 14 дана алдыралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өсөнсө булабыҙ
2025 йылда мосолмандар бүтән диндәр араһында һаны буйынса донъяла өсөнсө урынға күтәреләсәк, тип фаразлай демографтар. Әле улар 1,8 миллиард тирәһе иҫәпләнә.
Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, әле ҙур ҡалаларҙа йәшәгән бай мосолмандар ғаиләләре менән донъя буйлап сәйәхәт итеүҙе хуп күрә. Ҡайҙа барһалар ҙа, ислам ҡануны талап иткән ҡунаҡханаларҙы, ресторандарҙы табырға тырышалар икән. Тимәк, мосолмандарҙың артыуы тәү сиратта хәләл урындарҙың күбәйеүенә килтерәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл мәктәптәрҙә “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән яңы предмет уҡытыла башланы. Унда алты йүнәлеш — ислам, православие, йәһүд, буддизм, дини мәҙәниәттәр, донъяуи этика нигеҙҙәре — буйынса белем бирелә.
Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, был предметты 43 меңдән ашыу IV класс уҡыусыһы өйрәнә. Уҡыу йылы башланғанға ҡәҙәр педагогтарға махсус курс ойошторолған, ата-әсәнән ғаризалар ҡабул ителгән. Предметты өйрәтеүгә ҡаршы сыҡҡан кеше булмаған. Барлыҡ уҡыу йорто дәреслектәр менән тәьмин ителгән. Педагогтар менән артабан да ныҡлы бәйләнеш алып барыласаҡ, төрлө конференция, семинар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ, тиҙәр министрлыҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 44 Алға
Бит башына