Таҡта ярыуҙан ғына башланғайны...– Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше – урманды ҡуртымға алып, ағас әҙерләү, – тип ҡаршыланы беҙҙе Дыуан районы эшҡыуары Илдус Хужин. Ҡасандыр Дмитрий Лысов менән бергә башлаған кәсептәре бөгөн йылдам үҫә. Йүнселдәр уның өсөн бөтөн көсөн һала бит.
"РИСТ" предприятиеһы 2008 йылда ойошторола. Уның директоры – ғүмер баҡый урман хужалығында эшләгән Дмитрий Лысов. "Үҙем дә 20 йылдан ашыу ошо тармаҡта тир түктем, шуға ла нескәлектәрен беләбеҙ. Эшебеҙҙе тәүҙә бәләкәй генә пилорама һатып алып ойоштороп ебәргәйнек, – тип һөйләне Илдус Риза улы. – Яуаплылыҡты уртаҡ бүлешергә булдыҡ".
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ишегебеҙ ҙә, күңелебеҙ ҙә һәр кемгә асыҡ”Бөгөн күптәрҙе төрлө кредит төркөмдәре, үҙ эшеңде асыу, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн финанс юллау мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Ошоларҙың барыһын иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте сираттағы тура бәйләнешкә “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Ирек Радил улы МӨХӘМӘТДИНОВ менән уның урынбаҫары Татьяна Викторовна ПАНТЕЛЬКИНАНЫ саҡырҙы. Уҡыусылар менән бер рәттән, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар ҒӘБИТОВ та ҡунаҡтарға һорау бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 932 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәй эсәйек бергәләпСәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра.
Сәй ҡыуағының япраҡтарында 300-ҙән ашыу берләшмә бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй — Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы.
Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәменән файҙаһы мөһимерәкИртәнге ашты ҡалдырма, тиеүҙәре юҡҡа түгел

Һәр йәш категорияһы өсөн туҡланыу төрлөсә булырға тейеш. Ул организмдағы үҙгәрештәргә, кешенең физик әүҙемлегенә, тәбиғәт шарттарына, туҡланыуҙың милли үҙенсәлектәренә ярашлы ойошторола.

Табиптарҙың әйтеүе буйынса, туҡланыуҙың энергетик яҡтан балансланған булыуы мөһим. Тимәк, аҙыҡ менән организмға ингән калория миҡдары энергия ихтыяжына киткән сығымдан уҙмаҫҡа тейеш. Йыш ҡына артыҡ ашау сәләмәтлек ҡаҡшауға сәбәп булып тора. Рациондың склерозға ҡаршы йүнәлтелеүе мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ нурын һаҡлағыҙКешеләрҙең 19 проценты ғүмер дауамында күреү һәләтен юғалта. Беҙ көн дә күҙҙәрҙең көсөргәнешле эшләүен тоябыҙ, айырыуса компьютерҙа оҙаҡ ултырғанда.
Һуңғы осорҙа күҙгә көстөң самаһыҙ күп төшөүе һөҙөмтәһендә күреү үткерлеге кәмегәндән-кәмей. Уның тәүге билдәләре: яҡындағы әйберҙәрҙе асыҡ күрмәү, уҡығанда күҙҙең арыуы, кистәрен баш ауыртыуы. Күрәғарашлыҡ йәки үтәғарашлыҡтың үҫешенә сәбәпсе йәшкә бәйле үҙгәрештәрҙән тыш, ҡайнар ҡояш нурҙары, насар экология, тәмәке тартыу ҙа күҙҙе боҙа. Күреүҙең насарланыуына төрлө сирҙәрҙең (шәкәр диабеты, варикоз) йоғонто яһауы ла ихтимал.
Һәйбәт йәки насар күреүебеҙ туҡланыу сифатына ла бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктәге ташты ла иретерҙәрНиһайәт, баш ҡалабыҙҙа невроздарҙы дауалауҙа махсуслашҡан, республикабыҙҙа берҙән-бер (ә Рәсәйҙә — өсөнсө) үҙенсәлекле учреждение асылды. Эшләй башлауына ай самаһы ғына, ә пациенттар һаны ике йөҙҙән ашҡан.

— Психотерапия үҙәген булдырыу күптәнге хыялыбыҙ ине. Тормоштоң ҡатмарланыуы, хеҙмәттең көсөргәнешлелеге, мәғлүмәттең киң ҡоласлылығы, киҫкен үҙгәрештәрҙең шауҡымы кешенең психологик һәм рухи булмышына ҙур йоғонто яһай. Шәхестең йәшәүгә, йәмғиәткә мөнәсәбәте үҙгәреүе, хатта уның психик тайпылыштарға дусар булыуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдаштың ышанысы ниңә һүрелгән?Башҡортостанда 6 300-ҙән ашыу кеше инвалид коляскаһын ҡуллана. Тағы ла 3 500-ҙән ашыу яҡташыбыҙҙың — ишетеү, 11 800 самаһының күреү мөмкинлеге сикләнгән. Уларҙың барыһы ла урамда, йәмәғәт урындарында үҙаллы хәрәкәт итә алһын, ҡаршылыҡҡа юлыҡмаһын өсөн 2011 — 2015 йылдарға “Асыҡ мөхит” республика программаһы ҡабул ителде. Уны бойомға ашырыуға 3,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Программа үҙен аҡлаймы? Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәр йәмәғәт урындарында үҙҙәрен уңайлы тоямы? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Өфөлә йәшәүсе Юлдаш Хөсәйеновты саф һауала йөрөп килергә саҡырҙым. Беҙгә уның дуҫы Марс Ғабдуллин да ҡушылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 932 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы бер чиновниктар ил именлеген түгел, ә кеҫәһе ҡалынлығын ҡайғырта
Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәште күптән иғлан иттеләр. Уның ил үҫешен тотҡарлаусы төп ҡаршылыҡ булыуын дәүләт етәкселеге лә һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә мутлашыусылар һаман да кәмемәй, ә ябай халыҡтан урланған аҡсаның күләме хәҙер миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Кемдәр урлай бит әле?! Мәҫәлән, үткән аҙнала Рәсәйҙең Оборона министрлығы ҡанаты аҫтында эш иткән “Оборонсервис” менән ҡупҡан ғауға ошоға сираттағы бер дәлил булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло кешенең организмында 250 грамм тоҙ туплана. Бындай күләмдәге “тәмләткес” менән дүрт тоҙ һауытын тултырырға мөмкин.
Тоҙ йыш ҡына артыҡ ауырлыҡтың һәм шешенеүҙең сәбәпсеһе булып тора. 10 грамм тоҙ тәндә 1 литр һыуҙы тотҡарлай.
АҠШ университеты ғалимдары раҫлауынса, тоҙға ла организмда бәйлелек тыуыуы ихтимал. Имеш, уны наркотик һәм антидепрессанттар рәтенә ҡуйырға мөмкин, сөнки статистика мәғлүмәттәре ошоно раҫлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙең мәғариф тармағында үҙгәрештәр туҡтауһыҙ булып тора. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың күбеһе, башланған осоронда ни тиклем генә маҡталмаһын, аҙағынаса еткерелмәй. Тимәк, үҙен аҡламай. Әммә һәр яңылыҡ милләттәргә кире йоғонто яһамай ҡалмай, айырыуса тәрбиә өлкәһендә.
Үҙгәрештәр халыҡ яҙмышында ниндәй роль уйнай? Мәҡәләмдә шәхси уйланыуҙарымды әсәй, өләсәй, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист күҙлегенән сағылдырып китмәксемен.
Әсәй уйланыуҙары. Өфө ҡалаһында тарихта беренсе башҡорт мәктәбен (хәҙерге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), тәүге балалар баҡсаһын (элекке Фрунзе урамындағы 12-се балалар баҡсаһы, мөдире Сәлимә Әзмәтова булды) астырыуҙа ең һыҙғанып йөрөнөм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына