Зыңлап тора Балтас кирбесеБөгөн һәр ерҙә төҙөлөш киң ҡолас менән бара, район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа яңынан-яңы йорттар, хатта тотош урамдар барлыҡҡа килә. Халыҡ хәҙер үҙе лә йорт һалып инеүҙе йә булмаһа гараж, келәт, һарай төҙөүҙе ауыр эшкә һанамай, тик теләк һәм, иң мөһиме, төҙөлөш материалы ҡул аҫтында булһын.
Ә һуңғыһына әле ҡытлыҡ бөтөнләй юҡ, йәнең ни теләй! Балтас районында кирбес етештереүгә махсуслашҡан “Стройкерамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (директоры – Радим Әхкәмов) асылыуын шәхси йорт һалыусылар ғына түгел, ҙур төҙөлөш ойошмалары ла көтөп алған.
Кирбескә элек-электән халыҡ араһында ихтыяж ҙур булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ элек тыуған. Хәҙергеләр белеп тыуғанмы?“Минең халҡым кеүек, кемдең тағы иң ҙур һәйкәлдәргә хаҡы бар...”
Һәр ҡәүем, күмәкме ул, аҙ һанлымы, Ер йөҙөндә үҙенең йәшәүе менән үк олуғ һәйкәлдәргә хаҡлы. Ҡайһылыр ҡәүем кешелектең мәҙәниәтен үҫтереүгә, донъяны танып белеүгә күберәк өлөш индергән, кемдәрҙеңдер эҙе тарихта улай уҡ балҡып ятмай икән, бында береһен ҙурлап, икенсеһен хурлау урынлымы? Минеңсә, юҡ. Мәҫәлән, башҡорттоң боронғо ҡалалары булыуын ғалимдарҙан башҡа кем белә? Уларҙы кем күргән? Ғәйәт ҡатмарлы тарихи шарттарҙа халыҡ матди һәм рухи мәҙәниәтен бөгөнгәсә түкмәй-сәсмәй килтереп еткерә алмаған икән, быға элеккеләр ҙә, беҙҙең быуын да ғәйеплеме ни? Башҡорт ҡәбиләләренең заманында боронғо Волганан Тубылғаса күсеп йөрөп көн иткәнен дә беләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үлем сәсә спайсҺуңғы осорҙа йәштәр араһында хуш еҫле үлән ҡатнашмалары (уны спайс тип тә атайҙар) ҡулланыу киң тарала башланы. Табиптар уларҙың һаулыҡ өсөн зарарлы булыуын, хатта кеше организмын юҡҡа сығарыуын да билдәләй. Spice – инглизсәнән тәржемә иткәндә, специя, тәмләткес тигәнде аңлата. Уйлап ҡараһаң, ғәйепһеҙ генә төшөнсә. Бынан ун йыл элек был һүҙҙең насар төшөнсәгә әүерелеп китерен бер кем дә күҙ алдына килтермәгәндер, моғайын.
Ауыр наркотикка оҡшаш яһалма ҡатнашманы Американың химик лабораторияларында уйлап сығаралар һәм үлемдең “яңы” төрөн спайс йәки тарта торған ҡатнашма тип атайҙар. Үлемесле спайс менән мауығыусыларҙы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, төпкөл ауыл ерендә лә хәҙер йыш осратырға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 971 тапҡыр // Тотош уҡырға
Грамматик хатаСираттағы педагогик кәңәшмә өсөнсө сәғәткә һуҙылды. Ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар өйҙәрендәге ас ирҙәрен, дәрес әҙерләмәй, урамда сапҡан балаларын уйлап көрһөнә, ирҙәр иһә бөгөн дә һуң ҡайтҡан өсөн әрләйәсәк ҡатындарын тынысландырырға һүҙҙәр эҙләй, йәш-елкенсәк иһә дискотекала һөйгәндәре менән осрашыуҙан мәхрүм булғандарына ауыр һулай ине.
Кисә генә завуч Таһира Мифтаховна “Баҙар шарттарында һөйләмдә өтөр ҡуйыу проблемаһы” тигән темаға доклад һөйләп, өс сәғәтләп дискуссия ойошторҙо. Ә йома кис мәғариф бүлегенән килеп, “Тәнәфес өсөн ҡыңғырау биреүҙең әһәмиәте” тигән темаға әңгәмә үткәрергә тейештәр. Арттағы рәттә йоҡлаған биология уҡытыусыһы, 69 йәшлек Хәмит Ғәлиевич, инде өсөнсө төшөн күрә. Уның үҙен ни балалар, ни уҡытыусылар яратмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 938 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таштар уға серен асаӘсәһенең Әбйәлилдәге тыуған ауылы Буранғолға өләсәһе менән юл тотоуҙары Динисламдың һаман да иҫендә. Эҫе. Алыҫ. Барып етеп буламы-юҡмы? Асҡарҙа, Алмастау итәгендә, бер әбейгә тап була улар.
— Ҡайҙарға юл тоттоғоҙ? — тип юлсыларға текәлә ул. Доғаларын уҡып, алдындағы таштарын бутай-бутай, өс тапҡыр ноҡот һалғас, — хәйерле юлға сыҡҡанһығыҙ, ат менән тиҙ үк барып та етерһегеҙ, — тип, әбей яулығы аҫтынан сал сәстәрен һыйпай.
Өләсәйем төйөнсөгөнә йомолғас, уның уй-ниәтен алдан белеп:
— Кәрәкмәй-кәрәкмәй, — тигән була ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтып төшһәң ине...Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Яралы поэма

Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичҡа
Урал аръяғында бер ауыл бар,
Сал тарихтар һөйләй һуҡмағы.
Ошо яҡта гөлтләй-гөлтләй янған
Бабичтарҙың шиғри усағы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1043 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Республика йортонда Башҡортостанда сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә булды. Илебеҙ һәм республикабыҙ ғалимдары, химиктар, тармаҡ белгестәре ҡатнашҡан кәңәшмәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Республика етәксеһенең белдереүенсә, әле Рәсәй биотехнологиялар үҫеше буйынса донъя кимәлендә бик артта ҡалған. Башҡортостанда ла хәлдәр был йәһәттән шәптән түгел. Тимәк, тармаҡты үҫтереүҙә алда яңы бурыстар тора. Был — айырыуса ауыл хужалығы өсөн көнүҙәк мәсьәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда эшлекле журналистикаға ихтыяж бармы? Булһа ул кемгә нығыраҡ кәрәк – ябай халыҡҡамы, әллә эшлекле даирәләргәме? Был йүнәлештә эшләгән журналисҡа бөгөн ниндәй талаптар ҡуйыла? Яңыраҡ Өфө районында үткән семинарҙа федераль, республика һәм район баҫмалары хәбәрселәре ошо һәм башҡа һорауҙарға бергәләшеп яуап эҙләне. Унда ҙур компанияларҙың, республика министрлыҡтарының вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Әлбиттә, бөтәһе лә был саранан уртаҡ фекергә килеп таралышты тип белдереү хата булыр ине, әммә бында килгән һәр кемдең көнүҙәк һәм әһәмиәтле аралашыуҙа ҡатнашыуын инҡар итеп булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ
Йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә таныҡлыҡ биреү программаһы Баймаҡ районында уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында районда 86 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Ошо көндәрҙә йәштәргә дөйөм күләме ике миллион һум тәшкил иткән торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Тантаналы сараға килгән Инга менән Илнур Иҙелбаевтар был бәхетле минуттарҙы биш йылдан ашыу көткән. Йәш ғаилә өс балаһы менән әлегә тиклем ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Сертификат ярҙамында улар өй һалырға ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Ошондай фекерҙә республика хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре. Билдәле булыуынса, ваҡытында әрмегә бармай ҡалыусылар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу, төрлө сектаға эләгеү, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыу осраҡтары йышайған. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа республикала өс кеше ошондай аяныслы хәлгә тарыған.
Республика хәрби комиссары Анатолий Балтинский матбуғат конференцияһында хәрби хеҙмәттең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Көҙгө саҡырылышта алты меңгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы Көстәренә оҙатылырға тейеш. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә ҡала – 12 ай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына