Төбәктәге "тәүге ҡарлуғас"Күп кенә райондарҙа совет осоро һалынған һөтсөлөк фермалары бөгөн емерек хәлдә булып, һуғыштан һуңғы йылдарҙы хәтерләтһә, Ҡариҙелдә ҡарауһыҙ ҡалған биналар хәҙер яңы һулыш кисерә.
Төбәктә беренселәрҙән булып "500 ферма" программаһына ингән "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғыларҙан һанала. Биш йыллыҡ проектта ҡатнашыусы хужалыҡта бөгөн төҙөлөш ҡыҙыу бара. Тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән, ҙур йөк машиналары көн һайын материал ташый. Әле 200 баш һыйыр малына, 300 баш быҙауға иҫәпләнгән элекке биналар үҙгәртеп ҡорола. Эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгән кешене күрмәҫһең: береһе яңы технология буйынса иҙәнгә бетон ҡоя, икенсеһе стеналарҙы һылай, бәғзеһе пилорамала таҡта яра, кемдер ҡалай менән ҡыйыҡ яба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 879 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусылыҡтан — фермерлыҡҡаАуылдан сыҡҡандарға Өфөлә төпләнеп китеүе еңел түгел. Эше табылһа ла, торлағы көс етмәҫтәй. Ҡағылып-һуғылып, ахырҙа тыуған төйәгенә кире ҡайтырға мәжбүр күптәр. Күгәрсен районының Һикһәнбай ауылы ҡыҙы Альбина Вәлиева ла, Себерҙә лә, Өфөлә лә тамыр ебәрә алмағас, уйға ҡала. Уҡытыусы аҡсаһына ғына фатир һатып алыу мөмкин түгел. Ике балаңды эйәртеп, кеше тупһаһын күпме тапарға була? Моғайын, ире ҡаршы килмәҫ. Уның да бит ирлек сәме, ғәре бар: үҙ нигеҙен ҡороу тураһында хыяллана. Ҡала егете булһа ла, ҡулынан эш килә. Иң мөһиме – балта эшенә маһир. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәп алып китәсәк ул...
Руслан, әйтерһең дә, ҡатынының ауыҙынан ошо һүҙҙең сығырын көтөп кенә торған — ризалашыу ғына түгел, эләктерә һалып ала. Эйе шул, өй һалырҙар, мал аҫрарҙар...
Ком: 1 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атлы ГөлдәрСабып барған атты туҡтатып, ауыҙлыҡлап, йүгән кейҙерерлек ҡатын-ҡыҙҙар бар бит арабыҙҙа! Ҡыйыу һәм тәүәккәл, ғәйрәтле һәм ныҡыш ҡатындың был аҙымы хаҡында ишеткәс, райондың ир-егеттәре: “Ай-һай, беҙҙең танауға сиртте бит!” — тип ғәрләнеп тә киткән, ти. Ысынмы-юҡмы, һүҙем был турала түгел.
Хәйбулла районының Һамар ауылында йәшәүсе Гөлдәр Хәкимова Өфөләге йылҡысылыҡ заводынан башҡорт тоҡомло 11 ҡолон алып ҡайта. Ҡолондарҙың да ниндәйҙәре бит! Береһенән-береһе матурыраҡ, йылҡылдап торған малҡайҙар. Билдәле булыуынса, башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлылығы менән айырылып тора. Улар ҡышты тибендә йөрөп сыға ала. Тәпәш буйлы был аттар ныҡ һәм көслө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәжрибә үҙәгенә әүерелдеБаймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы — райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған ойошмаларҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселек иткән коллектив ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу буйынса бай тәжрибәгә эйә.
Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, хужалыҡ баҫыу эшен тейешле ваҡытта һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш йыйып алды.
Предприятие ҡеүәтле комбайн һәм техника паркына эйә. Быйыл бында йәнә бер “Полесье” мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм “Омичка” сәскесе алынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бер эште еренә еткермәһәң, икенсеһен башлама”Эшкә дәрте ташып торған, күңелендә урғылған сәме күҙҙәрендә осҡон уйнатҡан, ғаилә усағына яңынан-яңы ҡуҙ өҫтәгән ҡатынға ҡарайһың да, ошондай хужабикәләр булғанда ауылдар йәшәйәсәк әле, тиһең. Ә бит, үҙе әйтмешләй, тормошонда киҫкен боролоштар яһауҙан ҡурҡмаған Әлфинур Яҡупова башҡа тиҫтерҙәренән, тәү ҡарашҡа, бер нимәһе менән дә айырылмай: мәктәп, Стәрлетамаҡ педагогия институты, йәш белгес булараҡ эшкә урынлашыу, тар бүлмәлә йәшәргә урынлашыу, ғаилә ҡороу. Ҡалала йәшә лә йәшә. Тик...
— Ҡала тормошона барыбер ныҡлап эҫенеп китмәнем, яратып бөтмәнем. Уйлаштыҡ та, бүлмәне һатып, ҡайттыҡ та киттек, — тип йылмая Әлфинур, бынан тиҫтә йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп. — Үрге Шәкәрҙә иҫке генә өй алдыҡ. Яңыһын һалыу, мал тотоу теләге бар ине инде. Ағас киҫтек, яйлап бура күтәрҙек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхете — тыуған төйәгендәАуыл ерендә йәштәрҙән: “Нимә менән шөғөлләнәһең?” — тип һораһаң, күптәре “эш юҡ” тип яуап бирә. Әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙең ауылда эшһеҙлеккә һылтанып ятыуын бер нисек тә аңлап булмай. Маҡсат ҡуйған кеше һис ҡасан да зарланмай, теләк, тәүәккәллек кенә булһын.
Мостафа ауылында йәшәүсе Зөлфиә менән Фәүҙәт Әһлетдиновтар юғалып ҡалмаған: крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторған. Уның төп йүнәлеше — мал-тыуар үрсетеп һатыу. Әһлетдиновтарҙың хужалығында бөгөн 20 башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала. Халыҡ һорауы буйынса тоҡомло һыйыр ҙа үҫтермәкселәр. Бының өсөн Дүртөйлө районынан бер нисә баш ҡара-сыбар тана һатып алғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булдыҡлының бураһы тулыБураҙнаға тирең тамыҙмаһаң, тос ҡаласҡа өмөт итеп булмай. Краснокама районының ауыл эшсәндәре был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ҡомһоу тупраҡтан да арыу ғына иген үҫтерә, малсылыҡты ла алға әйҙәй. Быйылғы туғыҙ айҙа ғына район хужалыҡтары тарафынан 1 миллиард 150 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән, 266 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған.
Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, ти халыҡ. Һәр хужалыҡта, ауылда егәрлеләрҙән дә егәрле кешеләр бар. Ҡышҡы осорҙа техника йүнәтһәләр, яҙын-көҙөн баҫыуҙан ҡайтып инмәйенсә, йән атып эшләүсе механизаторҙар етерлек. “Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативы комбайнсыһы Юрий Юҡшыбыев — нәҡ шундайҙарҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
Крәҫтиәндең рухы күтәренкеАуыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан беҙҙең хәбәрселәр Шишмәлә булып, райондағы ҡайһы бер хужалыҡтарҙың эш һөҙөмтәләре менән танышып ҡайтты. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Дамир Хәмил улы Ҡотдосов беҙҙең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
— Шишмәнең тармаҡ эшсәндәре һөнәри байрамын нисек ҡаршылай?
— Йыл ҡоро килде, шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ хужалыҡтары ярайһы уҡ уңышлы эшләне. Дөйөм алғанда, баҫыуҙарҙан барлығы 53 500 тонна иген йыйылды. Уңыш гектарынан уртаса 15,7 центнер тәшкил итте. Әлеге көндә сөгөлдөрҙө йыйыу дауам итә. “Татлы тамыр”ҙың уңышы гектарынан — уртаса 260 центнер. Көнбағыш та һәйбәт кенә үҫте, барлығы 10 000 тонна тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бары йыбанма ғынаРеспубликабыҙ ауылдарында бөгөн 4,5 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың нығыныуы, аяҡҡа баҫыуы өсөн дәүләт тарафынан етди хәстәрлек күрелә, махсус программалар эшләй. Ошо көндәрҙә ғаилә фермаһын булдырған, фермерлыҡ эшенә тотонған йәнә 104 кешегә финанс сертификаты тапшырылды.
Теләге, дәрте булғандар ауылда эш юҡлыҡҡа зарланмай. Күңелеңә ятҡан һәр эшкә тотонорға мөмкин хәҙер. Теләйһең икән, рәхәтләнеп умартасылыҡ менән шөғөллән, һыйыр, йылҡы малы үрсетеү ҙә табышлы, кәзә-һарыҡ аҫрау ҙа отошло. Бары йыбанма ғына! Был көндә Ауыл хужалығы министрлығындағы тантанаға тап шундай уңғандар, сәмселдәр йыйылғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә күпме шатлыҡ — бер юлы!Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Красноусол ауылын урап уҙған юл буйлап Көгөш йылғаһы аша һалынған күпер, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ, реконструкциянан һуң “Красноусол” шифаханаһының 5-се корпусы файҙаланыуға тапшырылды, Ҡауарҙыла “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етеүе айҡанлы тантана булды, Еҙем-Ҡаранда участка дауаханаһының яңыртылған бинаһы асылды. Ғафуриҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Марат Мәһәҙиев, республика Президенты Хакимиәтенән Виктор Пчелинцев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 578 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына