Башҡортостан, ҙур, үҫешкән агросәнәғәт төбәктәренең береһе булараҡ, ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Төбәк иҡтисадының аграр секторы — Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенең даими иғтибар үҙәгендә. Республика эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын быйыл да юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡаршыланы.
Башҡортостан 2 миллионға яҡын тонна иген йыйып, һаҡлауға һалды. Республика халҡы икмәк, картуф, йәшелсә, шәкәр, үҫемлек майы менән тулыһынса тәьмин ителде. Киләһе йылға сәсергә орлоҡ етерлек күләмдә һалынды, мал аҙығы тупланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сираттағы "Газпром"...РӘСӘЙҘӘ донъяның иң ҙур нефть компанияһы БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

"Роснефть" дәүләт компанияһының "ТНК-ВР"-ҙы һатып алыуы быйылғы йылдың иң әһәмиәтле иҡтисади яңылыҡтарының береһе булды. Килешеүҙең тармаҡҡа йоғонтоһо ниндәй булыр – белгестәр был турала әлегә төрлө фараз ҡыла. Әммә шул асыҡ: амбициялары хаттин ашҡан донъяла тағы бер ҡеүәтле компания барлыҡҡа килде.
Ҙурлығы буйынса өсөнсө урында булған Рәсәй компанияһы "ТНК-ВР" хәҙер дәүләт ҡарамағына күсә – "Роснефть" уның акциялар пакетын ярты йыл эсендә тулыһынса һатып аласаҡ. Бының өсөн ул, белгестәр белдереүенсә, 55 миллиард доллар аҡса сарыф итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыр майҙанда һыналаӨфөнөң “Динамо” спорт комплексында Билбау көрәше буйынса донъя кубогы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Үҙ көсөн һынау өсөн 22 илдән килгән йөҙҙән ашыу бәһлеүән майҙанға сыҡты.
Рәсәй, Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Греция, Грузия, Израиль, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдова, Монголия, Норвегия, АҠШ, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Швеция, Эстония тарафтарының бил бирмәҫтәре сәмләнеп алышты.
Башҡортостан батырҙары — Руслан Зеневич, Руслан Шәйхетдинов, Илфак Ибәтуллин, Ринат Йәнекәев, Зиннур Ғайсин, Рушан Ильясов, Наил Мөхәмәтйәнов, Рөстәм Исламов, Дмитрий Исаев, Антон Матренин, Рәдиф Аҡсурин көсөргәнешле алышта һынатманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирәклеләр булды терәк“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһы ифрат уңышлы башланғыс булды. Уның аша гәзитебеҙҙең абруйына, дуҫтарыбыҙҙың күплегенә тағы ла бер инандыҡ һәм был беҙҙе халыҡҡа нығыраҡ яҡынайтты.
Акция дауам итә. Элекке кеүек, уға беренсе булып ҡушылған коллектив “Башҡортостан” гәзите редакцияһынан бүләк аласаҡ. Мәҫәлән, үткән подписка һөҙөмтәһе буйынса Архангел районының Тирәкле мәктәбе ошондай бәхеткә өлгәште — балалар уҡытыусылары менән бергә Өфөлә сәйәхәттә булып ҡайтты. Ҡунаҡтар иң тәүҙә “Башҡортостан”дың баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән осрашып, баҫманың, журналистарҙың ниндәй эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында күп мәғлүмәт алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡалыларҙың һөйөнөсөБөгөн Өфө ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышы асыла. Пленар өлөшө баш ҡалала уҙғандан һуң, сара Туймазы, Шаран һәм Баҡалы райондарында дауам итәсәк.
— Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрелгән етди саралар үлем осрағын өс процентҡа кәметеүгә булышлыҡ итте, — тигәйне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев күсмә ултырыш алдынан уҙған коллегияла. — Туғыҙ айҙа 5 139 кеше (былтырғынан 20 процентҡа күберәк) юғары технологиялы медицина ярҙамынан файҙаланған, йәнә 1 129 кеше сиратта тора. 94,4 мең кеше тәүге тапҡыр онкологка күренгән, 8,5 мең пациент Республика клиник онкология диспансерында дауаланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандарҙа – тормош сағылышы
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында районда 266 бала донъяға килгән. Уларҙың 142-һе – малайҙар, 124-е – ҡыҙҙар. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда был ике балаға күберәк.
84 бала – ғаиләлә беренсе, 94-те – икенсе, 53-ө – өсөнсө, 22-һе – дүртенсе, 10-ы – бишенсе, икеһе – алтынсы, береһе етенсе бала булып донъяға килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 935 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 7 сентябрь һанында (№175) баҫылған “Башҡорт балын ҡытайҙар етештерә башламаҫмы?” тигән сығышты тулҡынланып та, борсолоп та уҡып сыҡтым.
Ысынлап та хафаға һалды мине был бәләкәй генә мәҡәлә. Авторы Шәүкәт Рөстәмов менән тулыһынса килешәм, сөнки башҡорт бал ҡортон Германияға, шулай уҡ Ҡытайға оҙатыу — оло енәйәт. Күңелһеҙ һөҙөмтәләрен яҡын йылдарҙа күрә башларбыҙ, моғайын. Беҙҙән һуң киләсәк быуындарға айырыуса ҡыйын буласаҡ. Хеҙмәткә сос йылғыр ҡытайҙар донъя баҙарына татлы бал күтәреп килеп инһә, беҙҙе оноттора, хатта сауҙа өлкәһендә ҡыҫырыҡлай башлаһа, ҡот осҡос хәлдәрҙең яғанан бөрөп алыуын көт тә тор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Яҡташтар” проекты киң танылыу яуланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда үткән агросәнәғәт комплексының алдынғы вәкилдәрен бүләкләү тантанаһында, проект менән таныштырып, уға юғары баһа бирҙе.
— “Берҙәм Рәсәй” яңы проектты ғәмәлгә индереү тураһында хәбәр итте. Исеме лә күркәм — “Яҡташтар”, — тине Президент. — Эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр араһынан заманыбыҙҙың ысын геройҙарын, үҙ районы, республика, бөтә ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе һайлау идеяһы — бик яҡшы. Көндәлек тормошта әллә ни айырылып тормаған уҡытыусылар, табиптарҙың исеме, әгәр лайыҡ икән, танылырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының республикалағы һәр райондың тарихын айырым шәхестәр йөҙөндә сағылдырыуға йүнәлтелгән проектын йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни үҙәктәр хуплап ҡаршы алды.
Елена РОДИНА, Башҡортостан урыҫтары соборы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
— Проектты хуплайым. Йәнле, ә иң мөһиме — ваҡытлы тип уйлайым. Минеңсә, уның киләсәге бар, урындағы халыҡ проектты тиҙ арала эләктереп алыр, әүҙем ҡатнашыр һәм уға яңынан-яңы һулыш өрөр, моғайын. Беҙҙең милли республика өсөн ул айырыуса көнүҙәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы булды. Уны Премьер-министр урынбаҫары Евгений Маврин алып барҙы.
Тәүҙә Е. Маврин “Кроношпан Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комлексына өҫтөнлөклө инвестиция проекттары реестрына индереү хаҡында сертификаттар тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына