Ағинәйҙәр сыҡты бәйгегәТәүге тапҡыр ойошторолған “Сибайымдың ағинәйҙәре” конкурсында ҡаланың мәғариф ветерандары һәм йәмәғәт әүҙемселәре көс һынашты.
Йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлөп торған, тәбиғи матурлыҡтарын шул килеш һаҡлай алған, күңелдәрендә халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһын йөрөткән бәйгеселәр сәхнәгә сығып баҫҡас та, зал бер аҙға шымып ҡалғандай тойолдо. Аҡыл һәм зирәклек, тәүфиҡлылыҡ һәм иманлылыҡ, итәғәтлелек һәм әҙәплелек, сабырлыҡ һәм түҙемлек кеүек күркәм сифаттар туплаған ағинәйҙәрҙе баһалау ҡыйынға тура киләсәген жюри ағзалары ғына түгел, тамашасылар ҙа төшөндө, буғай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нурияның нурлы кисәһеКүңел нуры йөҙөнә сыҡҡан был ханымдың яғымлы тауышы һәр кемебеҙгә яҡын. Танылған йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаның татлы ижадын күптән “тәмләйбеҙ”. Ул яҙған “Ултыр әле, әсәй, яндарыма”, “Хәбәр һал елдәргә”, “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?”, “Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле”, “Әүлиә шишмәһе” кеүек йырҙарҙы халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрҙө.
Ижадсының уңышы тәү сиратта уның күңел сафлығынан торалыр. Шуғалыр ҙа Нурия Абдуллина “Юлдаш” радиоканалында алып барған “Ҡунаҡ өй”ҙө һәр йортта көтөп алалар. Был тапшырыуҙағы ихлас һөйләшеүҙәр кәйефте күтәрә, шатлыҡ нурҙарын сәсә. Йырсы-композитор гастролгә лә сығып, сағыу концерттар менән тамашасыларҙы даими ҡыуандырып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә “Янғантау”ҙы тәбрикләнеләрМәскәүҙә “Милли иҡтисад элитаһы-2012” йыллыҡ халыҡ-ара премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Был сара 2008 йылда Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ағзалары башланғысы менән Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды тарафынан булдырылғайны, аҙаҡ Рәсәйҙең Дәүләт Йыйылышы, Иҫәп палатаһы, Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы яғынан хуплау тапты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса иҡтисадтың төрлө тармағында уңышлы эшләгән 38 предприятие бүләкләнде, шул иҫәптән Башҡортостандың “Янғантау” шифаханаһына кубок һәм “Эшҡыуарлыҡты үҫтергән өсөн” миҙалы тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдаҡсының теле мең ҡоласСтудент саҡ. Әсәйем алтын алҡа алып бирҙе. Уны беренсе тапҡыр тағып сыҡтым. Ҡыҙҙар: “Матур ҙа матур”, – тип маҡтап туя алманы. Лекциянан һуң баҙарға юлым төшкәйне. Сиғандар уратып алды. Ҡапаҡлай-ҡапаҡлай, киоск артына әйҙәнеләр. Бөтәһе лә нимәлер һөйләй. Кемдер, ҡулымдан тотоп:
– Әйҙә, киләсәгеңде түкмәй-сәсмәй әйтеп бирәм! – ти.
– Күкрәгеңдә йылан йылытаһың. Иң яҡын әхирәтең яратҡан кешеңде үҙенә ҡаратыр, – ти икенсеһе.
– Затығыҙҙы ҡарғағандар. Шул ләғнәтте алмайынса, бәхетле була алмаҫһың… Өсөнсөһөнөң һүҙҙәре йөрәккә шом һала.
Быларҙың ярыша-ярыша нимәлер һөйләүенән, бер туҡтауһыҙ ҡапшауҙарынан тамам ҡурҡтым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин яҡынһың тыуған ил кеүекСалауат башҡорт дәүләт драма театры бинаһының тамаша залына ҡаланың шиғриәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәре генә түгел, тыуған төйәгебеҙ, милләт, тел өсөн борсолғандар ҙа йыйылды. Зыялыларыбыҙҙың саҡырыуы буйынса салауаттар менән осрашыуға Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев килде.
Йәнле әңгәмә барышында шәхестең ижадына һәм сәйәси эшмәкәрлегенә ҡарата төрлө һорау яуҙы залдан. Ҡала халҡы тап ошондай аралашыуҙы һағынған, шуға ла Рауил Бикбаевтың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уйнарбыҙ, беҙҙән ҡалмаҫ!..”Ҡояшлы сентябрь айында Өфөлә төрки телле театрҙарҙың V халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестиваленән алған тәьҫораттар әле лә һүрелмәгән. Ошо ҙур сараның Башҡортостан ерендә уҙыуы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының фестивалдә уңышлы сығыш яһауына шатланыу хисе ваҡыт үтеү менән арта ғына кеүек.
Фестивалдең иң тулҡынландырғыс өлөшө — уны асҡан көн — төрлө тарафтан килгән туғандаш халыҡтар театрҙарының тантаналы парады. Улар, оло мәртәбә менән үҙ республикаларының дәүләт флагын күтәреп, майҙандан үтте. Ана, ныҡлы, ышаныслы баҫып, Башҡортостаныбыҙ — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры вәкилдәре килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 886 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаяға мин ҡарап торам...ТОЙҒОН
* * *
Тояғында ут уйнатып сапҡан
Ел дә етмәҫ саптар аттармы?
Уралымды йырҙа гел данлаусы
Моңдан туймаҫ йырсы ҡарттармы?

Ел дә етмәҫ саптар аттарға беҙ:
— Толпар, — тибеҙ, — егет терәге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡариҙел һөтөнә ҡытлыҡ булмаясаҡХәҙер магазиндарҙа һөт ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ! Кәштәлә ҡатығы ла, ҡаймағы ла, эремсеге лә, майы ла тулып ята, хатта ҡымыҙы ла бар — әйҙә, һайлап һатып ал! Ауыл етештереүселәре йәрминкәләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, ҡала халҡын сифатлы һәм таҙа һөт ризығы менән ҡыуандыра.
“ТК Башагропром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел һөт заводы төбәкте генә түгел, республиканың күп кенә район-ҡалаларын үҙ продукцияһы менән тәьмин итә. 2006 йылда сафҡа ингән комбинатта тәүлегенә 10 тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Бында сеймалды ауыл хужалығы предприятиеларынан ҡабул итәләр. Тауары өсөн аҡса ваҡытында түләнгәс, етештереүселәр тап Ҡариҙел заводы менән хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлашып, аралашып йәшәү. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да изгерәк ҡиммәттәрҙең булыуы мөмкинме? Бер нисә айҙан Өфөлә башланасаҡ VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын спорт ярышы ғына түгел, ә үҙ-ара танышыу, илдәр араһындағы дуҫлыҡ ебен нығытыу сараһы тип баһалау ҙа кәрәктер.
Ошо көндәрҙә, уйындарҙың тәүге билдәһе итеп, «Халыҡ-ара сәләм эстафетаһы»на старт бирелде. Дуҫлыҡ сәләмен Өфөгә иң беренселәрҙән булып Канаданың Торонто ҡалаһынан Илдар Сәмерханов менән уның ҡустыһы Никита алып килде. Улар икеһе лә сығышы менән Өфөнән. Бөгөн Илдар — Канадалағы «Берлек» йәмғиәтенең иң егәрле ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйәүле ғәйепле икән...Юлдағы аварияла йәйәүле ғәйепле булһа, ватылған автомобилде йүнәтеү өсөн ул түләргә тейеш. Рәсәйҙең Конституция суды, зыян күргән йәйәүлегә компенсация тәғәйенләү тураһындағы эштәрҙең береһен ҡарағанда, ошондай ҡарар сығарған.
Бәлиғ булмаған Алексина Райм, тыйыу билдәһен инҡар итеп, юл аша сыға. Руль артында ултырған ҡатын, машинаһын туҡтатып өлгөрһә лә, ҡыҙҙы тапата. Алексина дауаханаға эләгә. Уның ата-әсәһе ҡуйған талаптарҙың барыһы ла үтәлә: страховка компанияһы дауаланыуға сығымды ҡаплай, автомобиль хужаһы ла зыян өсөн түләй. Боҙолған автомобилде йүнәтеүҙе страховка компанияһы үҙ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта ойошма ҡыҙҙың ата-әсәһенә дәғүә белдерә, сөнки аварияла тап Алексина ғәйепле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 461 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына