Ҡарға япһармайыҡ, яуапһыҙҙар ғәйеплеТәбиғәттең үҙ ҡанундары: әле генә ямғыр ҡойоп торһа, иртәгәһенә буранлап ҡар яуып ебәрмәҫ тимә. Бигерәк тә көҙ менән ҡышты тоташтырған ноябрь айында.
Был аҙнала республикала болотло көндәр тора, буранлап епшек ҡар яуа, тимер сымдарға бәҫ һырый, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Хәл тағы бер нисә көн дауам итәсәк, һауа температураһының йә бер аҙ күтәрелеүе, йә түбәнәйеүе (2 градус йылынан 5 градусҡаса һалҡын булыуы ихтимал) юлдағы хәлде ҡатмарлаштырасаҡ.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, әгәр мөмкин булһа, был көндәрҙә автомобиль менән йыраҡ юлға сығыуҙы кисектереп торорға, ҡуҙғалырға тура килгәндә, тулы техник әҙерлек үткәрергә (мәҫәлән, тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға), тиҙлек режимын боҙмаҫҡа кәңәш итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватан һуғышы тарихын яҡшы беләһегеҙме?Рәсәй тарихы йылы айҡанлы гәзитебеҙҙә яңы махсус рубрикалар асылды, ижади эштәргә “Ватан тарихы — халҡыбыҙ яҙмышы” конкурсы иғлан ителде. Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған яҙмалар ҙа йыш баҫыла.
Әгәр “Башҡортостан”ды даими уҡып барған булһағыҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап биреү бер ни тормаҫ. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына үткәрелгән викторинаға ике аҙнанан йомғаҡ яһаласаҡ. Яуаптарығыҙҙы оҙаҡ тотмағыҙ, почта аша йәки электрон адресҡа (bashgazet@mail.ru) ебәрә һалығыҙ. Еңеүселәргә — редакциянан иҫтәлекле бүләктәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1670 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтынсәс”ле Аҡъяр гүзәлеНаҙлап, инә ҡоштай ҡурсалап, өс бала тәрбиәләүсе хәстәрлекле әсә ул. Өлкән улы Арыҫланға – ун, уртансыһы Дәүләтшаға биш йәш, ә берҙән-бер ҡыҙғынаһы Сулпан яңы бер йәшен тултырҙы. Ара йыраҡ тип тормайынса, алыҫ Уренгойҙа көн иткән апаһы Айгөлгә, ҡустыһы Айнурға ҡарата иғтибарлы һәм улар менән бәйләнешен өҙмәй. Тормош иптәше Зөфәргә, яратҡан, ҡәҙерле кешеһенә, тоғро юлдаш, фекерҙәш. Фани донъянан иртәрәк китеп барған атаһы Зиннур Сабирйән улы хаҡындағы яҡты хәтирәләре — йөрәге түрендә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Сибайҙа төпләнгән әсәһе Сания Илһам ҡыҙын һаҡлап, уны ҡайғыртып йәшәй. Өҫтәүенә ул — тәүәккәлләп, Көньяҡ Уралда төп тәғәйенләнеше халыҡҡа хеҙмәт итеү булған бер нисә уңышлы йәмғиәтте төҙөгән эшҡыуар ҙа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 992 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул көндө Алевтина ҡыҙы Иринаны мәктәпкә оҙатты ла үҙе баҙарға китте. Сабыйы ҡайтыуға бүләк алып, өҫтәл әҙерләп торорға уйланы әсә. Ун йәш тула бит. Әхирәттәрен дә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Йыл да ҡыҙының байрамын үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырышалар. Әммә берҙән-беренең тыуған көнөн башҡаса уҙғара алмаясағы башына ла инеп сыҡманы уның. Йомошон теүәлләп, кәйефе күтәрелеп ҡайтырға сыҡҡан ҡатынды күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән иҫерек водитель бәрҙереп китте. Әсәнең ҡыҙына тип алған бүләге, аҙыҡ-түлеге юлға һибелде...
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылмайыу бүләк итәләрКәримовтар тәүлек әйләнәһенә дауалай
Ғалимдар иҫбатлауынса, ихлас йылмайыу тормоштағы күп мәсьәләне еңел йырып сығырға һәм уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Ләкин, тештәрең ҡаҡшаһа, ошондай көслө “ҡорал”дан мәхрүм булыуың, яҡындарыңа яҡты йөҙ күрһәтә алмауың да ихтимал. Был осраҡта Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Кәримовтарҙың клиникаһына рәхим итегеҙ! Улар һеҙгә күҙҙең яуын алырлыҡ йылмайыу бүләк итер.
“Каралл” йәмғиәте дүрт йыл эшләй. Пациенттар араһында Өфөнән һәм республиканың башҡа төбәктәренән килеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Халыҡты бындағы сағыштырмаса арзан хаҡтар, сифат һәм гарантия ҡыҙыҡтыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан”ды 50 йылдан ашыу алдырам, ләкин һуңғы ваҡытта гәзиттең һуңлап килеүе күңелде ҡыра, хатта аҙна-ун көнгә тотҡарланған мәлдәре лә йышайҙы”, – тип яҙғайны Сибайҙан Фәхрислам Байышев.
Был хатҡа “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Л. Шафиҡовтан түбәндәге яуапты алдыҡ:
“Гәзиттә баҫылған мәҡәлә буйынса тикшереү булды, Сибай почтамты етәкселегенең гәзит-журналды таратыу йәһәтенән һүлпәнлек күрһәтеүе асыҡланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
15 – 25 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа Иран сәнғәте көндәре үтә. Кисә М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалында Иран рәссамдары менән берлектә ойошторолған күргәҙмә асылды.
Әйткәндәй, был әһәмиәтле сара сиктәрендә Уралда һәм Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙың Октябрь революцияһына тиклемге яҙмаһын, сәнғәтен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимерйән РӘЖӘПОВ, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы рәйесе:
— Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яныбыҙҙа ғына лайыҡлы кешеләр йәшәүен онотабыҙ. Улар ҡала һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бындай кешеләрҙе башҡаларҙан Тыуған иленә мөхәббәт һәм йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү теләге айыра. Хәрби хәрәкәттәр һәм эске ҡораллы бәрелештәр ветерандары араһында ла лайыҡлы шәхестәр бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шакшаға күске килмәй...
— Һаумыһығыҙ. Беҙ Өфөләге Гоголь урамында урынлашҡан иҫке ағас йортта йәшәйбеҙ. Ул авария хәлендә тип табылды һәм оҙаҡламай емертелергә тейеш, беҙгә иһә яңы фатирҙар вәғәҙәләйҙәр. Күрше йорттағыларҙы күсерҙеләр ҙә инде. Әйтеүҙәренсә, уларға алмаш торлаҡты Шакша, Затон, Дим биҫтәләренән генә биргәндәр. Был дөрөҫмө? Әгәр минең ҡала үҙәгенән ситтә ятҡан биҫтәгә күскем килмәһә, улар мине көсләп сығарырға хоҡуҡлымы? Шулай уҡ күршеләребеҙ иркенерәк фатир эләкһен өсөн пропискаға сит кешеләрҙе ала башланы. Мутлашыуҙы белеп ҡалһалар, ниндәй яза янай?
Ком: 0 // Уҡынылар: 840 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сайт һәм скайп аша аралашаҠартлыҡта ла шатлыҡ бар, тибеҙ. Ғүмерҙең хаҡлы ялдағы өлөшөн мәғәнәле, йәнле һәм йәмле итеү һәр кемдең үҙенә бәйле икәнлеге бәхәсһеҙ. Быға Благовар районында көн күргән 66 йәшлек Лиза Раскопина миҫалында ла инандыҡ.
“Халыҡ университеты” программаһында ҡатнашып, компьютерҙа эш итергә өйрәнеүселәр араһынан кемдәрҙең заманса элемтә ярҙамында аралашыуы менән ҡыҙыҡһынғас, тәүләп Лиза Раскопинаны атанылар. “Компьютерҙы яҡшы белә, скайп аша ла аралаша, видеоға төшөрөү менән дә мауыға”, — тинеләр уның хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына