Яңы маҡсаттарға әйҙәйБашҡортостан етәкселеге төбәккә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләүен дауам итә. Республика йортондағы кисәге осрашыу был эштең һөҙөмтәле булыуын сираттағы тапҡыр дәлилләне: Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының “Honeywell International” күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһының Рәсәй, Үҙәк Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге президенты Гилсдорф Норман менән аралашты.
Сарала Башҡортостан менән корпорация араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
— Берлектәге эш уңышлы булыр тип ышанам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4800 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерен үҙ итәләрИҫке Балтас ауылында йәшәүсе Ксения менән Юлиан Шакировтарҙың өй эсе бәләкәй генә күргәҙмәне хәтерләтә: һәр бүлмәне тәбиғәт күренештәре cағылдырылған рәсем биҙәй. Хужабикә һүрәт төшөрөргә ярата икән. Ҡатынының был шөғөлөнә Юлиан да ғашиҡ, шуға ла уның эштәрен ағастан семәрләп эшләнгән рамдарға урынлаштырып, стенаға элеп ҡуйған.
– Ксенияның рәсемдәре магазинда һатылғандарҙан һис тә ҡалышмай, хатта сағыуыраҡ та, матурыраҡ та кеүек. Ул был шөғөлгә бала саҡтан әүәҫ. Оҫталығын күреп, күптәр уға заказ да бирә, – ти ғаилә башлығы.
Үҙ-ара татыу йәшәгән, уңған һәм һоҡланғыс Шакировтарҙы район үҙәгендә күптәр белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбештәр “Әхмәтшәриф”те хупланыӘбеш — Хәйбулла районындағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Бында берҙәм һәм сәмсел халыҡ йәшәй. Улар элек-электән диндар, иманлы. Совет власы осорона тиклем ауылда мәсет булған, был яҡҡа ебәрелгән Әхмәтшәриф исемле указлы мулла уҡымышлылығы менән халыҡты аң-белемгә өндәгән. Манараһы ҡолатылып, иман йорто клубҡа әйләндерелһә лә, әбештәр динде ташламаған. Әммә ауыл халҡы һикһән йылдан ашыу мәсетте тергеҙә алмаған.
Ауылдаштарының был теләген, ниһайәт, Сорғот ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рита Маннапова тормошҡа ашырған. Барлыҡ сығымды үҙ өҫтөнә алып, тыуған ауылында ни бары дүрт ай эсендә мәсет һалдырған ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәге яҡты усаҡРеспубликаның Cалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған яҙыусы Таңсулпан Fарипованың ижади эшмәкәрлеге һоҡланғыс. Тәүге хикәйәһенән башлап әҙибәнең ҡәләменән төшкән аѕыл һүҙҙәр тиѕтәләрсә йыл инде уҡыусы күңелен тетрәндерә, ҡабатланмаѕ хис-тойғо бүләк итә. Иң күләмле әѕәренең — “Бөйрәкәй” пенталогияһының да бер нисә йыл рәттән иң уҡымлы китаптар исемлегенән төшкәне юҡ. Халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, тәрән психологизм менән һуғарылған бай йөкмәткеле әѕәрҙәр бына шундай хаҡлы баһа ала килә.
Быларға өѕтәп, йәнә шуны әйтергә кәрәк: Т. Fарипова әҙәбиәт һөйөүселәр менән ихлас аралаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ғәлиәбаныу”ға һаман ғашиҡбыҙЭштән автобуста ҡайтып киләм. Йәнәш ултырған ике әбейҙең үҙ-ара һөйләшкәненә ҡолаҡ һалдым.
— Ҡарале, әхирәт, был тиклем дә ҡәбәхәттәр бар икән дә донъяла! Анау сәсрәп киткер Исмәғилде әйтәм. Яман әшәке әҙәм булып сыҡты.
— Ҡуй инде, ҡуй! — ти икенсеһе, ҡулдарын ян-яҡҡа һелтәп. — Был тиклем аҙымға нисек баҙнат итте икән, мәхлүк. Әллә иблис ҡотортҡан инде...
— Шулайҙыр ул. Бына шуны күрһәтергә ейәнемде лә алдым әле. Күрһен тим, исмаһам, фәһем булыр. Исмәғил кеүектәрҙең урыны — тамуҡта...
Был һөйләшеүҙе ишеткәс, йөрәк жыу итеп ҡалды. Ниндәй енәйәтсе хаҡында һүҙ бара икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1162 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Далан”лы АртурУның яҙмышы халыҡ булмышы менән тулыһынса уҡмашҡан. Башҡорт моңон үҙенә бала саҡтан һеңдереп үҫә был егет, һуңынан үҙе лә йырҙар ижад итә башлай. Уларҙы сәхнәлә дәртле, рухлы итеп халыҡҡа еткерә. Кем тураһында һүҙ бара тиһегеҙме? Әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағолов хаҡында!
Йырсы Ырымбур өлкәһендә тыуған. Бәләкәйҙән артист булырға хыялланыуы уны Өфө сәнғәт институтына килтерә лә инде. Уҡыу осоронда Артур Туҡтағолов талантлы, булдыҡлы егеттәр Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин менән берләшеп, республиканың йөҙөк ҡашы булып киткән легендар «Каруанһарай» төркөмөн ойошторалар. Был төркөм Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе иңләп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 946 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һағыныуҙарҙы һалып йырҙарға...Моңло тауышы, халыҡсан йырҙары, кешелек сифаттары менән күптәрҙе һоҡландырған Роза Аҡкучукова – сәхнәлә балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Билдәле йырсы үҙенсәлекле башҡарыу алымы менән тамашасы күңелен арбаған, бөгөн дә уның сығыштары көтөп алына. Башҡортостандың халыҡ артисы әле ниндәй ижади пландар солғанышында йәшәй икән? Ошо һорау менән йырсының үҙенә мөрәжәғәт итәйек.
– Роза апай, халыҡ һөйөүен яулау, тамашасы күңеленә юл ярыу күп көс, тырышлыҡ талап итә. Еңел булмаған һөнәр бала саҡтан килгән хыялығыҙмы?
– Эйе, мин бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Ауылға концерт килеүен ишетеү менән иң беренселәрҙән булып билет ала ла алғы рәткә ултыра инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙгәрештәр кем файҙаһына?Ун йыл һайын реформа үткәреү ҡаҙаныш түгел
Пенсия өлкәһендәге реформалар хәҙер хаҡлы ялдағыларҙы ғына түгел, тиҙҙән уларҙың сафын тулыландырасаҡ урта быуын вәкилдәрен дә, яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Әлегә яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күп, сөнки пенсия системаһының 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы һәр кемдең күңелендә хәүеф тойғоһо уята.
Борсолоу урынлымы? Ошо һорауға яуапты иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА менән бергәләп эҙләнек.
— Гөлнара Вәхит ҡыҙы, Пенсия системаһының үҫеш стратегияһын яҡшы өйрәнгән, “йомшаҡ”лыҡтарын һиҙгер тойған белгес булараҡ, проекттың үҙегеҙҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған төп идеялары хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат музыка колледжында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “Халыҡ ижады шишмәләре” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Унда халыҡ ижадын өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды. Сарала билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, илебеҙҙең төрлө төбәгенән ижади коллективтар, бейеү ансамблдәре лә ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда “1812 йыл” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Салауат ҡалаһы йәмәғәтселеге исеменән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ишбулат Иҫәнбаев тәбрикләү сәләмен еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмертау яҙыусылар ойошмаһы 1996 йылда ойошторолдо. Әле унда 31 кеше ижад менән әүҙем шөғөлләнә, шуларҙың дүртәүһе — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, дүртәүһе “Санкт-Петербург“ яҙыусылар берлеге ағзаһы. Төрлө йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһында үткәрелгән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә ете шағирыбыҙ лауреат йәки еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Арабыҙҙа өс әҙәби премия лауреаты бар.
15 йыл эсендә Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының 58 китабы баҫылып сыҡты, шуларҙың ун бише — республиканың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 842 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына