
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡалала кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан мәхрүм итмәҫ өсөн байтаҡ эш башҡарылды, һөҙөмтәлә өҫтәмә 300
самаһы урын булдырылды. Бынан тыш, 200-ләп бала ярты көнөн тиңдәштәре менән үткәреү мөмкинлегенә эйә.
— Әлбиттә, был ғына тотош мәсьәләне хәл итмәй, — ти Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин. — Әле алты меңгә яҡын ғаилә сиратта тора. Киләсәктә тағы ла биш балалар баҡсаһы төҙөү күҙаллана, тиҙҙән 27-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы яңыртыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 793 тапҡыр // Тотош уҡырға