Нажар – кейәүҙән, Боғҙан килендән уңған– Ауылда йәшәгәс, һыйырҙан айырмаһын инде. Әле бөгөн төндә берәүһе быҙауланы, имен-һау ҡотолдо былай, – тип ҡаршыланы беҙҙе хужабикә Линария Шәйнурова. – Мал-тыуарһыҙ, ай-һай, нисек көн итмәк кәрәк?
Ысынлап та, ауыл ерендә мал аҫрамаған ғаилә һирәк осрай – һәр кем ит-һөткә мохтажлыҡ күрмәҫкә тырыша. Күптәр бөгөн ҡураһында хатта өс-дүрт баш һыйыр тота, уның араһында һарығы ла, кәзәһе лә бар. Ҡош-ҡорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Халыҡ үҙенән артып ҡалған ағын баҙарға сығара, уны аҡсаға әйләндереп, балаларын уҡыта, кейендерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишбулдыларға кем иш булыр?Ысын дуҫ ауыр саҡта һынала, тигәндәре раҫ шул — Әбйәлил районының Ишбулды урта мәктәбе коллективы был юлы ла гәзитебеҙгә дәррәү яҙылды.
Алдынғы белем усағында сифатлы белемгә ынтылыш менән бер рәттән уҡыусыларҙың сәләмәт тормошона ҙур иғтибар бүленә. Бында оҙаҡ йылдар милли көрәш секцияһы уңышлы эшләй, балалар шулай уҡ шахмат, волейбол, теннис түңәрәктәрендә ихлас шөғөлләнә. Спорттың был төрҙәре буйынса ишбулдылар районда йыл да беренселекте яулай. Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Өлфәт Шөғөров — мәктәптең оло ғорурлығы. Юғары категориялы педагог Айрат Хәлисов ағастан юнып, семәрләп яһаған эштәре менән республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәлелек яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәшер итеүҙең изге йолаларын һаҡлайӨфө полиграфия комбинатына 1922 йылдың 8 ноябрендә нигеҙ һалына. “Октябрьский натиск” дәүләт республика типолитографияһы, күп тә үтмәй, илдәге иң яҡшы полиграфия предприятиеларының береһенә әүерелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бында гәзит, журнал, китап, листовка баҫыуҙы дауам итәләр. Рәсәйҙән һәм Украинанан эвакуацияланған ғалимдар һәм яҙыусылар өсөн был типография ысын мәғәнәһендә полиграфия базаһына әүерелә. 1962 йылда “Октябрьский натиск” Өфө полиграфия комбинаты итеп үҙгәртелә. Һуңыраҡ ул республика ҡарамағындағы дәүләт унитар предприятиеһы статусына эйә була, ауыр иҡтисади шарттарҙа эшен дауам итеп кенә ҡалмай, нәшер итеүҙең иң яҡшы йолаларын һаҡлап ҡалып, илдәге иң ҙур комбинаттарҙың береһенә әүерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмереңде оҙайтам тиһәң...Кешелек быуаттар буйы үлемһеҙлек эликсиры уйлап табырға хыяллана. Был турала күп фильм төшөрөлгән, тиҫтәләрсә китап яҙылған.
Ә бына ғалимдар ғүмерҙе оҙайтыусы ла, йәм өҫтәүсе лә ябай ғына бер ысул тәҡдим итә. Ул — һәр ваҡыт йылмайып йөрөү һәм көнөнә 10-15 минут рәхәтләнеп көлөү. Әлбиттә, был үлемһеҙлеккә килтермәй, әммә күңелде күтәрә һәм ғүмер сәғәттәре лә өҫтәй.
Башҡорт дәүләт филармонияһында бына күп йылдар күңелле ял сәғәттәре бүләк итеүсе “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада төркөмө эшләп килә. Ул үҙенең шаян интермедиялары, эс ҡатырғыс пародиялары менән тиҙ арала тамашасы һөйөүен яулап алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортса ғына һөйләйәсәк!Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 24 ноябрҙә фәҡәт башҡортса тапшырыуҙар күрһәтәсәк. Шәмбе булыуға ҡарамаҫтан, эфирға сығасаҡ “Сәләм” тапшырыуы студияһына ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова менән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе уҡыусы Йәмил Намаҙбаев саҡырылған. Башҡорт телен өйрәнгән Америка гражданы Ленси Пигей тураһында яҙма айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Яҙыусы һәм журналист Мөнир Ҡунафин ҡатнашҡан “Бәхетнамә” тапшырыуында ғаиләлә баланы тәрбиәләүҙә туған телдең әһәмиәте хаҡында һүҙ бара.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә тура эфирҙа — “Тамыр” балалар студияһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 882 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атаһының эшен дауам итәАтанан күргән — уҡ юнған, тигәндәре бигерәк раҫ. Мәктәпте тамамлағас, Вадим Тажмөхәмәтов һис икеләнмәйенсә аграр университеттың агрономия факультетына уҡырға инә, сөнки атаһы Хәмит Арин улы ла ғүмерен ауыл хужалығына арнаған — йәш саҡта агроном булараҡ хеҙмәт юлын башлап, аҙаҡ парторг, унан инде Ейәнсура районының “Инәк” совхозы директоры йөгөн тартҡан. Күрәһең, уның совхоз эше тип янып-көйөп йәшәүе улы өсөн эҙһеҙ үтмәгән.
Һуңғы курстарҙа Вадим практиканы атаһы етәкселек иткән хужалыҡта үтә. Университетта яҙған диплом эше лә нәҡ “Инәк” совхозы баҫыуҙарының уңдырышлылығын күтәреү ысулдарына арнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имен ғаилә — ил терәгеҠалабыҙҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Йәш ғаилә” конкурсы үтте. Сара хакимиәттең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан ойошторолдо.
— Был бәйге ғаиләләргә үҙ һәләтен күрһәтеү, милли йолаларҙы тергеҙеү мөмкинлеген бирә, — тине, сараны асып, ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов.
Әйткәндәй, күптән түгел Салауатта йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сиратта торған йәнә 30 йәш пар торлаҡ сертификаты алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәрби-Һауа көстәренә – 100 йыл. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән махсус юбилей миҙалы булдырылды. Өфөләге Конгресс-холда үткән тантанала республикабыҙҙа Ҡораллы Көстәрҙең аэро-космик тармағы үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә ошондай награда тапшырылды.
Борон-борондан кеше күккә осоу, Йыһанды айҡау хыялы менән янған, йылдар, быуаттар буйы ошо ниәтен бойомға ашырырға тырышҡан. Үҙенең аҡылы, көсө менән Йыһан киңлеген буйһондорған да.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу бара. Бөгөндән үк “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйырға ашығығыҙ, дуҫтар! Редакция уҡыусыларға матур бүләктәр ебәреүен дауам итә.
Беҙгә квитанция күсермәһен һалып ебәргәндәр “Башҡортса дини календарь” ала башланы ла инде. Унан тыш, декабрь аҙағында ошо уҡ квитанциялар буйынса йәрәбә менән бүләктәр уйнатыласаҡ. Бүләктәр тос: сәй сервизы, картина һәм электр техникаһы — бырау, үтек, сәйнүк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Декабрҙең икенсе шәмбеһенән Өфөлә ит йәрминкәләре башланасаҡ. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин матбуғат конференцияһында ошо хаҡта хәбәр итте.
— Ауыл хужалығы етештереүселәрен, фермерҙарҙы сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тине ул. — Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренең төп өлөшө 15 сентябрҙән 28 октябргә тиклем ҡалалағы 17 майҙанда үтте, унда республиканың 40-тан ашыу районы ҡатнашты, 24-е ылау ебәрҙе. Йәрминкәләргә 250 мең самаһы кеше килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына