Леп-леп-леп! Талғын ғына сағыу япраҡтар ергә ҡойола. Тәбиғәттең илаһи бер мәле — "әбейҙәр сыуағы". Ни өсөн был мәл шулай тип атала һуң? Уйланғанығыҙ бармы?
...Әбейҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр. Ниндәй йомарт, изге күңелле кешеләр һеҙ. Минең дә шундай матур өләсәйҙәрем бар. Атайым менән әсәйемә ғүмер бүләк иткән, ейән-ейәнсәрҙәрен һағынып, өҙөлөп көтөп торған изге күңелле һөйөклөләрем Башҡортостандың иң матур ерендә — саф һыулы Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Ишембай районының Әхмәр ауылында йәшәй.
Ком: 24 // Уҡынылар: 3761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуланғанды һаҡлау ауырыраҡЛондонда үткән XIV Йәйге паралимпиада уйындарында рәсәйҙәр яулаған 36 алтын миҙалдың 12-һе беҙҙекеләр өлөшөнә тура килеүе билдәле.
Бығаса гелән Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй Паралимпия йыйылышының быйыл тап Өфөгә күсерелеүе беҙҙекеләрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеүҙән ғибәрәт. Кисә баш ҡалабыҙҙа үткән ошо сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 60-тан ашыу делегат килде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев йыйылышта республикала спортты үҫтереүгә, балаларҙы, йәштәрҙе һау-сәләмәт тормош өлгөһөндә тәрбиәләү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылыуы хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дини мәғлүмәт көтәбеҙ...Бала саҡтан “Башҡортостан” гәзитен уҡыйым. Атайым “Совет Башҡортостаны”н ғүмере буйы алдырҙы. “Башҡортостан” — уның лайыҡлы дауамы. Үҙем тәүҙә “Йома”ны ғына алдыра инем. Баҫманың һәр һанын яратып уҡыйым, шуныһы йәл, көн һайын түгел, өс-дүртәрҙе йыйып килтерәләр. Әммә был күренеш күңелемә ятҡан баҫмамдан айыра алмай.
Мин мәктәптә VIII класҡа ҡәҙәр башҡортса уҡыным, һуңынан IX-XI кластарҙа урыҫса дауам иттем. Бала саҡтан башҡорт теленә ғашиҡмын, матур итеп әсәй телендә һөйләшкем килә. Был теләккә хәҙерге заманда өлгәшергә була, сөнки Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарайбыҙ, әлхәмдүлиллә, халҡым йырҙарын йотлоғоп тыңлайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе — далала, күңеле — УралдаЙыш иғтибар итәм: сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күпселеге энергияһы ташып тороуы, үҙ-үҙенә ышаныуы һәм көслө рухлы булыуы менән айырылып тора. Яңы танышым Урал Аҙнабаев менән аралашҡанда быға сираттағы тапҡыр инандым. Уның менән Интернеттағы скайп аша ғына һөйләшһәк тә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән егет эске булмышы менән күңелде арбаны.
Башҡортостандан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған телен онотмай Урал. Ул — Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында ойошторолған “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе, “Башҡортостан-Ҡаҙағстан” сауҙа йорто директоры ла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 964 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрендә моң йәшәйБаш ҡалабыҙҙа IV Бөтә Рәсәй ым-ишара йырҙар конкурсының гала-концерты булды. Унда 56 төбәктән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. Конкурс 2012 йылдың ғинуарынан октябренә тиклем өс этапта үтте. Йыл башында – төбәктәрҙә, ә апрелдә Улан-Удэ, Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙғарылды. Өфөгә иһә конкурсанттарҙың иң яҡшылары йыйылды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, конкурсанттарҙы тәбрикләп, республика Президентының сәләмен еткерҙе:
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...Аҡса эшләү урыны түгел
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, күптән көтә инек. Буранлап торғас, килмәй ҡуйырҙармы икән тиеберәк тә уйлағайныҡ. Юл бигерәк насар бит.
Юлыҡ урта мәктәбендә беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Бер аҙ һөйләшеп, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу менән ҡыҙыҡһынғас, уҡытыусылар бүлмәһе йәнләнеп китте.
– Яҙылып та ваҡытында алып булмай. Һандарын теүәл килтермәйҙәр.
– Ауылда почтальон әллә аҙна һайын алмашына тигәндәй. Хатта ҡайһы ваҡыт кем эшләгәнен дә белеп булмай: бөгөн – берәү, иртәгә – икенсеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөтһөҙлөккә бирелергә ваҡыттары юҡУҙған быуаттың һикһәненсе йылдар башында нигеҙ һалынған Ағиҙел ҡалаһын республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән йәш төҙөүселәр күтәрҙе. Атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғас та, халыҡтың байтаҡ өлөшө, ситкә китмәй, ҡалала төпләнде. Туҡһанынсы йылдар башында Ағиҙелде иҡтисади уңайлыҡтар биләмәһе итеү фәҡирлек сигенә еткән ҡалаға яңы һулыш өрҙө, бында эшҡыуарлыҡ үҫешенә мөмкинлек тыуҙы, һалымдан азат ителгән бәләкәй предприятиелар барлыҡҡа килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бахыр булмаһаҡ, телебеҙ ҙә бөтмәҫОшо көндәрҙә Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышында төбәк ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев сығышында эскелектең киң тамыр йәйеүенең милли геноцидҡа алып барыуы тураһында һөйләне.
— Ата-әсәләре булып та етем ҡалған балаларҙың артыуына ла алкоголь сәбәпсе. Эскелеккә ҡаршы көрәштә Әбйәлил районының Буранғол ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге үрнәк булып тора, уларҙың тәжрибәһенә таянып, беҙгә лә «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылырға кәрәк, — тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулланыу даирәһе ғаилә кимәлендә генә ҡалһа ла, Ырымбур башҡорттары үҙ телен онотмай. Әлегә...
Башҡорт теленең бөгөнгө торошо бөтә йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙең береһе булыуы бәхәсһеҙ. Телде һаҡлап ҡалыу, уны артабан үҫтереү тураһында уйлағанда, иң беренсе ябай халыҡ теле, һөйләше, йәғни башҡорт теленең диалекттары, уның үҙенсәлектәре лә мөһим урын биләй. Ҙур йылғаларҙы шишмәләр тулыландырып торған кеүек, башҡорт һөйләштәренең әҙәби телебеҙҙе һәр саҡ байытып тороуын иҫәпкә алғанда, уларҙы ентекле өйрәнеү кәрәклеге тағы ла мөһимләшә. Оло быуын вәкилдәре менән бергә, телебеҙҙең гәүһәрҙәре лә беҙҙе ташлап китеүе үкенесле күренеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдыбай һөнәрселек лицейында район башҡорттарының сираттағы ҡоролтайы үтте. Ауылдарҙан йыйылған делегаттарҙы Илфат Моталлапов менән Илшат Алғошаевтар йырлы-моңло сәләмдәре менән ҡаршылағандан һуң район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «Ауыл уттары» гәзитенең баш мөхәррире Ильяс Таҡалов башҡарылған эште барланы, тарихи ваҡиғаларға туҡталды, бурыстарҙы билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1178 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына