Беҙгә игенсене лә, президентты ла бүләк итеүсе“Донъяла иң матуры кем? Ә иң аҡыллыһы? Әлбиттә, иң яғымлыһы ла, наҙлыһы ла — әсәйҙәр!” — тип сәләмләне республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән байрам тантанаһына йыйылған нәфис заттарҙы дәртле ҡыҙ һәм шуҡ малайҙар. Конгресс-холл сәхнәһенән төрлө телдә яңғыраған йылы һүҙҙәр бер кемде лә тәьҫирләндермәй ҡалманы.
Төбәгебеҙҙең иң аҫыл, оло хөрмәткә лайыҡлы әсәләрен байрам менән ҡотларға республика Президентының килеүе тантананың мәртәбәһен, бәҫен тағы ла күтәрҙе.
— Минең өсөн бик яуаплы көн бөгөн. Әсәйҙәр менән осрашҡанда тулҡынланмау һис мөмкин түгел. Был күркәм байрам һәммәбеҙҙе берләштерҙе. Бөтә яҡшы башланғыстарҙың сығанағы ла, инеше лә — Һеҙ, хөрмәтле әсәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетле ғаиләләр һанын нисек арттырырға?Әсә көнөн билдәләмәгән бер генә ил дә юҡтыр, моғайын. Ә Рәсәйҙә ул сағыштырмаса яңыраҡ рәсми байрам булараҡ иғлан ителде. Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе әсә хеҙмәтенә, мәңгелек ҡиммәттәргә, ҡояштан да ҡайнар, диңгеҙҙәрҙән дә тәрән әсә мөхәббәтенә оло рәхмәт һүҙе менән ауаздаш.
Әсә — һәр кемдең тормошонда яҡты эҙ, матур хәтирәләр ҡалдырған, ҡәҙерле һәм яҡын кешеләре өсөн утҡа-һыуға инер изге йән эйәһе. Уға бөгөн ниндәй генә йылы һүҙҙәр әйтелһә лә, аҙ булыр төҫлө. Ошо күркәм байрам алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә ҒҮМӘРОВА менән осрашыуҙа һүҙ республикабыҙҙа әсәләргә, ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам, ихтирам һәм иғтибар тураһында барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл тормошо уға ят түгел“Яҡты хыял менән йәшәргә, үҙеңә ышанырға кәрәк!” Тормошҡа ошондай ыңғай ҡарашта Өфө һылыуы Элина Кирәева. Күптән түгел ул, “Рәсәй гүзәле-2012” бәйгеһендә еңеү яулап, көҙҙөң һуңғы моңһоу көндәрен “йылмайтып” ебәрҙе, матурлыҡтың көсөнә тағы бер инандырҙы.
25 йәшлек Элина Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, инглиз теленән тәржемә итеү буйынса белемгә лә эйә. Һәр яҡлап үҫешкә ынтылған ҡыҙ шулай уҡ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, фитнесты үҙ итә.
Элинаның һеңлеһе Альбинаны ла халыҡ “гүзәллек өлгөһө” тип белә: ул 2007 йылда “Мисс-Өфө” исемен алды, 2008 йылда иһә Рәсәйҙең беренсе йәш һылыуҡайы булып танылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бында йөрәклеләр эшләй“Ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡым юҡ”, — ти Гөлшат
Бала ҡыуанысынан да олораҡ бәхет бармы донъя йөҙөндә? Бала көйөнөсөнән дә әсерәге, үҙәккә үткәне, әрнеткәне лә юҡтыр ғүмер юлында... Әсәнең бар хәстәре һәм хистәре, мөхәббәте һәм хеҙмәте йөрәк ярып яралған сабыйына йүнәлтелеүе — үҙе бер һоҡланғыс, баһалап бөткөһөҙ күренеш. Һеҙҙе таныштырасаҡ бөгөнгө геройыбыҙ тап ошондай тынғыһыҙ йөрәкле, йомарт күңелле, изгелекле әсәләр араһында бер тере һыу тамсыһылай.
Гөлшат — бәхетле ҡатын. Бына тигән хәстәрлекле ире, алмалай улы һәм ҡыҙы, яратҡан эше, етеш донъяһы бар. Көтөп алған өсөнсө сабыйҙары донъяға килгәс, әсәнең ҡорған пландары, уй-хыялдары, йәшәү ҡанундары башҡа ҡиммәттәр менән алмашына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр саҡ балҡып йәшәһен!Һөйә-һөйә иркәләп,
Уята шул әсәйем.
Булғас шундай әсәйем,
Бик тә рәхәт йәшәйем.

Ҡушҡандарын тыңлайым,
Ҡыуандырып үҙен дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ергә тәүге ҡар яуа. Йондоҙҙармы ни! Тирә-яҡ ап-аҡ мамыҡ менән ҡапланғандай булды — шундай матур! Һауаның сафлығынан тын алыуы ла рәхәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ Уралға ике аяҡлы бүреләр ҡайҙан килә?

Ауылда йәшәүселәр күпләп мал тотоп, ниһайәт, табыш ала башланы: кемдер ит һата, икенсеһе — май-ҡоротон. Ысынлап та, ауыл кешеһенә был — йәшәү сығанағы. Әммә көҙ етеү менән мал урлаусылар күбәйә. Ҡарҙың һуң яуыуы ла сәбәпсе быға. Ҡоролоҡ арҡаһында самалы ғына әҙерләнгән бесәнен йәлләп, үлән барҙа хужалар малын ҡырға сығарырға тырыша бит. Ә мал урлаусыларға шул ғына кәрәк тә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ ҡала Советы Изотов Алексей Николаевичты контракт буйынса Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләргә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә үткән матбуғат конференцияһында компанияның директорҙар советы ағзалары ил, республика һәм ҡала кимәлендәге киң мәғлүмәт саралары журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Стәрлетамаҡ предприятиеһын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды.
Белгестәр билдәләүенсә, Шәкетауҙағы запас 2019 йылдың мартына тиклем етәсәк. Әле тағы өс сеймал сығанағын — Йөрәктау, Торатау һәм Ҡаран ятҡылыҡтарын — үҙләштереү күҙ уңында тотола. Әлегә тиклем геология-разведкалау эштәре үткәрелмәгән, сеймалдың аныҡ тупламы, уның сифаты билдәләнмәгән, шуға күрә ҡайһы сығанаҡтың иң ҡулай икәнлеге хаҡында һүҙ алып барырға иртәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү буйынса Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан мәсьәләне әүҙем хәл иткән төбәктәр иҫәбендә билдәләнде.
— Бындай төбәктәр етәкселәренә әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Ысынлап та, етди алға китеш күҙәтелә. Иваново өлкәһендә, Башҡортостанда йылдам үҫеш һиҙелә, Кемерово өлкәһендә ҙур эш алып барыла, — тине Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов.
Быйыл Башҡортостанда 1755 урынлыҡ 13 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына