Яңы ҡанундар әхлаҡ ҡануниәтенә ярашлымы?Ышаныстар һәм борсолоуҙар
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе


Әҙәм балаһы бер ваҡытта ла һил генә йәшәмәгән. Һәр дәүер ҡабатланмаҫ табыштары һәм юғалтыуҙары, асыштары һәм хаталары менән килә. Шуға ла һәр заман кешеһе үҙе йәшәгән осорҙо иң ҡатмарлы йылдар тип һанаған. Беҙ ҙә бөгөн шундай фекерҙәбеҙ.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр әле хәл ителмәһә, улар киләсәктә тағы ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Ә асыҡ яуап талап иткән ҡәтғи һорауҙар кәмемәй, арта ғына.иттә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1553 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шайморатовсылар” батыр исеменә тап төшөрмәҫОшо көндәрҙә бик ҡыуаныслы яңылыҡ мәғлүм булды: ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отрядына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелде. Арҙаҡлы яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен юллау өсөн акция барған осорҙа һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеү күптәрҙе шатландырғандыр. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡаһарман комдивтың исемен иң юғары даирәлә лә беләләр.
Өфө янында урынлашҡан махсус тәғәйенләнештәге отряд, йәш булыуына ҡарамаҫтан (2006 йылда булдырылған), илдең “ҡыҙыл берет”тары араһында лайыҡлы урын яулап өлгөргән. Уның тарафынан үтәлгән бурыстар үтә яуаплы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 802 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышан: киләсәктә беҙҙе Еңеүҙәр көтә!Рәшит Зәйнуллиндың тәүге китабы, ҡулъяҙма хәлендә йәш шағирҙарҙың 2009 йылдың майында Учалы ҡалаһында уҙғарылған республика семинарында тикшереүгә ҡуйылып, ыңғай баһа алды.
“Хыял иле” тип атаған йәш шағир үҙенең беренсе йыйынтығын. Был атамаға ул, әлбиттә, киң мәғәнә һалған: хыялһыҙ тормош күңелһеҙ, хатта мәғәнәһеҙ йәшәүҙер. Хыял кешене ҡанатлы ла итә, маҡсатҡа әйҙәй, киләсәккә өмөтләндерә.
Рәшит шиғырҙары аша уҡыусыны үҙенең хыял иленә саҡыра, үҙе уйлап тапҡан хыялдары менән ярһып, шашып, ысынбарлыҡтан билдәһеҙ мөхиткә — донъя асылдарына үтергә теләй, шул стихияны ҡанатлы һүҙ, тилбер образдар менән һынландыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 887 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгиз Сәмиғуллинға ышаныс белдерҙеләрШаран район Советының 27 ноябрҙә үткән ултырышында хакимиәт башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Муниципаль район Советы конкурс йомғаҡтарына ярашлы Сәмиғуллин Илгиз Мәғдән улын контракт буйынса Шаран районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ергә һөйөү билдәһеРим ағай Янғужин менән яҡынданыраҡ танышыуым “Йәшлек” гәзитендә эшләп йөрөгәндә булды. 1992 йыл. “Башҡортостан” уның башҡорт ырыуҙары тураһында бай мәғлүмәтле мәҡәләләрен даими биреп барғайны. Күптәр хатта уларҙы ҡырҡып алып, үҙҙәренең шәжәрә ҡумтаһына һалып та ҡуйҙы. Ошо уҡ эште беҙ йәштәр баҫмаһында дауам итергә булдыҡ, тик өс йылдан ашыу ваҡыт үткәс һәм гәзиттең үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Ҡойон” махсус битендә.
Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ
Рим ағайға шул үтенесте белдереп шылтыратам, сөнки, нимә генә тимә, беренсенән, авторҙың ризалығын алырға кәрәк, икенсенән, мәҡәләләрҙе ҡыҫҡартып әҙерләргә иҫәп тотам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтөп алынған хеҙмәтЗ. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә ҙур тираж менән филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт диалектологияһы” тигән уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыҡты.
Хеҙмәт монографик планда яҙылған һәм ғәйәт ентекле эшләнгән инеш өлөштән, йәнә “Башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәре” тигән төп бүлектән тора. Автор башта диалект, һөйләш, һөйләшсә, һөйләштәр төркөмө кеүек төшөнсәләргә аңлатма бирә, диалектология фәненең тикшереү объектына, бурыстары һәм маҡсаттарына, диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе өйрәнеүҙең әһәмиәтенә, башҡорт теленең диалекттарын асыҡлауҙың тарихына һәм уны классификациялау мәсьәләләренә туҡталып үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1847 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йорттарыбыҙ ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай”Ауыл ерендә социаль-иҡтисади хәл ифрат ҡатмарлы заманда Күгәрсен районы тотороҡло эшләп килгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, эшҡыуарҙары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән бер башҡа айырылып тора тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Төрлө өлкәлә уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Энергия” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Электро+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһе, “Ҡырағай ҡорт балы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Николаев” шәхси предприятиеһы, Альбина Вәлиеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы, Ләлә Фәтҡуллинаның крәҫтиән хужалығы һәм башҡалар күтәрә төбәктең бәҫен. Халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә, һәр төрлө хәйриә сараларында иң әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларҙан һанала улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыраһын моңло сазың!Ғалим, музыка белгесе, композитор, йырсы Риф Сөләймәнов 40 йылдан ашыу инде халыҡ йырҙарын йыйыу, уларҙы нотаға һалыу, башҡарыу, тарихын өйрәнеү кеүек үтә лә мауыҡтырғыс хеҙмәт менән шөғөлләнә. Был һөнәрҙең ҡиммәтен, уның башҡорт сәнғәтен үҫтереүҙәге юғары бурысын ҡабатлап әйтеп тороуҙың, бәлки, кәрәге лә юҡтыр, сөнки халыҡ йырҙары кеүек бөйөк рухи байлыҡты ябай һүҙҙәр менән генә баһалап еткереп булмай. Уны аңлау, йөрәгең менән ҡабул итә белеү өсөн, моғайын, бала саҡтан уҡ ошо моңдо көн дә ишетеп, күңелеңә һеңдереп йәшәү бәхете зарурҙыр. Ә Риф Сафа улын ошо бәхет тыуғансы уҡ көтөп торған. Йәғни ул үҫкән мөхит шундай: ата-әсәһе, бер туған ағаһы йыр-моңға бай, уларҙы оҫта башҡарыусы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр замандың үҙ “Робинзон”ыМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөйөк урыҫ яҙыусыһы Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы булды. Режиссеры — театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов.

Кешелекте йәшәткән мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында был әҫәр. Пьесала “аҡ” менән “ҡара”ның мәңгелек көрәше, йәмғиәттә кешеләр араһындағы мөнәсәбәт юғары художество кимәлендә һәм аңлайышлы бирелгән. Шуға күрә үҙенең затлы асылын быуаттар дауамында юғалтмай, бөгөн дә режиссерҙарҙың иғтибарын үҙенә тарта “Бирнәһеҙ ҡыҙ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйәүле...

Был донъяла беҙ үткенсе генә,
Был донъяла беҙ бер йәйәүле,
Был донъя яратмай үтенгәнде,
Ул яратмай һыҡтау-йәлләүҙе...
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына