Пенсия өлкәһендә реформалар барыуына нисәмә йыл үтте, юғары трибуналарҙан күпме вәғәҙә, өмөтләндергес һүҙҙәр әйтелде. Әле бына 2030 йылға тиклемге пенсия системаһының үҫеш стратегияһы менән таныша башлағас, күңелдә икеләнеү, хатта хәүефләнеү тойғолары барлыҡҡа килде.
Һүҙ ҙә юҡ, девизы иҫ киткес шәп: “Лайыҡлы пенсия: тигеҙ хоҡуҡтар; яңы мөмкинлектәр”. “Тигеҙ хоҡуҡтар” төшөнсәһе үҙе үк халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Кемдер 5-8 мең һум эш хаҡына көн күргәндә, бәғзе берәүҙәр 100-200 мең һум эш хаҡы йә унан да артығыраҡ алғанда ниндәй тиң хоҡуҡлылыҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин! Пенсияның күләме лә тап ошо эш хаҡына бәйле буласаҡ бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 869 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуҙың 147 йыллығы билдәләнә.
Республикала байрамдың күркәм йолаһы ла бар: Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәтендә һөнәри юлын башлап тороусылар Өфөгә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына, тантаналы ант биреү сараһына йыйыла.
Идаралыҡ етәксеһе Зариф Байғусҡаров хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларҙың үҙ бурысын намыҫ менән башҡарыуын теләне. Ул суд приставтарына өс төп сифат хас булырға тейеш тип билдәләне: ғәҙеллек, әҙәплелек һәм принципиаллек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында
2003 йылдың 14 мартындағы “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатының статусы тураһында”ғы 479-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы беренсе киҫәктең “а” пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарар итә:
1. Бер мандатлы 28-се Отрада һайлау округы буйынса һайланған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙының вәкәләттәрен 2012 йылдың 24 октябренән — ваҡытынан алда туҡтатырға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашты. Һүҙ башҡарма власть органдарындағы реформа, яңы етәкселәр алдына ҡуйылған өҫтөнлөклө бурыстар, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерләнеүҙең төп этаптары хаҡында барҙы.
Һөйләшеү барышында Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Хөкүмәте ағзаларын тәғәйенләгәндә ниндәй талаптарға таяныуын аңлатты. Яңы Хөкүмәттең төп маҡсаты – инвестициялар йәлеп итеү, төбәк сәйәсәтен алып барыу, IT-индустрияны үҫтереү һәм электрон белемде арттырыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙер аҙым һайын супермаркет эшләй. Үҙең теләгән әйберҙе һайлап алырға була. Тик һатып алыусыларҙы йыш ҡына алдарға тырышалар. Шуға күрә ябай ғына кәңәштәребеҙ файҙалы булыр.
“Магазин әйберҙәрегеҙҙең юғалыу-юғалмауы өсөн яуаплы түгел” тигән яҙыу торған йәшниктә ҡиммәтле әйберҙәр ҡалдырып китеү, кәм тигәндә, алйотлоҡ. Әммә залға сумка менән үтеп, бер-бер хәл килеп сыҡһа, супермаркет һаҡсылары йәки полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуға ла әҙер булығыҙ. Сумкағыҙ төбөндә чекһыҙ ятҡан һағыҙ йәки шоколадтың ҡайҙан килеп сығыуын аңлатыу еңел түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
31 октябрҙә республиканың 20 муниципаль районында урындағы Советтарҙың ойоштороу ултырыштары үтте.
Әбйәлил районында Совет рәйесе итеп “Башавтодор” йәмғиәтенең юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Рәжәпов Мирхәт Зиннәт улы һайланды. Район хакимиәте башлығы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Сыңғыҙов Рим Һатыбал улы Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Әлшәй районында Совет рәйесе итеп Раевка ауылы гимназияһы директоры Колеганов Сергей Николаевич һайланды, хакимиәт башлығының вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Мостафин Дамир Радик улы башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған аҙна аҙағында «Гражданлыҡ платформаһы» лидеры Михаил Прохоров партияһының ойоштороу съезында бик етди темаға ҡағылды. Уның уйынса, Рәсәйҙең Конституцияһын үҙгәртеп, милли республикаларҙы бөтөрөргә кәрәк. Күп милләтле Рәсәй өсөн милли мәсьәләгә ҡағылып һәм бигерәк тә бөтә ил алдында сығыш яһау алдынан тәүҙә ете ҡат уйларға һәм бер ҡабат киҫергә, киҫер алдынан да был аҙымдың нимәгә килтеререн күҙалларға кәрәк. Улайһа был фиғел малай-шалайҙың дары мискәһе өҫтөндә ут менән уйнауын хәтерләтә. Дөрөҫ, миллиардер Прохоров өсөн ул дары мискәһенең шартлау мөмкинлеге, бәлки, бик үк мөһим дә түгелдер. Аҡса бит донъяның теләгән иленең гражданлығын алыу хоҡуғын бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 Алға
Бит башына