26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда Рәсәйҙең Именлек советы менән берлектә милли именлек мәсьәләләренә арнап үткәрелгән күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда төбәктәрҙәге мәғлүмәт системаларын һаҡлау буйынса саралар ҡаралды.
— Бөгөн беҙ дәүләт һәм муниципаль мәғлүмәттәр базаһында эшкәрткән документтар, материалдар иҡтисади конкуренттарыбыҙҙа ғына түгел, башҡа дәүләттәрҙәге махсус хеҙмәттәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, — тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.
Ултырышта билдәләнеүенсә, Тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса совет эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ейәнсура — данлы төбәк. Республикабыҙҙа билдәле бик күп шәхес тыуған унда. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәйзулла Солтанов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назар, профессор Ирек Аҡманов, йырсы Мәғфирә Ғәлиева, халыҡ шағиры Марат Кәримов...
Исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Был изге эштә Ейәнсура яҡташтар ойошмаһының өлөшө ҙур. Ул бына инде 12 йыл эшләп килә.
8 декабрҙә сәғәт алтыла Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында берекмә яҡташтарын, дуҫтарын йыя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Американың элекке президенты, күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Дуайт Эйзенхауэрҙың әйтеп ҡалдырыуынса, халыҡты мәғлүмәтле итеүгә бүленгән бер доллар армияны ҡоралландырыуға йүнәлтелгән биш долларға торошло. Өфөлә уҙған "Ҡала мөхите" VIII халыҡ-ара социаль реклама фестивале был йәһәттән бер ҙур армия булдырыуға өлгәште, тиергә мөмкин. Йәмғиәттәге, һәр беребеҙҙең холҡо һәм аңындағы кире күренештәргә ҡаршы көрәшеүселәр ғәскәре ул. Тормоштағы киҫкен мәсьәләләргә битараф була белмәгән конкурсанттарҙың төп ҡоралы — ҡәләм һәм һүҙ.
Республикабыҙҙа һуңғы һигеҙ йылда уҙған сараларҙың күбеһе тиҙ арала онотолдо, йолаға әүерелә алманы, ә бына "Ҡала мөхите" халыҡ-ара кимәлгә тиклем үҫеүгә өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был донъяла эшләгәнгә — эше, зарланғанға зары етерлекХужалыҡ итеүҙең ниндәй алымдары ла яҡшы. Иң мөһиме — баҙарҙың аяуһыҙ тәгәрмәсе аҫтында ҡалмайынса, заман менән бергә атларға, табыш алыу яғын ҡарап, белгәнеңде ҡулланырға, белмәгәнеңде өйрәнергә кәрәк.
Был йәһәттән “Арыҫлан” хужалығы эшсәндәре һыр бирмәй. Баҫыуҙарҙа техника тауышы тынып, ер ҡар менән ҡапланыуға ҡарамаҫтан, эшләгән кешегә йыл әйләнәһенә мәшәҡәте етерлек. Ауыл ерендә ҡайҙа ла бер төрлөлөк һымаҡ: трактор паркында ара-тирә мотор тырылдаған тауыш ишетелә, ферма эргәһендә егелгән аттар күренә, ҡояшлы көндәрҙә кәртәлә малдар һыртын йылыта. Ләкин былар тәү ҡарашҡа ғына шулай. Һәр ауыл үҙенсә мәж килә, хужалыҡтар ҙа төрлөсә эш башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Антти Пильстремдың тәүге "эшләпә"һе"Салауат Юлаев" һуңғы уйындарҙа көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Әллә Донецкиҙа "Донбасс"тан отолоу уйынсыларыбыҙға тәьҫир иттеме, әллә башҡа сәбәптәр булдымы – әммә өфөләр рәттән өсөнсө ҡабат еңеү яуланы. Еңеүҙең дә ниндәйе бит әле – береһенән-береһе ҙурыраҡ иҫәп менән!
Быға, әлбиттә, уйынсыларыбыҙҙың, ниһайәт, үҙ көйәрмәндәре алдында – "Өфө-Арена"ла сығыш яһауы йоғонто яһағандыр. Тәүҙә "Спартак"ты 4:1 иҫәбе менән теҙ сүктерһәк, "Донбасс"тың ҡапҡаһына сойорғотҡан биш шайба ышанысты көсәйтте генә. Ә Риганың "Динамо"һын 7:3 менән отоу юлаевсыларҙың көйәрмәндәре өсөн, ысынлап та, күптән көтөлгән байрамға әүерелде!
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йортҡа ваҡытында килһенЗәлифә КАШАПОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, мәғариф ветераны:

“Башҡортостан” гәзитенең аҙнаға биш килә торғанын ғүмер буйы алдырабыҙ, ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ.
Республикабыҙҙың күпселек халҡы ҙур ҡалаларҙан ситтә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәй. Бик күптәр ил, республика яңылыҡтарын иң беренсе сиратта матбуғат аша белә.
“Башҡортостан” – ысын-ысындан халыҡ трибунаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!Яңыраҡ Кубала халыҡ-ара Гавана йәрминкәһе үткәрелгәйне. Төрлө илдәрҙең алдынғы сәнәғәт ойошмалары, иҡтисадсылары йыйылған күргәҙмәлә Рәсәй ҙә ҡатнашты. Республикабыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
Ә инде Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары байрамға йәм өҫтәне.
Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, ҡурайсы Рөстәм Шәриповтың, бейеүсе Әлиә Нурғәлиеваның, алыҫ тарафтарға барып, милли йыр-моңобоҙҙо яңғыратыуы, сәнғәтебеҙҙе күрһәтеүе мәҙәниәтебеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға тип әйтергә кәрәк. Азатлыҡ утрауы — Кубаның рәсми булмаған атамаһы. Майҙаны буйынса Башҡортостандан да бәләкәйерәк был дәүләт менән хеҙмәттәшлек совет осоронда ныҡлы булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йөрәкте һиңә асам...”Йәки Рәшит Назаровтың бер ҡайҙа ла баҫылмаған поэмаһы тураһында
Сағыштырғыһыҙ, феноменаль талант эйәһе Рәшит Назаров ижады хаҡында тәүге һүҙемде бынан 41 йыл элек, шағирҙың “Ҡояш юлы буйлап” тип исемләнгән икенсе китабы донъя күргәс, тәүгеләрҙән булып “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әйткәйнем.
Мәҡәлә Рәшиттең:
“Һөйөклө дуҫым! Йөрәкте
Мин һиңә генә асам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2036 тапҡыр // Тотош уҡырға
“... Өйрәнгәнең үҙең өсөн”, — ти улБыл донъяла өләсәйемдең иркәләүен, наҙын тойоп үҫеүемә ифрат бәхетлемен.
Миңнира өләсәйем — Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы ҡыҙы. Ул 1947 йылда Мөғлифә менән Хисаметдин Яхиндарҙың төпсөк ҡыҙы булып донъяға килгән. Өләсәйем күп балалы ғаиләлә тыуһа ла, ҡәһәрле һуғыш туғандарының ғүмерен бик иртә өҙгән. Улар Зиннур ағаһы һәм Роза апаһы менән атай-әсәйҙең йыуанысы, ҡыуанысы булып ҡалған.
Һуғыштан һуң, ни тиклем ауыр булмаһын, өләсәйем тырышып белем алған.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош ауырлығынан ҡурҡманыларСәлмән Миһран улы Миһранов 1914 йылда Кинйәбикә менән Миһран Миһрановтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Миһран олатай дүрт ҡатын ала һәм уларҙың ун дүрт балаһы була. Ошо ҙур ғаиләне аҫрау бурысы иңенә ята. Миһран олатай бер өйөр йылҡы, ун башлап һыйыр малы тотҡан, ә уларҙы ҡарау улдары ҡарамағында була.
Сәлмән ағай ҙа башҡа туғандары менән йылҡы малын тәрбиәләгән. Күптәренең уҡырға ваҡыттары ла булмаған, сөнки ауылыбыҙҙа беренсе мәктәп 1930 йылда ғына асыла. Сәлмән ағай шулай ҙа күрше ауылдарҙың береһендә башланғыс белем ала. Кесе йәштән ағай-энеһе менән төрлө эштә йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 48 Алға
Бит башына